Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Сабырлыҡҡа өйрәтте
Сабырлыҡҡа өйрәтте Әсәйебеҙ – оло йөрәкле һәм ҙур ихтирамға лайыҡ кеше. “Бөйөк әсә” тип атар инем мин уны. Уҡытыусы тигән изге исемгә һис бер тап төшөрмәй, Ғафури һәм Ишембай райондары мәктәптәрендә 42 йыл буйы балаларға белем бирҙе ҡәҙерле кешебеҙ.

Әминә Назар ҡыҙы Вахитова әлеге көндә донъяла иң матур төбәктәрҙең береһе булған Ғафури районының Туғай ауылында ғүмер итә. Үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килеп, тормош юлында бик күп ауырлыҡ күрһә лә, аҙағыраҡ ирен һәм бер балаһын юғалтыу ҡайғыһын кисерһә лә, бирешмәне әсәйебеҙ, барыбыҙҙы ла сабырлыҡҡа, иман­лылыҡҡа өйрәтте. Ул һаман да, 86 йәшкә етһә лә, беҙгә балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе тәрбиәләшә, хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтә.
Әсәйебеҙ тураһында бик күп яҙырға булыр ине. Әйткәндәй, ул – районда сыҡҡан “Табын” гәзитенең даими хәбәрсеһе, 2005 йылда Нәжметдин Фархшатов исемендәге премия лауреаты ла булды. Бөйөк Ватан һуғышы темаһына яҙмаларын, “Ағайым тирәктәре”, “Йөрәк әрнеп ҡала, күҙҙән йәштәр тама” тигән мәҡәләләрен яҡташтары йылы ҡабул итте.
Изге байрамдар уңайынан әсәйемә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, көс-ҡеүәт, оҙон ғүмер теләйем. Беҙҙе артабан да рух ныҡлығы менән һоҡландырырға, ижади уңыштары менән ҡыуандырырға яҙһын уға.





Автор: Рима Әлмөхәмәтова. Район: Ғафури районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә