Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Йәшлегендәгесә йәшнәр Ҡарткиҫәк
Йәшлегендәгесә йәшнәр Ҡарткиҫәк ...Ер-һыу гиҙеп йөрөгән ҡарт бейек тау башына килеп менә, ти. Аҫта – бер-бер артлы теҙелгән һөҙәк бейеклектәр, уларға һыйынған йүкә, ҡайын, алмағас урмандары. Ағастар араһынан инеш алған бәләкәй генә шишмәләр мул һыулы тәрән йылғаға табан йүгерә. Ҡырҙараҡ түңәрәк күлдәр зәңгәрләнеп күренә. Ярҙарында – емешле ҡыуаҡтар. Әкиәттәгеләй матур ошо донъяны ҡарт баҫып торған бейек тау һалҡын елдәрҙән һаҡлай... Ғашиҡ була был илаһи ергә ир-уҙаман. Ҡайта ла, ҡатынын, үҙаллы тормош көткән балаларын алып, ошонда күсеп килә. Күберәк ер биләү ниәтендә улдары Усманды, Үтәкәйҙе, ҡыҙы Мәрйәмде ғаиләләре менән төрлө яҡтағы күлдәр янына айырым төйәкләндерә. Үҙе иһә саф шишмәләр менән тулыланған мул һыулы Ашҡыш йылғаһы ярын һайлай. Тора-бара эргәһенә башҡа кешеләр күсеп ултыра башлай.

Тамырҙары тәрән

Йәшлегендәгесә йәшнәр Ҡарткиҫәк“Ҡарт” тип кенә йөрөтә халыҡ төйәккә нигеҙ һалған ир-уҙаманды. Ҙур ихтирам, хөрмәт билдәһе була был. Ауылды “Ҡарткиҫәк” тип исемләүҙең дә ғилләһе шунда. Атаманың икенсе өлөшө “ырыу”, “нәҫел”, “зат” төшөнсәләрен бирә, тиелгән Әнүәр Әсфәндиәровтың “Башҡортостан ауылдары тарихы” китабында. Тимәк, оло нәҫелдең тамыр ебәргән ере ул Ҡарткиҫәк.
Өс быуаттан ашыу тарихы булған аҫаба башҡорт төйәге әле лә серле матурлығын ташламаған. Ҡарттың ҡыҙ-улдары­ның исеме менән аталған Мәрйәмкүл, Усманкүл, Үтәкәйкүл, гүйә, дәүерҙәр кисерешен барлаһа, Ҡыятау, Сейәлетау ерҙе ел-дауылдан ҡурсалауын дауам итә, ауылды уртаға бүлеп аҡ­ҡан Ашҡыш яҙғы йырын һуҙа. Әйтеүҙәренсә, был йылға­­ла элек һыу ингәндәр, хатта ат йөҙҙөр­гәндәр. Хәҙер иһә, ундай уҡ көсө булмаһа ла, төйәкте тоторлоҡ дарманы бар әле Ашҡыштың.
Ғөмүмән, тәбиғәт ҡарткиҫәктәрҙән бер ниҙелә йәлләмәгән. Әйтерһең дә, “Бына һеҙгә – ер, баҫыуҙар, хәт­фә болондар, тауҙар, шиш­мәләр... Әйҙә, рәхәтен күреп йәшәгеҙ!” тигән. Ҡарттың нәҫелдәре аманатты тотамы? Заман был һүҙҙәргә үҙ төҙәтмәләрен индерергә тырышмаймы? Һыу-танып һәм ун ҡәбиләләре башҡорттарының затын дауам иткән милләттәштәребеҙҙең рухы ныҡлымы, күңеле бөтөнмө? Ошондай уйҙар менән аяҡ баҫҡан ауылда беҙҙе крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе Данис Абраров ҡаршы алды. Ҡарткиҫәккә инер ерҙә урынлашҡан уның фермаһы.

Буш ятҡан баҫыуҙарҙан уңайһыҙланып...

Йәшлегендәгесә йәшнәр ҠарткиҫәкДанис – ошо ауыл егете. Бәләкәйҙән мал араһында үҫкәнлектән, оҙаҡ уйлап тормайынса, мәктәптән һуң Дыуандағы ауыл хужалығы техникумына юлланған ул. Һөнәр серҙәренә өйрәтеүҙән тыш, ҙур хеҙмәт тәрбиәһе биргән уҡыу йортонда белем алғанына әле лә һөйөнөп бөтә алмай.
– Шул техникумды һайламаған булһам, шәхси эште башлау ҙа, уны алып барыу ҙа ныҡ ауырға төшөр ине, – ти йүнсел. – Райондарҙағы һөнәри белем биреү учреждениелары бит нәҡ шуныһы менән өҫтөнлөклө: уларҙа дәрестәр урындағы үҙенсәлектәрҙе, шарттарҙы иҫәпкә алып ойошторола. Практиканы ла электән белгән ерҙә үтәһең. Һауа шарттары, ялан-баҫыуҙарҙың үҙенсәлеге, халыҡтың холоҡ-фиғеле – барыһы ла таныш. Тимәк, уҡып бөткәс, шәхси эшеңде ойоштороп ебәреү өсөн ныҡлы нигеҙ бар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙа ҡайһы бер райондарҙағы һөнәри белем биреү учреждениеларының ябылғаны хаҡында ишетергә тура килә. Уйландырған, хафаға һалған күренеш был. Урындағы ерҙең үҙенсәлектәрен белмәй үҫкән быуын уны киләсәктә дөрөҫ файҙаланырмы, юғарынан фекер йөрөтөп, тәләфләп бөтмәҫме?
Техникумдан һуң Данис Шәрип улы тыуған ауылындағы колхозда бер аҙ эшләп өлгөрә. Яңы ҡоролош башланып, хужалыҡ тарҡалғас, күптәрҙәге кеүек икеләнеү, өмөтһөҙлөк тойғолары уны ла урап үтмәй. Шулай ҙа егет үҙен тиҙ арала ҡулға ала. Етемһерәп ҡалған ферма, файҙаланылмай башлаған буш баҫыуҙар янынан тыныс ҡына үтә алмаған, хатта улар алдында уңайһыҙлыҡ кисергән Данис районда беренселәрҙән булып шәхси ярҙамсы хужалыҡ ойоштороп ебәрә.
– Был эште байтаҡ йылдар алып барҙыҡ, – ти ир-уҙаман. – Төп көс улдарыбыҙға төштө. Ни өсөн тигәндә, миңә документтар буйынса ҡырға йыш йөрөргә кәрәк, әсәләре – мәктәптә. Шуға ла малайҙар бәләкәйҙән малсылыҡтың ни икәнен белеп үҫте. Ғаиләмдең ярҙамы менән 2009 йылда крәҫтиән (фермер) хужалығы ойоштороп ебәрҙем. Эшмәкәрлекте киңәйтергә, ер алырға кәрәк ине. Өҫтәүенә кредит юллау мөмкинлеге асыла, субсидия ла бирәсәктәр. Ошондай ниәттәр менән тотондом яңы эшкә. Фермер булараҡ алынған өс миллион һумға яҡын кредит иҫәбенә элекке колхоз һарайы ремонтланды, электр сымы һуҙылды, һыу индерелде, ауылдан бында ҡәҙәр юл һалынды...
Был аҡсаға Данис Шәрип улы шулай уҡ бестужев тоҡомло 50 баш һыйыр малы һатып алған. Ни өсөн тап шундайҙы һайлаған һуң? Әйтеүенсә, бындай тоҡом ҡырағай тәбиғәт шарттарына һәйбәт яраҡлаша. Һайлансыҡ түгелдәр. Ҡайһы берәүҙәр, мәҫәлән, ҡара-сыбар тоҡомдо үрсетергә тырышып ҡарай икән, әммә улары төньяҡтың ҡырыҫлығын үҙһенмәй.
Данис Абраровтың хужалығында төп йүнәлеш – һөтсөлөк. Продукцияны күрше Ҡариҙел районындағы бер предприятие һатып ала. Эшкәртеп, фасовкалап һаталар.
Йәшлегендәгесә йәшнәр Ҡарткиҫәк– Әле һауын һыйырҙары уртаса һигеҙ литр һөт бирә, – ти йүнсел. – Малдың ҡеүәте – телендә, тиҙәр бит: туҡландырыу рационына ҙур иғтибар бүләбеҙ. Үгеҙҙәрҙе һимертеп һатҡанлыҡтан, уларға ла аҙыҡ күп кәрәк. 300 гектарға яҡын еребеҙ бар. Яртыһы – сәсеүлек, ҡалғаны – бесәнлек. Баҫыуҙарҙа, үҙебеҙҙең тәбиғәт шарттарына ярашлы, күберәк һоло менән бойҙай үҫтерелә. Орлоҡто хужалыҡтарҙан һатып алабыҙ.
Беҙҙең ерҙәрҙең “холҡо” үҙенсәлекле. Уларҙы ныҡлы тәрбиәләргә кәрәк, ашлама күп талап ителә. Ошо һәм башҡа мәсьәләне яйға һалыу өсөн, әлбиттә, грант алыу ҡамасауламаҫ ине. Күптән түгел ғаилә малсылыҡ фермаһы булдырыуға ярҙам һорап яҙҙым. Сумма ун миллион һумға тиклем, күпме һорайһың инде. Фермаға реконструкция үткәрергә, яңы талаптарға ярашлы шарттар булдырырға теләйем. Шулай уҡ малдың һанын арттырырға ине.
Крәҫтиән (фермер) хужалығында һарыҡ та тоталар. Уларҙы махсус һимертеп, 25 килограмға тиклем ит алырға мөмкин. Йылына бер тапҡыр ғына бәрәсләгәнлектән, үрсетеү ҡыйыныраҡ икән.
– Шулай ҙа башҡа тоҡомлоларын алырға баҙнат итмәйем, – ти Данис Шәрип улы. – Әлеге лә баяғы тәбиғәт шарттарын күҙ уңында тотмау мөмкин түгел: беҙҙә һалҡын, ҡыш иртә килә, һуң бөтә, малды көтөүҙә йөрөтөү ваҡыты һанаулы... Әгәр төбәгебеҙҙең көньяғындағы кеүек иртә-кистәр йылы, ерҙәр ҡоро булһа, ите менән дә, йөнө йәһәтенән дә файҙа килтерерлек һарыҡ үрсетеп булыр ине. Юҡ, зарлана тип уйламағыҙ, һис тә улай түгел. Иң мөһиме – тәбиғәт ниндәй мөмкинлек бирә, шуны дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. Ҡәнәғәтмен: ит өсөн ҡуй үрсетеп тә халҡыма ярҙам күрһәтә алам. Мәҫәлән, Ураҙа, Ҡорбан ғәйеттәрендә яҡташтарым һарыҡты күпләп ала. Өфө баҙарына ла йөрөйбөҙ, даими клиенттар бар.
Фермер өс көтөүсегә һәм ике һауынсыға эш урыны булдырған. Уларҙың барыһы ла күп бала үҫтерә, хеҙмәт шарттарынан ҡәнәғәт. Абраровтар үҙҙәре әле кинйә улының армиянан ҡайтыуын көтә.
– Аллаһ бирһә, яныбыҙҙа ҡалһа, ҡыуаны­сыбыҙҙың сиге булмаясаҡ, – тиҙәр. – Эшебеҙҙе дауам итеү теләге ҙур улыбыҙҙың.


“Аҙан тауышына уянабыҙ”

Эйе, киләсәген тыуған төйәге менән бәйләргә теләгәндәр күбәйә Ҡарткиҫәктә. Ауыл Советы хакимиәте башлығы Ринат Миңлемөхәмәтов әйтеүенсә, әле халыҡ һаны 600-гә яҡын. Күпселекте өлкәндәр тәшкил итһә лә, йәштәр йылдан-йыл күбәйә. Ҡасандыр ситкә китеп, тыуған еренә кире әйләнеп ҡайтҡандар ҙа байтаҡ. Һөҙөмтәлә әле ауылда 220 самаһы йорт-хужалыҡ бар. Ике шәхси магазин эшләй.
– Халҡыбыҙ элек-электән динле булған, – ти Ринат Хәкимйән улы. – 1997 йылда районда тәүгеләр иҫәбендә ауылыбыҙҙа иман йорто асылды. Мәсеткә кеше күпләп йөрөй, өлкәндәр намаҙҙарҙы гелән бергә уҡырға тырыша. Таң менән аҙан тауышына уяныуҙың ни ҡәҙәр кинәнес икәнен белһәгеҙ!
Ринат Миңлемөхәмәтов әйтеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йәштәргә ерҙе күберәк ауылдың ситенән биргәнлектән, үҙәк өлөш ҡайтая барғандай. Ошонда йәшәгән өлкәндәрҙең нигеҙен тергеҙергә теләп, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре ҡайтһа, ҡот артыр ине лә бит...
Йәшлегендәгесә йәшнәр Ҡарткиҫәк– Ауылыбыҙҙан сыҡҡан һәр кем менән һөйләшергә тырышам, тыуған яҡҡа ҡайтырға әйҙәйем, – ти хакимиәт башлығы. – Йәшәү өсөн уңайлы шарттар күп беҙҙә. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнеү мөмкинлеге киң. Ауыл район үҙәгенән алыҫ түгел, оло юлға тиклем – ете саҡрым. Юл һәйбәт, газ үткән. Йәштәр ошо уңайлыҡтарҙы белә, ҡайтырға теләктәре лә бар, әммә бер мәсьәлә – балалар баҡсаһының булмауы – туҡтатып тора уларҙы. “Элекке кеүек сабыйҙы олатай-өләсәйе янында ҡалдырып булһа ине лә бит, – тиҙәр. – Мәғарифта барған реформаларҙың талабы ҙур шул хәҙер. Сабый мәктәпкә барғанға тиклем элекке башланғыс класс программаһын үтергә тейеш”.
Әле ауылда мәктәпкәсә йәштәге 60 бала бар. Киләсәктә баҡса төҙөлһә, был һан икеләтә-өсләтә артыр, Ҡарткиҫәк тағы ла йәшәрер тигән өмөт бар.


Бында нилектән рәхәт?

