Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ...
Бала күңеле – аҡ ҡағыҙ... Һәр әсәгә үҙ балаһы
Түрҙәге түрә кеүек.
Тик ул ғына бар донъяны
Яҡтыға төрә кеүек.


Күренекле башҡорт шағирәһе Рәмзилә Хисаметдинованың шиғырынан ошо өҙөктө уҡығанда Өфө ҡалаһындағы 129-сы балалар баҡсаһы күҙ алдына баҫты. Тәрбиә үҙәгендәге ҡыҙ-малайҙарға һоҡланмау мөмкин түгел: береһенән-береһе отҡор, илгәҙәк һәм телсәр улар.

– Тәрбиәселәр һәр сараны мөмкин тиклем бай йөкмәткеле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторорға күнеккән. Ғөмүмән, кисә булһынмы, осрашыу тиһеңме, төр­ләндереп үткәреү яҡлылар, – тип һөй­ләй балалар баҡса­һы мөдире Татьяна Горбунова. – Кескәй­ҙәрҙең һәр береһенә айырым ҡараш булдырылған. Хәҙер бит улар әҙ хәрә­кәтләнә, компьютерға бәйләп ҡуйған шикелле тик ултыралар. Ниәт – хәрәкәт уйындарын көсәйтеү һәм йышайтыу.
Ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамдарына ла етди әҙерләнгәндәр. “Һәр миҙгелдең үҙ йәме”, “береһе лә икен­сеһен ҡабатламай”, “барыһы ла матур көндәр бүләк итә” тигәнде апайҙары уларҙың күңел­дәре­нә һеңдерергә тырыша.
Тәрбиәсе Рита Степанова төшкө аш һәм йоҡо сәғәте алдынан балаларҙы саф һауа һулап ки­лергә урамға алып сыҡты. Тышта ойош­торолған уйын бүл­мәләгенән һис тә кәм түгел икәнен үҙ күҙ­ҙәребеҙ менән күр­ҙек. Рита Рәшит ҡы­ҙы билдәләүенсә, бала күңеле – аҡ ҡа­ғыҙ, ни сыймаҡла­һаң, шул яҙыла, шуға күрә лә изгелекте уларҙың йөрәктәренә мөмкин тиклем мул һеңдерергә тырышалар. Яҡшылыҡтың яуызлыҡты еңерен, аҡтың ҡараға ҡара­ғанда өҫтөнөрәк булыуын һәм башҡа шундай ыңғай күре­нештәрҙе лә төплө дәлилдәр килтереп, ябай тел менән аңлаталар.
Балалар баҡсаһы иркен урынлашҡас, бында һәр төркөмгә уйындар ойоштороу өсөн уңайлыҡтар етер­лек. 320-нән ашыу бала өсөн, әл­биттә, тәү сиратта яҡ­шы шарттар тыуҙы­рыу мөһим. Етәксе­лек уй-ниәттәрен ошоно күҙ уңында тотоп тормошҡа ашыра ла инде.
Татьяна Владими­ровнаның һүҙҙәренә ҡарағанда, тәрбиә­селәрҙең ата-әсәләр­гә яҡын тороуы, улар менән тығыҙ бәйлә­неш урынлаштырыуы шул тиклем отош­ло. Бында ҡайһы бер саралар фәҡәт өлкәндәрҙең ҡатнаш­лығында үтә, был ысул бер төрлөлөк­тән арындыра икән.
“Акварелька” һүрәт төшөрөү, “Алтын ҡулдар” бәйләү, “Грамотейка” уҡырға өйрәнеү түңәрәктәре, “Тыуған көн” байрамы, аэробика са­быйҙар тарафынан көтөп алына.
Сәғәт телдәре төшкө берҙе күр­һәткәндә малай һәм ҡыҙҙар татлы йоҡоға талды, киләсәккә көс йыйыр өсөн, алдағы көндәрҙә лә шаярып-көлөп рәхәтләнер өсөн...



Автор: Илдар АҠЪЮЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә