Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » ОСАГО-ға бәйле хәл ниҙән?
Төбәктә автостраховкаға бәйле хәл Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығында етди борсолоу тыуҙырҙы. Ведомствола билдәләүҙәренсә, ялыуҙар күләме ҡырҡа артҡан. 2015 йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап һәм быйылға төп бурыстарҙы билдәләп, идаралыҡ етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева ошо мәсьәләләрҙе лә телгә алды.

Ведомство башлығы әйтеүенсә, “халыҡ өҫтәмә хаҡ түләп тә, көсләп тағылған страховка төрөнә риза булып та ОСАГО һатып ала алмай. Компания офистарында сират һыу буйы, алдан исемлек төҙөйҙәр. Ялыу­ҙар, мөрәжәғәттәр артҡандан-арта, шуға күрә хәлде өйрәнәләр”. Әле “Баҙарҙа хеҙмәттәр күләме ниңә ҡыҫҡарҙы?” тигән һорау тыуа. Зөлфирә Аҡбашева билдәләүенсә, Моно­полияға ҡаршы хеҙмәттең башҡа төбәктәрҙәге идаралыҡтары ла ошо йүнәлештә эш алып бара. Ставрополдә, Дондағы Ростовта хәл айырыуса ҡатмарлы, тиҙәр.
– Беҙ “Росгосстрах”ҡа иҫкәрмә әҙерләйбеҙ, – тине идаралыҡ етәксеһе.
“Ниңә ведомствоның иғтибары тик бер компанияға ғына йүнәлтелә?” тигән һорауға Зөлфирә Аҡбашева:
– Монополияға ҡаршы хеҙмәт бүтәндәргә йоғонто яһай алмай. Бының өсөн вәкәләт юҡ, – тип яуапланы. – “Росгосстрах” баҙарҙа өҫтөнлөккә эйә. Әле уның өлөшөн асыҡ­лайбыҙ. Башҡа страховкалаусылар менән “Роспотребнадзор” һәм Үҙәк банк органдары шөғөлләнергә тейеш.
Зөлфирә Аҡбашева Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт органдарының ҡулланыу­сылар хоҡуғын яҡлауҙан ситләтелеүенә зарланды. Әле улар проблема күләмле булған осраҡта ғына эш итергә вәкәләтле. “Росгосстрах” беҙҙең иҫкәрмәгә иғтибар итмәһә, эш ҡуҙғатылыуы ихтимал. Киләсәктә страхов­калаусыға былтырғы әйләнештең 15 проценты күләмендә штраф һалыныуы бар.
Автогражданлыҡ яуаплылығын страхов­калауға бәйле хәл һуңғы айҙа киҫкенләште. Башҡортостандың Милли банкынан белде­реүҙәренсә, халыҡтың күпселегенең ОСАГО тултырыуҙан баш тартыуына һәм өҫтәмә хеҙмәттәрҙе көсләп тағыуға зарлана. Страховка компаниялары иһә хәлде төрлөсә аңлата. Күптәр бындай страховка төрөнөң килемһеҙлегенә, агентлыҡ селтәрҙәренең кәмеүенә, бланктар етмәүгә, техник етеш­һеҙлектәргә һылтана. Рәсәй Үҙәк банкы мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуя.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә