Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Самолет, атайыма сәләм әйт!”
Атайым Шәрифулла Һаҙыев 1917 йылда Дыуан районының Әбдрәшит ауылында тыуған. Мәсәғүт педучилищеһында белем алған. Ун туғыҙ йәшендә әсәйем Разияға өйләнгән, улар уҡыған саҡта танышҡан. Атайымды беҙҙең ауылға уҡытыусы итеп ебәргәндәр, ул урыҫ теленән белем биргән. Сәрбиә әбейҙәрҙә фатирҙа торған. Ул беҙгә: “Атайың бик итәғәтле, ихтирамлы, бөхтә егет ине”, – тип һөйләй торғайны.

Атайым Бөйөк Ватан һуғышына киткәс, әсәйем өс бала менән ҡалған. Ул ауыл Советында рәйес тә, сәркәтип тә булған, беҙ иһә өйҙә көн буйы ултырғанбыҙ.
1945 йылда һуғыш бөткәс, яугирҙәр ҡайта башланы, мин дә атайымды көттөм. Һәр көн, ҡайтыр, тип урамдарҙы гиҙә торғайным. Бер мәл ауыл өҫтөнән самолет осоп үтте. Мин уның артынан: “Самолет! Атайыма сәләм әйт”, – тип ҡысҡырып хәлем бөткәнсе йүгерҙем. Әсәйем һөйләүе буйынса, атайым гармунсы ла булған. Уларҙы һәр ял һайын ҡунаҡҡа саҡырғандар. Атайым ике улынан һуң ҡыҙ бала көткән. Исемемде лә ул хатҡа яҙған: “Ҡыҙ тыуһа, Тамара тип ҡушығыҙ”.
Атайымдан һирәк булһа ла хаттар килеп торған, һуңғыһы – Калининград өлкәһенең Ржев ҡалаһынан. “Алда ҡаты һуғыштарға керергә тейешбеҙ, шунда иҫән ҡалһам, бәлки, ҡайтырға насип булыр”, – тип яҙған ул. Башҡа хаты килмәгән. 1997 йылда “Родина” журналында Ржев ҡалаһындағы алышта бер генә йорт та ҡалмаған, тик вокзал ғына емерелмәй һаҡланған, тип яҙҙылар...
Фатима ҡәртнәйем менән Һаҙый ҡартатайымдың дүрт балаһы булған: өс ҡыҙы һәм бер генә улы – атайым. Ҡәртнәйем бик динле кеше ине. Доғаларҙы көйләп уҡыны, беҙгә килеп йөрөнө. Уны өй беренсә ҡунаҡҡа саҡырып, Ҡөрьән аяттары уҡыттылар. Кискә генә ҡайтып керер ине йортҡа. Һаҙый ҡартатайым 1943 йылда февралдә картуф һаҡланған мөгәрәпте астырмаған, сөнки ризыҡты балаларына, ейәндәренә ҡалдыртҡан, үҙе ашамаған. Ғәзиз кешем февраль айында үлгән. Был да күп нәмә тураһында һөйләй. Ауылдарҙа ла аслыҡтан бик күп кеше ҡырылған. Ҡартатайымдың ошо мәрхәмәтлеге өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул беҙгә икенсе ғүмер биргән.
Эй, Хоҙайым! Үҙең һаҡла,
Ерҙә һуғыш ҡупмаһын!
Илдә йәтимдәр тыумаһын,
Һағыш йәше быумаһын!

Тамара СӘЙФУЛЛИНА,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, “Мәрхәмәт” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә