Һәр ерҙәгесә, әле “Игенсе” йәмғиәте баҫыуҙарында ҡыҙыу мәл. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Сәғит Ғәлиев етәкселегендәге эшсәндәр көндө төнгә ялғап киләһе уңышҡа нигеҙ һала. Диңгеҙҙәй йәйрәп ятҡан ялан-ҡырҙар трактор тауышына күмелгән.– Бында Аташ һәм Таштау ауылдарынан 40-ҡа яҡын кеше эшләй. Халыҡ шул ҡәҙәр уңған, тырыш беҙҙә, – тине йәмғиәт рәйесе, ихлас йылмайып. – Хеҙмәт кешеһенең кәйефен тағы ла күтәрергә, күңелдәргә сәм, дәрт өҫтәргә теләгәндәй, көндәр ҙә аяҙ тора.
Хужалыҡтың 3 500 гектар ере бар. Баҫыуҙарҙың барыһы ла ҡараулы, тәрбиәле. Ужым культуралары һәйбәт ҡышлаған, ҡабаттан сәсеү талап ителмәй. Миҙгел эштәренә ныҡлы әҙерләнгән “Игенсе”ләр: минераль ашлама ваҡытында алынған, элиталы орлоҡ хәстәрләнгән, яғыулыҡ-майлау материалдарына ла ҡытлыҡ юҡ. Хатта үҙҙәренән артып ҡалған орлоҡто һатып, йәмғиәт ҡаҙнаһын бер аҙ байытыуға ла өлгәшкәндәр. Республика Хөкүмәтенән бүленгән субсидия иҫәбенә техника паркы яңыртылған, иҫкеләре сафҡа индерелгән.
Әле Александр Ерофеев, Хәбибулла Хәмиҙуллин, Сергей Варламов һәм Вәғиз Әхмәтов етәкселегендәге комплекстарҙа борсаҡ сәселә. Артабан арпа, бойҙай, ҡарабойҙай һәм башҡа культураларға тотонмаҡсылар. Ҡеүәтле “КамАЗ”-дар игенселәрҙе орлоҡ менән тотҡарлыҡһыҙ тәьмин итә. Баҫыуҙан ҡайтып инмәгән Мирзанур Камалов, Фәүәрис Әхиәров, Сергей Гаршин, Хәлил Гәрәевтең эшенән етәкселек бик тә ҡәнәғәт. “Бындай тырыш егеттәр булғанда тау аҡтарырға мөмкин”, – ти улар.
“Игенсе”лә өҫтәүенә ике мең башҡа яҡын ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы аҫрала. Бында ла эш һәйбәт ойошторолған. “500 ферма” маҡсатлы программаһына ингән йәмғиәт киләсәктә тағы бер нисә бинаны ремонтлап алырға ниәтләй. Көндәрҙең матур тороуынан файҙаланып, әле малдарҙы йәйләүгә сығарырға йыйыналар. Ундағы кәртә-ҡуралар әҙер, яңы тыуған быҙауҙарға айырым урын ҡаралған.
Ауыл халҡы яҡшы йәшәй бында: һәр ихатала тиерлек еңел автомобиль, трактор. Йәштәрҙең күплеге айырыуса ҡыуаныслы.
– Хеҙмәт кешеһенә иғтибар, ихтирам булды һәм буласаҡ, – ти Сәғит Фәғит улы. – Аҡса ваҡытында түләнә, һәр кемгә бушлай бесән-һалам бирелә, осһоҙ хаҡҡа мал аҙығы ла бүленә. Тимәк, тырышып эшләргә генә ҡала.