Белешмә: Вадим Йомабаев Учалы районының Уральск ҡасабаһында тыуған. Һөнәре буйынса – тарихсы, БДУ-ны тамамлаған. Башҡорт мәҙәниәтенә ҡағылышлы үҙенсәлекле идеялар менән яна. Бынан ике йыл элек Интернеттағы социаль селтәрҙәрҙә Рәми Ғариповтың шиғырҙарын уҡыу конкурсы проекты авторҙарының береһе булды. Аргентинаның Ушуайя ҡалаһы планетаның иң көньяҡ нөктәһе булараҡ танылыу алған. Уның атамаһы “ер сиге” тип тәржемә ителә. Туристар бында ерҙең ахырын күрергә генә түгел, Утлы Ер архипелагынан Бигл боғаҙы аша мәңгелек боҙлоҡтарға экскурсияға, оҙайлы аквакруизға, шулай уҡ Антарктидаға суднола сәфәргә сығыр өсөн дә килә. Ушуайянан Көньяҡ ҡотопҡа — ни бары 900 километр.
Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡунаҡтарҙы арбаймы? Миллионлы Өфө сит ил вәкилдәренең, туристарҙың һәм башҡаларҙың күңеленә нимәһе менән яҡын? Ошоларҙы асыҡлар өсөн урамға ашыҡтыҡ – тәү осраған кешеләрҙең фекерҙәрен белештек. “Һеҙгә Өфө нимәһе менән оҡшай?”, “Ҡалала тағы ла нимәне күрергә теләр инегеҙ?”, “Ҡымыҙ тураһында беләһегеҙме?” тигән һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек. Һөҙөмтәлә 15 респонденттың ни бары икәүһе генә “Өфөлә ҡымыҙ тәмләп ҡарар инем” тип яуап бирҙе. Ысынлап та, ни өсөн йәйгеһен ҡала урамдарында туристарға һәм юлаусыларға ҡымыҙ тәҡдим ителмәй? Сит ил кешеләренең хәтеренә Өфө нимәһе менән уйыла һуң? Ҡунаҡтарға тәҡдим ителгән милли ризыҡтар һәм эсемлектәр араһында ҡымыҙ бармы? Бәлки, башҡорт милли эсемлеген кибет кәштәләрендә табып булыр тигән ниәттә кеше иң күп йөрөгән супермаркет, кафе һәм ашханаларҙы ҡыҙырҙыҡ. “Йәрминкә” супермаркетында – Бәләбәй районынан фермер Шипицындың ҡымыҙы, “Магнит”та “Дизар” фирмаһының “ҡымыҙ” тип аталған, әммә һыйыр һөтөн әсетеп яһалған эсемлеге, “Байрам”да шул уҡ “Дизар” фирмаһының тауары һәм 119-сы йылҡысылыҡ заводы етештергән ҡымыҙ һатылыуы асыҡланды. Шулай уҡ ике генә урында – “Нарыҫтау” һәм “Respublika” ресторандарында – ҡымыҙ бар.
Тиҙҙән республикала ҡымыҙ миҙгеле башлана. Өфөләге стационар булмаған сауҙа нөктәләрендә ҡымыҙ һатыуға сығарылырмы? Был өлкәлә бер аҙ тәжрибә туплаған Вадим ЙОМАБАЕВ менән әңгәмәләшәбеҙ. – Уҙған йәй Өфөлә, “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы ҡаршыһында, “Ағиҙел” дәүләт унитар предприятиеһының сауҙа нөктәһен ҡуртымға алып, ҡымыҙ һаттым, – тип башланы һүҙен Вадим Радик улы. – Ҡайһы берәүҙәр, бейәне һауып буламы ни, тип шаҡ ҡатырҙы. Сит ил ҡунаҡтарының ғына түгел, үҙебеҙҙең халыҡтың да ҡымыҙ тураһында бик аҙ белгәнлегенә хайран ҡалдым, аптыраным, хафаға төштөм. “Ни өсөн Өфөлә ҡымыҙ күпләп һатылмай?” тигән һорау борсой башланы. Бер ҙә иренеп торманым, ҡыҙыҡһыныусыларға бейәне һауырға була, һөтөн бешкәс, ҡымыҙ барлыҡҡа килә, ул шифалы һәм сихәтле ризыҡ тип һөйләнем. Бигерәк тә саммиттарҙан һуң Һиндостан, Ҡытай һәм башҡа илдәрҙән ҡунаҡтар килде. “Өфө” футбол клубының матчтары ваҡытында Һамар, Санкт-Петербург, Мәскәү көйәрмәндәре ҡымыҙ менән ныҡ ҡыҙыҡһынды. Кемдер эсеп ҡараны, икенселәр шикләнде, әммә барыһы ла һоҡланыуын белдерҙе. Ипподромдағы сабыштарҙа ғына күрергә күнеккәндәр йылҡыны, ә һөтөнән яһалған батырҙар эсемлеге ҡымыҙ күптәр өсөн ҙур асыш булды. Өфөнө Ер йөҙөндәге башҡа ҡалаларҙан айырып торған үҙенсәлектәрҙең береһе ҡымыҙ икәнлегенә төшөндөм.
– Ҡалала ҡымыҙ һатыу уйы ҡайҙан килде һәм теләгән һәр кем уны Өфө урамында ойоштора аламы?
– Ауыл балаһымын. Ниәтем – баш ҡала халҡын сифатлы, нәҡ башҡорт ауылдарында етештерелгән ысын ҡымыҙ менән һыйлау. Магазиндарҙа һыуһынды ҡандыра торған төрлө эсемлектәр һатыла: кока-кола, фанта, айран, буҙа, яһалма татлы сәйҙәр... Улар араһында Өфөгә яҡын урынлашҡан йылҡысылыҡ заводы етештергән ҡымыҙ ҙа бар. Ә бына Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ райондарында бешелгән иң тәмле һәм шифалы ҡымыҙ магазин кәштәләрендә юҡ. Шуға ла “Байрамғол” агрофирмаһының ҡымыҙын һаттым. Йылҡы аҫрап, бейә һауған һәр кем Өфө урамында йәрминкәләрҙән тыш ҡымыҙ һата алмай. Бының өсөн ҡала хакимиәтенә стационар булмаған сауҙа нөктәһен асыу тураһында ғариза яҙырға, конкурс процедураһы һәм тағы әллә күпме ҡаршылыҡтар аша үтергә кәрәк. Мин шуларҙы йырып сыға алмағас, еңел юл һайланым. “Ағиҙел” унитар предприятиеһы менән килешеү төҙөнөм.
– Өфө халҡын сифатлы ҡымыҙ менән тәьмин итә алдығыҙмы? Тағы ла нисә урында сауҙа ойошторҙоғоҙ?
– Ҡымыҙ – һыуһын ҡандырыуҙан тыш, ашҡаҙан-эсәк, бауыр, бөйөр, үпкә ауырыуҙарынан дауалай торған шифалы эсемлек. Шуға күрә лә сәләмәтлеген ҡайғыртҡан кешеләр, дөрөҫ туҡланыу юлын һайлағандар уны теләп һатып ала. Үкенескә ҡаршы, пенсионерҙар һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр өсөн ҡымыҙ ҡиммәткә төшә. Улар, ғәҙәттә, тәмләп ҡарар өсөн генә ала. Ә бына ҡыш буйына тәне — ҡояш йылыһына, йәне ялға талсыҡҡан балаһына ата-әсәһе көн дә ҡымыҙ эсерһә, бик яҡшы булыр ине. Өфөлә минән тыш тағы ике урында — “Баҙар №1” сауҙа комплексында һәм Үҙәк баҙарҙың фреш-маркетында Әбйәлил ҡымыҙы һатылды. Миллионлы ҡала өсөн был бик аҙ. Милли эсемлекте күпләп етештергән Көньяҡ Урал халҡы әҙер продукцияны ҡайҙа ҡуйырға белмәй. Шуға күрә сентябрь урталарында уҡ һауынды туҡтаталар.
– Ҡымыҙҙы киң танытыу өсөн нимә етмәй?
– Миңә байтаҡ ҡына илдәрҙә сәфәрҙә йөрөргә тура килде. Мәҫәлән, Францияның кескәй генә провинцияһының бәләкәй генә бер ауылында ерле халыҡ сырҙың ниндәйҙер төрөн етештерә икән, француздар шуны ҙур ҡаҙаныш итеп күрһәтә белә. Сырға арналған фестивалдәр, конкурстар уҙғаралар. Байрамдарҙа сыр менән оло ҡунаҡтарҙы һыйлайҙар, туристарға ул ниндәй генә ҡаптарға һалып тәҡдим ителмәй!