Ауылдағы мәктәптә иһә XI класҡа тиклем уҡыйҙар. Урта дөйөм мәғариф учреждениеһында 70 бала белем ала. 2014 йылда мәктәптең 90 йыллығын үткәргәндәр.
Уҡыу йорто, ашхана айырым урынлашҡан. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында төҙөлгән ағас бина­лар эстән-тыштан буялған, гардероб юҡлыҡтан, уҡыусыларҙың кейеме кабинет­ҡа ҡағылған сөйҙәрҙә элеүле тора, элекке йыуынғыстар... Шарттар ошондай булыуға ҡарамаҫтан, шул ҡәҙәр рәхәт, тыныс, йылы бын­да. Һәр кем ҡәнәғәт, алсаҡ, ихлас. Коллектив шундай татыу, рухлы, эшһөйәр. Бер нигә зарланмайҙар, яңы мәктәп кәрәклеге тураһында уйлап та бирмәйҙәр, ахыры. Хәйер, бындай йылы мөхиттә уҡыу йорто бинаһының иҫке икәнлеге үҙенән-үҙе онотола.
– Мәктәпкә йыл да бәләкәй ремонт яһап торабыҙ, – ти директор Лилиә Миңлемөхәмәтова. – Былтыр иһә йылытыу системаһын яңырттыҡ. Бина ныҡ әле, бирешерлек түгел. Күреүегеҙсә, кабинеттарҙа заманса ҡорамалдарҙың һәммәһе лә бар, интерактив таҡталар эленгән.
Мәктәбебеҙҙә тиҫтәнән ашыу педагог эшләй. Уҡыу йорто бәләкәй булғанлыҡтан, ҡайһы бер предметтарҙы, мәҫәлән, математика менән физиканы, биология һәм химияны бер уҡытыусы алып бара. Хеҙмәттәштәребеҙ тырыш, әүҙем. Балаларҙы төрлө конкурстарҙа ҡатнаштырырға тырышалар. Мәҫәлән, күптән түгел уҡыусыбыҙ Гөлнур Гәрәева Бәләкәй Фәндәр академияһы тарафынан балалар араһында ғилми-тикшеренеү эштәре буйынса үткәрелгән республика конкурсында беренсе урынды яулап ҡайтты. Ауылыбыҙ аша аҡҡан Ашҡыш йылғаһының тарихы, үҙенсәлектәре хаҡында уҡытыусыһы Илмира Абрарова ярҙамында бай мәғлүмәт туплағайны ул. Гөлнур башҡа яҡтан да ифрат әүҙем, мәктәптә үткән бер саранан да ситтә ҡалмай. Ошо ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып, район хакимиәтенән уға “Орленок” лагерына юлланма тапшырылды. Уҡыусыбыҙҙың шатлығының сиге юҡ – тиҙҙән юлға сығасаҡ.
Ҡарткиҫәк мәктәбендә спорт менән ныҡлы шөғөлләнеп, ярыштарҙа көсөн даими һынағандар байтаҡ. Мәҫәлән, аҙнаһына өс тапҡыр район үҙәгенә барып самбо үҙенсәлектәренә төшөнгән малайҙар бар.
– Атайҙарыбыҙ алып йөрөй, – тине араларынан Вилдан Харисов. – Түңәрәктәрҙә күберәк шөғөл­ләнгән һайын, ваҡыт, киреһенсә, арта барған кеүек.
Ҡарткиҫәктәге атайҙар балаларҙың сәләмәтлеген һәр яҡлап ҡайғырта икән. Мәҫәлән, күпләп умарта тотҡан Мулләхмәтовтар ғаиләһе мәктәп уҡыусыларын оҙаҡ йылдар инде балдан айырмай. Бөтһә, шунда уҡ тағы килтерәләр.
– Ошондай хәстәрлек арҡаһында балаларыбыҙ көн һайын бал менән туҡлана, тимәк, аңлы, зиһенле, сәләмәт булып үҫә, – ти директор Лилиә Әснәф ҡыҙы ҙур ҡыуаныс менән. – Коллектив та туҡланыу сифатына үҙ өлөшөн индермәй ҡалмай. Баҡсала йәшелсә төрҙәренең барыһын да күпләп үҫтерәбеҙ, уңыш һәр саҡ мул була.


Тарихҡа ихтирам – йөрәктәрҙә


Мәктәп биләмәһендә бай музей ҙа бар. Уны тарих уҡытыусыһы Фәнирә Нәбиуллина ойошторған.
– Эшкә 1978 йылда уҡ тотонғайным, – ти педагог. – Үҙем өсөн план төҙөп, ауылыбыҙҙың бай тарихын, кешеләренең яҙмышын, нәҫелдәрҙең тамырын барлау маҡсатын ҡуйҙым. Атайым башлаған эште дауам итеү ине бурысым. Ғөмүмән, беҙҙең Асҡында элек-электән тарихҡа иғтибар, хөрмәт ҙур булды. Үткәндәребеҙҙең ҡатмарлы, халҡыбыҙҙың, күп ауырлыҡ аша уҙып та, бирешмәгәненә бәйлелер был.
Тап Фәнирә Мәүли ҡыҙының тырышлығы менән ҡарткиҫәктәр уҙған быуат аҙағында районда беренселәрҙән булып шәжәрә байрамы үткәргән, аҙаҡ ул туғандарҙы күрештерер, тамырҙарҙы беректерер даими осрашыу сараһына әүерелгән.
– Еңеүҙең 45 йыллығын да киң майҙан йыйып уҙғарғайныҡ, – тип хәтер ебен һүтте Фәнирә Мәүли ҡыҙы. – Бөйөк Ватан һуғышына беҙҙең ауылдан 283 кеше китеп, шуларҙың 176-һы яу ҡырында ятып ҡалған. Еңеүҙең 45 йыллығын билдәләгәндә ветерандарыбыҙ, тыл эшсәндәре байтаҡ ине әле. Һәр ҡайһыһын айырым, шулай уҡ барыһын бергә фотоға төшөрҙөк. Ошо эште атҡарғаныбыҙ, өлкәндәребеҙгә ваҡытында ҡәҙер-хөрмәт күрһәткәнебеҙ, уларҙың күңелен хәстәрләгәнебеҙ өсөн хәҙер ҡыуанып бөтә алмайым. Ветерандарыбыҙ йылдан-йыл кәмей бит. Быйыл бына Еңеү көнөн берәүһе генә ҡаршылай... Төшөргән фотоһүрәттәр былтыр “Үлемһеҙ полк” парадын үткәргәндә ныҡ кәрәк булды. Киләсәктә лә, һис шикһеҙ, алтынға алмаштырғыһыҙ буласаҡ улар.
Әйткәндәй, былтыр тотош Асҡында район хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге етәксеһе Фаяз Минһажевтың башланғысы менән Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан барлыҡ яугирҙәр исемлегенең электрон варианты булдырылған. Унда һәр кем хаҡында аныҡ белешмә алырға мөмкин. Мәғлүмәт һаман да тулыландырыла. Эҙләнеү, тикшеренеү эшенә барлыҡ мәктәп коллективтары йәлеп ителгән. Ҡарткиҫәктәр – иң әүҙемдәрҙең береһе.
* * *
Ҡайтыр юлға сыҡҡанда берәүҙәрҙә өмә барғанына шаһит булдыҡ. Әлфиҙә менән Динар Ғиззәтуллиндар йорт күтәртә икән. Ауыл халҡы шулай бер-береһенә ярҙам итеп, терәк-таяныс булып йәшәй.
Әлеге ғаилә тәүҙә Благовещен районында то­роп ҡараған, оҙаҡламай тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтҡан. Ике балалары бар. Өҫтәүенә баҡыйлыҡҡа күскән туғандарының етем ҡалған ҡыҙын үҙ ҡосағына алғандар. Ғөмүмән, дини тәрбиә элек­тән дә көслө булған Ҡарткиҫәктә сабыйҙарҙы бала­лар йортона тапшырыу ғәҙәте юҡ. Яҡында­рын ситкә типмәй, үҙҙәре ҡарай улар.
...Ҡарт тау башына йәнә күтәрелеп, тирә-йүнгә ҡарап тора, ти. Тормошҡа зарланмай, һуҡ­ран­май, үҙ көсө менән тырышып көн күргән, изге ере­нең ҡәҙерен белгән, ата-бабаһының юлын ла­йыҡ­­­лы дауам иткән, аманатҡа тап төшөрмәгән вариҫта­ры өсөн, һис шикһеҙ, йөҙөндә ғорурлыҡ той­­ғо­­һо балҡыр ине уның.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 115

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 468

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 102

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 912

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 673

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 257

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 580

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 443

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 522

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 346

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 532