Һәр әсәгә үҙ балаһы
Түрҙәге түрә кеүек.
Тик ул ғына бар донъяны
Яҡтыға төрә кеүек.Күренекле башҡорт шағирәһе Рәмзилә Хисаметдинованың шиғырынан ошо өҙөктө уҡығанда Өфө ҡалаһындағы 129-сы балалар баҡсаһы күҙ алдына баҫты. Тәрбиә үҙәгендәге ҡыҙ-малайҙарға һоҡланмау мөмкин түгел: береһенән-береһе отҡор, илгәҙәк һәм телсәр улар.
– Тәрбиәселәр һәр сараны мөмкин тиклем бай йөкмәткеле һәм иҫтә ҡалырлыҡ итеп ойошторорға күнеккән. Ғөмүмән, кисә булһынмы, осрашыу тиһеңме, төрләндереп үткәреү яҡлылар, – тип һөйләй балалар баҡсаһы мөдире Татьяна Горбунова. – Кескәйҙәрҙең һәр береһенә айырым ҡараш булдырылған. Хәҙер бит улар әҙ хәрәкәтләнә, компьютерға бәйләп ҡуйған шикелле тик ултыралар. Ниәт – хәрәкәт уйындарын көсәйтеү һәм йышайтыу.
Ҡышты оҙатыу, яҙҙы ҡаршылау байрамдарына ла етди әҙерләнгәндәр. “Һәр миҙгелдең үҙ йәме”, “береһе лә икенсеһен ҡабатламай”, “барыһы ла матур көндәр бүләк итә” тигәнде апайҙары уларҙың күңелдәренә һеңдерергә тырыша.
Тәрбиәсе Рита Степанова төшкө аш һәм йоҡо сәғәте алдынан балаларҙы саф һауа һулап килергә урамға алып сыҡты. Тышта ойошторолған уйын бүлмәләгенән һис тә кәм түгел икәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. Рита Рәшит ҡыҙы билдәләүенсә, бала күңеле – аҡ ҡағыҙ, ни сыймаҡлаһаң, шул яҙыла, шуға күрә лә изгелекте уларҙың йөрәктәренә мөмкин тиклем мул һеңдерергә тырышалар. Яҡшылыҡтың яуызлыҡты еңерен, аҡтың ҡараға ҡарағанда өҫтөнөрәк булыуын һәм башҡа шундай ыңғай күренештәрҙе лә төплө дәлилдәр килтереп, ябай тел менән аңлаталар.
Балалар баҡсаһы иркен урынлашҡас, бында һәр төркөмгә уйындар ойоштороу өсөн уңайлыҡтар етерлек. 320-нән ашыу бала өсөн, әлбиттә, тәү сиратта яҡшы шарттар тыуҙырыу мөһим. Етәкселек уй-ниәттәрен ошоно күҙ уңында тотоп тормошҡа ашыра ла инде.
Татьяна Владимировнаның һүҙҙәренә ҡарағанда, тәрбиәселәрҙең ата-әсәләргә яҡын тороуы, улар менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыуы шул тиклем отошло. Бында ҡайһы бер саралар фәҡәт өлкәндәрҙең ҡатнашлығында үтә, был ысул бер төрлөлөктән арындыра икән.
“Акварелька” һүрәт төшөрөү, “Алтын ҡулдар” бәйләү, “Грамотейка” уҡырға өйрәнеү түңәрәктәре, “Тыуған көн” байрамы, аэробика сабыйҙар тарафынан көтөп алына.
Сәғәт телдәре төшкө берҙе күрһәткәндә малай һәм ҡыҙҙар татлы йоҡоға талды, киләсәккә көс йыйыр өсөн, алдағы көндәрҙә лә шаярып-көлөп рәхәтләнер өсөн...