Йә булмаһа, Канаданың дәүләт символы булған флагтағы саған япрағын был илдә нисек кенә маҡтамайҙар, күтәрмәйҙәр, һөйләмәйҙәр. Саған япрағы менән сағыштырғанда, Ер йөҙөндә иң тәмле балды биргән йүкә сәскәһен маҡтаһаҡ, Өфөбөҙҙөң даны әллә ҡайҙарға таралыр ине. Баш ҡалабыҙҙа йүкә сәскә атҡанда һәр маршрут автобусы шоферы Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми һүҙҙәренә яҙылған “Өфө йүкәләре”н йырлатып йөрөһә, бына был да ҡалабыҙҙы башҡалар араһында танытыу буласаҡ. Юғиһә хәҙер бит йәмәғәт транспортында үҙеңде йә Үзбәкстанда, йә Тажикстанда китеп барам икән тип тә хис итеүең мөмкин. Сөнки кемдең арбаһына ултырғанһың, шуның йырын тыңлайһың.
Беҙгә милли мәҙәниәтебеҙҙе лайыҡлы итеп күрһәтә һәм яҡлай белергә ваҡыт. Бер йәй хатта аҡса ла ҡыҙыҡһындырманы. “Баш ҡалала ҡымыҙға ихтыяж бармы?”, “Халыҡ был милли эсемлекте беләме, ҡулланамы?” тигән һорауҙар борсоно. Иң мөһиме – ҡымыҙ аша, ҡымыҙ менән башҡорттоң мәҙәниәтен танытыу мәсьәләһе тора ине алда. Өфө Һамарҙан йә иһә Новосибирскиҙан нимәһе менән айырыла, уның үҙ йөҙө бармы? Әлбиттә, уның тарихы бик бай, туристарға күрһәтерҙәй иҫтәлекле урындары күп, музейҙарында уникаль экспонаттар һаҡлана. Әммә таныш булмаған ҡалаға килгән кеше уны урамдары, кешеләре, ниндәйҙер күренештәр аша таный һәм иҫендә ҡалдыра. Ни өсөн ҡалала мөйөш һайын кеүәҫ, туңдырма һатыла, ә ҡымыҙға урын юҡ?! Әллә ҡымыҙ һатырға теләүсе эшҡыуарҙар бөткәнме?! Мин ошо һорауҙарға яуап ала алманым һаман да. Башҡорт ҡымыҙы, башҡорт ҡурайы, башҡорт аты тип күпме генә әңгәмәләр ҡормайыҡ, беҙ уларҙы әле милли бренд кимәленә күтәрмәгәнбеҙ. Үҙебеҙгә был юҫыҡта күп эшләргә кәрәк.
– Нимә тәҡдим итерһегеҙ?
– Республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов кәңәшмәләрҙә, интервьюларында бер нисә тапҡыр ҡымыҙ буйынса кластерҙар булдырыу тураһында әйтте. Был эште эшҡыуарҙар һәм эре фермерҙар ғына тормошҡа ашыра ала тип уйлайым. Сөнки власть указдар, ҡарарҙар, күрһәтмәләр ҡабул итеп, халыҡҡа эшләү өсөн юлдар аса, эштәрҙе көйләй. Ҡайҙалыр субсидиялар, гранттар вәғәҙә итә. Хөкүмәт ҡарарҙарын халыҡ, шул уҡ башҡорт аты, башҡорт ҡымыҙы тип янып йөрөгән кешеләр күтәреп алырға тейеш.
Ҡымыҙҙы популярлаштырыу юлдары тураһында Хөкүмәт эшҡыуарҙарға әҙер әсбап баҫтырһынмы ни? Юлдарын һәр кем үҙе эҙләһен, әлбиттә. Бәлки, фермерҙарҙың һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың үҙ тауарын һатыу тәжрибәһе һәм менеджмент буйынса белеме лә етмәйҙер. Уларға ярҙам итергә кәрәк. Кемдер етештерә, икенселәр һата. Ҡымыҙ етештереү киң ҡолас йәйһен ине. Башҡорт атының үҙенсәлектәрен һаҡлау маҡсатында былай эшләү дөрөҫтөр ҙә, әммә бейәләрҙе һауыу, ҡымыҙ бешеүҙе автоматлаштырыу, әҙер ҡымыҙҙы шешәләргә ҡойоу һәм ябыу кеүек эштәр ҙә заманса ҡоролмалар талап итә. Шул уҡ бейәне һауа торған ике имсәкле һауын аппараттарының иң яҡшылары сит илдәрҙә генә етештерелә. Ике аппараттан торған һөт һауыу цехын ҡороуҙы, дәүләт субсидияламаһа, эшҡыуар ғына күтәрерлек түгел. Республика Башлығы тәҡдим иткәнсә ҡымыҙ буйынса кластерҙар булдырыу эше саҡ башланып ҡына тора, шул иҫәптән мин дә яңы ғына тотондом…
– Быйыл Өфөлә ҡымыҙ һатыуҙы ойошторасаҡһығыҙмы?
– Үҙәк урамдарҙың береһендә “Байрамғол” ҡымыҙын һатыуҙы ойошторорға уйлайым. Әле ҡала хакимиәте менән һөйләшеүҙәр дауам итә. Ғөмүмән, милли ризыҡтарҙы популярлаштырыуҙы Төркмәнстан Республикаһы үрнәгендә эшләргә кәрәктер тим. Унда һаулыҡты нығытыу һәм туризмды үҫтереү маҡсатында ойошторолған этнокруиздар бар. Йәғни тауҙарҙа урынлашҡан ҡышлаҡтарҙа ике-өс аҙна ял итәһең. Унда ҡымыҙ ҙа, һыбай сәйәхәт итеү ҙә – барыһы ла ҡаралған. Беҙҙә лә бындай эш урта хәлле эшҡыуарҙарҙың ҡулынан килә. Хөкүмәттән гранттар көтөп ултырырға түгел инде. Әлеге лә баяғы һүҙемде ҡабатлайым: хәҙерге юғары технологиялар заманында милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләһен үҙебеҙ ҡайғыртырға тейеш.
– Вадим Радик улы, ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Өфө ҡалаһы хакимиәтенең рәсми мәғлүмәттәре буйынса, быйыл йәй Киров районында барлығы 170-кә яҡын стационар булмаған сауҙа нөктәһе эшләйәсәк. Шуларҙың 25-ендә — кеүәҫ, ҡалғандарында туңдырма һәм башҡа ризыҡтар һатыласаҡ һәм башҡа хеҙмәттәр күрһәтеләсәк. Баш ҡала буйынса был һандарға килгәндә, Өфөлә барлығы 157 стационар булмаған сауҙа нөктәһенә кеүәҫ мискәләре ҡуйыласаҡ. Эшҡыуарҙарҙан бер кем дә ҡала хакимиәтенә стационар булмаған сауҙа нөктәһендә башҡорттоң милли эсемлеге ҡымыҙҙы һатырға теләген белдереп ғариза яҙмаған. “Роспотребнадзор” талаптары буйынса ҡымыҙҙы стационар булмаған нөктәләрҙә стакандарға ҡойоп һатыу рөхсәт ителмәй, ул йә пластик, йә быяла шешәләрҙә генә булырға тейеш.
Халҡы миллиондан ашҡан ҡалала ҡымыҙ ниңә шул тиклем аҙ миҡдарҙа һатыуға сығарыла? Тәбиғи ҡымыҙҙың ҡулланыу ваҡыты – биш тәүлек һәм ул һыуытҡыста ғына һаҡланырға тейеш. Супермаркеттарҙағы “ҡымыҙ” тип аталған шикле эсемлектәр кәштәләрҙә икешәр аҙнанан артыҡ ята. Әлбиттә, шул ваҡыт эсендә әсегән һәм ҡорғаҡһыған ҡымыҙҙы эскән, ысын ҡымыҙ тәмен белмәгән кешеләрҙә был продукт тураһында насар фекер тыуа. Аҡ ҡылғанлы даланың аҡ ҡымыҙы даны намыҫһыҙ алыпһатарҙар арҡаһында төшмәһен ине. Тәбиғи башҡорт ҡымыҙы оло байрамдарҙа дәрәжәле ҡунаҡтарға сәскәле күнәсектәрҙә һонолған экзотик эсемлек кенә булып ҡалмаһын, ә күпселек халыҡ һатып алырлыҡ, йәйге осорҙа сихәт өсөн эсерлек ризыҡҡа әйләнһен. Өфөбөҙ – Ушуайя ҡалаһы кеүек, Ер сиге булмаһа ла, ошонда йәшәгән һәр кеше өсөн Ер кендеге. Өфөбөҙҙө милли ризыҡтарыбыҙҙың береһе ҡымыҙ аша таныһын ине ҡунаҡтар.
Рәшиҙә ИШЕМБӘТОВА әңгәмәләште.