Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Игенсе”ләр иңләй баҫыуҙы
“Игенсе”ләр иңләй баҫыуҙы Һәр ерҙәгесә, әле “Игенсе” йәмғиәте баҫыуҙарында ҡыҙыу мәл. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сәғит Ғәлиев етәкселегендәге эшсәндәр көндө төнгә ялғап киләһе уңышҡа нигеҙ һала. Диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан ялан-ҡырҙар трактор тауышына күмелгән.

– Бында Аташ һәм Таштау ауылдарынан 40-ҡа яҡын кеше эшләй. Халыҡ шул ҡәҙәр уңған, тырыш беҙҙә, – тине йәмғиәт рәйесе, ихлас йылмайып. – Хеҙмәт кешеһенең кәйефен тағы ла күтәрергә, күңелдәргә сәм, дәрт өҫтәргә теләгәндәй, көндәр ҙә аяҙ тора.
Хужалыҡтың 3 500 гектар ере бар. Баҫыуҙарҙың барыһы ла ҡараулы, тәрбиәле. Ужым культуралары һәйбәт ҡышлаған, ҡабаттан сәсеү талап ителмәй. Миҙгел эштәренә ныҡлы әҙерләнгән “Игенсе”ләр: минераль ашлама ваҡы­тында алынған, элиталы орлоҡ хәстәрләнгән, яғыулыҡ-майлау материалдарына ла ҡытлыҡ юҡ. Хатта үҙҙәренән артып ҡалған орлоҡто һатып, йәмғиәт ҡаҙнаһын бер аҙ байытыуға ла өлгәшкәндәр. Республика Хөкүмәтенән бүленгән субсидия иҫәбенә техника паркы яңыртылған, иҫкеләре сафҡа индерелгән.
“Игенсе”ләр иңләй баҫыуҙыӘле Александр Ерофеев, Хә­бибулла Хәмиҙуллин, Сергей Варламов һәм Вәғиз Әхмәтов етәксе­легендәге комплекстарҙа борсаҡ сәселә. Артабан арпа, бойҙай, ҡарабойҙай һәм башҡа культура­ларға тотонмаҡсылар. Ҡеүәтле “КамАЗ”-дар игенселәрҙе орлоҡ менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итә. Баҫыуҙан ҡайтып инмәгән Мирзанур Камалов, Фәүәрис Әхиәров, Сергей Гаршин, Хәлил Гәрәевтең эшенән етәкселек бик тә ҡәнәғәт. “Бындай тырыш егеттәр булғанда тау аҡтарырға мөмкин”, – ти улар.
“Игенсе”лә өҫтәүенә ике мең башҡа яҡын ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала. Бында ла эш һәйбәт ойошторолған. “500 ферма” маҡсатлы программаһына ингән йәмғиәт киләсәктә тағы бер нисә бинаны ремонтлап алырға ниәтләй. Көндәрҙең матур тороуынан файҙаланып, әле малдарҙы йәйләүгә сығарырға йыйыналар. Ундағы кәртә-ҡуралар әҙер, яңы тыуған быҙауҙарға айырым урын ҡаралған.
Ауыл халҡы яҡшы йәшәй бында: һәр ихатала тиерлек еңел автомобиль, трактор. Йәштәрҙең күплеге айырыуса ҡыуаныслы.
– Хеҙмәт кешеһенә иғтибар, ихтирам булды һәм буласаҡ, – ти Сәғит Фәғит улы. – Аҡса ваҡытында түләнә, һәр кемгә бушлай бесән-һалам бирелә, осһоҙ хаҡҡа мал аҙығы ла бүленә. Тимәк, тырышып эшләргә генә ҡала.




Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Дүртөйлө районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә