Әсәйебеҙ – оло йөрәкле һәм ҙур ихтирамға лайыҡ кеше. “Бөйөк әсә” тип атар инем мин уны. Уҡытыусы тигән изге исемгә һис бер тап төшөрмәй, Ғафури һәм Ишембай райондары мәктәптәрендә 42 йыл буйы балаларға белем бирҙе ҡәҙерле кешебеҙ. Әминә Назар ҡыҙы Вахитова әлеге көндә донъяла иң матур төбәктәрҙең береһе булған Ғафури районының Туғай ауылында ғүмер итә. Үҫмер сағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарына тура килеп, тормош юлында бик күп ауырлыҡ күрһә лә, аҙағыраҡ ирен һәм бер балаһын юғалтыу ҡайғыһын кисерһә лә, бирешмәне әсәйебеҙ, барыбыҙҙы ла сабырлыҡҡа, иманлылыҡҡа өйрәтте. Ул һаман да, 86 йәшкә етһә лә, беҙгә балаларҙы, ейән-ейәнсәрҙәрҙе тәрбиәләшә, хәленән килгәнсә ярҙам күрһәтә.
Әсәйебеҙ тураһында бик күп яҙырға булыр ине. Әйткәндәй, ул – районда сыҡҡан “Табын” гәзитенең даими хәбәрсеһе, 2005 йылда Нәжметдин Фархшатов исемендәге премия лауреаты ла булды. Бөйөк Ватан һуғышы темаһына яҙмаларын, “Ағайым тирәктәре”, “Йөрәк әрнеп ҡала, күҙҙән йәштәр тама” тигән мәҡәләләрен яҡташтары йылы ҡабул итте.
Изге байрамдар уңайынан әсәйемә ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, көс-ҡеүәт, оҙон ғүмер теләйем. Беҙҙе артабан да рух ныҡлығы менән һоҡландырырға, ижади уңыштары менән ҡыуандырырға яҙһын уға.