ОСАГО-ға бәйле хәл ниҙән?03.05.2016
Төбәктә автостраховкаға бәйле хәл Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығында етди борсолоу тыуҙырҙы. Ведомствола билдәләүҙәренсә, ялыуҙар күләме ҡырҡа артҡан. 2015 йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһап һәм быйылға төп бурыстарҙы билдәләп, идаралыҡ етәксеһе Зөлфирә Аҡбашева ошо мәсьәләләрҙе лә телгә алды.
Ведомство башлығы әйтеүенсә, “халыҡ өҫтәмә хаҡ түләп тә, көсләп тағылған страховка төрөнә риза булып та ОСАГО һатып ала алмай. Компания офистарында сират һыу буйы, алдан исемлек төҙөйҙәр. Ялыуҙар, мөрәжәғәттәр артҡандан-арта, шуға күрә хәлде өйрәнәләр”. Әле “Баҙарҙа хеҙмәттәр күләме ниңә ҡыҫҡарҙы?” тигән һорау тыуа. Зөлфирә Аҡбашева билдәләүенсә, Монополияға ҡаршы хеҙмәттең башҡа төбәктәрҙәге идаралыҡтары ла ошо йүнәлештә эш алып бара. Ставрополдә, Дондағы Ростовта хәл айырыуса ҡатмарлы, тиҙәр.
– Беҙ “Росгосстрах”ҡа иҫкәрмә әҙерләйбеҙ, – тине идаралыҡ етәксеһе.
“Ниңә ведомствоның иғтибары тик бер компанияға ғына йүнәлтелә?” тигән һорауға Зөлфирә Аҡбашева:
– Монополияға ҡаршы хеҙмәт бүтәндәргә йоғонто яһай алмай. Бының өсөн вәкәләт юҡ, – тип яуапланы. – “Росгосстрах” баҙарҙа өҫтөнлөккә эйә. Әле уның өлөшөн асыҡлайбыҙ. Башҡа страховкалаусылар менән “Роспотребнадзор” һәм Үҙәк банк органдары шөғөлләнергә тейеш.
Зөлфирә Аҡбашева Монополияға ҡаршы федераль хеҙмәт органдарының ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлауҙан ситләтелеүенә зарланды. Әле улар проблема күләмле булған осраҡта ғына эш итергә вәкәләтле. “Росгосстрах” беҙҙең иҫкәрмәгә иғтибар итмәһә, эш ҡуҙғатылыуы ихтимал. Киләсәктә страховкалаусыға былтырғы әйләнештең 15 проценты күләмендә штраф һалыныуы бар.
Автогражданлыҡ яуаплылығын страховкалауға бәйле хәл һуңғы айҙа киҫкенләште. Башҡортостандың Милли банкынан белдереүҙәренсә, халыҡтың күпселегенең ОСАГО тултырыуҙан баш тартыуына һәм өҫтәмә хеҙмәттәрҙе көсләп тағыуға зарлана. Страховка компаниялары иһә хәлде төрлөсә аңлата. Күптәр бындай страховка төрөнөң килемһеҙлегенә, агентлыҡ селтәрҙәренең кәмеүенә, бланктар етмәүгә, техник етешһеҙлектәргә һылтана. Рәсәй Үҙәк банкы мәсьәләне тиҙ арала хәл итеү бурысын ҡуя.