Атайым Шәрифулла Һаҙыев 1917 йылда Дыуан районының Әбдрәшит ауылында тыуған. Мәсәғүт педучилищеһында белем алған. Ун туғыҙ йәшендә әсәйем Разияға өйләнгән, улар уҡыған саҡта танышҡан. Атайымды беҙҙең ауылға уҡытыусы итеп ебәргәндәр, ул урыҫ теленән белем биргән. Сәрбиә әбейҙәрҙә фатирҙа торған. Ул беҙгә: “Атайың бик итәғәтле, ихтирамлы, бөхтә егет ине”, – тип һөйләй торғайны.Атайым Бөйөк Ватан һуғышына киткәс, әсәйем өс бала менән ҡалған. Ул ауыл Советында рәйес тә, сәркәтип тә булған, беҙ иһә өйҙә көн буйы ултырғанбыҙ.
1945 йылда һуғыш бөткәс, яугирҙәр ҡайта башланы, мин дә атайымды көттөм. Һәр көн, ҡайтыр, тип урамдарҙы гиҙә торғайным. Бер мәл ауыл өҫтөнән самолет осоп үтте. Мин уның артынан: “Самолет! Атайыма сәләм әйт”, – тип ҡысҡырып хәлем бөткәнсе йүгерҙем. Әсәйем һөйләүе буйынса, атайым гармунсы ла булған. Уларҙы һәр ял һайын ҡунаҡҡа саҡырғандар. Атайым ике улынан һуң ҡыҙ бала көткән. Исемемде лә ул хатҡа яҙған: “Ҡыҙ тыуһа, Тамара тип ҡушығыҙ”.
Атайымдан һирәк булһа ла хаттар килеп торған, һуңғыһы – Калининград өлкәһенең Ржев ҡалаһынан. “Алда ҡаты һуғыштарға керергә тейешбеҙ, шунда иҫән ҡалһам, бәлки, ҡайтырға насип булыр”, – тип яҙған ул. Башҡа хаты килмәгән. 1997 йылда “Родина” журналында Ржев ҡалаһындағы алышта бер генә йорт та ҡалмаған, тик вокзал ғына емерелмәй һаҡланған, тип яҙҙылар...
Фатима ҡәртнәйем менән Һаҙый ҡартатайымдың дүрт балаһы булған: өс ҡыҙы һәм бер генә улы – атайым. Ҡәртнәйем бик динле кеше ине. Доғаларҙы көйләп уҡыны, беҙгә килеп йөрөнө. Уны өй беренсә ҡунаҡҡа саҡырып, Ҡөрьән аяттары уҡыттылар. Кискә генә ҡайтып керер ине йортҡа. Һаҙый ҡартатайым 1943 йылда февралдә картуф һаҡланған мөгәрәпте астырмаған, сөнки ризыҡты балаларына, ейәндәренә ҡалдыртҡан, үҙе ашамаған. Ғәзиз кешем февраль айында үлгән. Был да күп нәмә тураһында һөйләй. Ауылдарҙа ла аслыҡтан бик күп кеше ҡырылған. Ҡартатайымдың ошо мәрхәмәтлеге өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен. Ул беҙгә икенсе ғүмер биргән.
Эй, Хоҙайым! Үҙең һаҡла,
Ерҙә һуғыш ҡупмаһын!
Илдә йәтимдәр тыумаһын,
Һағыш йәше быумаһын!
Тамара СӘЙФУЛЛИНА,
Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, “Мәрхәмәт” ойошмаһы рәйесе урынбаҫары.