Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҙмыштан табып уҙмышты...
Яҙмыштан табып уҙмышты... Тарихҡа ингән I Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын әҙерләүҙең һәм үткәреүҙең бар ҡатмарлыҡтарын, сетерекле мәлдәрен яҙып тормайым. Уның халыҡ-ара дәрәжәһен, статусын тәьмин итеүҙең ни тиклем яуаплы ла, ауыр ҙа булғанын минең менән
I Ҡоролтайҙы әҙерләүҙә ең һыҙғанып эшләгән Данир Үзбәков, Рәшиҙә Солтанова, Кинйә Күскилдин, Динар Хәлилов кеүек уҙамандар яҡшы хәтерләйҙер. Беҙгә сит илдәрҙә йәшәгән яҡташтарыбыҙҙы төрлө юлдар менән (Сит ил эштәре министрлығы, Рәсәйҙәге һәм сит илдәрҙәге илселектәр аша, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты, киң мәғлүмәт саралары ярҙамында) эҙләп табыуҙы, оло сараға килеүҙәрен тәьмин итеүҙе ойоштороу иң ҡатмарлыһы булғандыр.


Ҡоролтайҙың халыҡ-ара абруйын күтәреү өсөн, йәнә федераль властарға уның әһәмиәтен, дәрәжәһен күрһәтеү өсөн дә ҡунаҡтарҙың сит тарафтарҙан мөмкин тиклем күберәк булыуы мөһим ине.
Ысынлап та, алыҫ ҡитғаларҙан саҡы­рылғандар Ҡоролтай сараларында ҙур әүҙемлек күрһәтеп, уның мәртәбәһен бер­мә-бер күтәрҙе. Шуға ла улар йәмәғәтсе­лектең, киң мәғлүмәт сараларының даими иғтибар үҙәгендә булды.
Иң мөһиме, улар артабан да Баш­ҡортостан менән бәйләнештәрен өҙмәне, бындағы хәл-ваҡиғалар менән ҡыҙыҡ­һынып торҙо. Хатта бында үҙҙәренең ҡыҙыҡлы проекттарын тормошҡа ашырыу­сылар ҙа булды. Ғаиләләре менән ҡунаҡҡа ҡайтыусылар ҙа йышайҙы.
Шундайҙарҙың береһе Америка ҡунағы Орҡыя Сафа ине. Миңә уның үҙе һәм ғаиләһе менән II Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан һуң (2002 й.) яҡындан аралашыу насип булды. Орҡыя ханым икенсегә Ҡоролтай ҡунағы булараҡ килһә, уның иптәше Даян Сафа Ҡазан аша килеп төштө. Минең ул ваҡытта Өфө ҡала хакимиәтендә эшләгән сағым, американдар менән осрашып танышыу ҙа шунда эш кабинетында булды. Ҡунаҡтарҙы миңә “Доплайн” туристик агентлығынан Гөлниса Шамил ҡыҙы Аҡбашева алып килде. Араларында билдәле йырсы Айҙар Ғәлимов та бар ине. Баҡһаң, Айҙар улар менән Америкала гастролдә саҡта уҡ танышҡан.
Байтаҡ ҡына һөйләшеп, танышып алғас, Орҡыяның иптәше Даян Сафа үҙенең ҡатынына күрһәтеп: “Бына ул, сеп-сей татар, башҡорт ҡоролтайында йөрөй, ә мин, сеп-сей башҡорт, татар конгресында йөрөп ятам”, – тип көтөлмәгән хәбәр һалып, беҙҙе аптырашта ҡалдырҙы. Аҙаҡ асыҡ­ланыуынса, Орҡыя ханымдың ҡар­та­тайҙары – Ҡариҙел районынан, ә ҡартәсәһе Татарстандыҡы булып сыҡты.
Артабан әңгәмә барышында Даян Сафа бер төркөм башҡорттарҙың, үҙҙәренең ғаиләһенең, туғандарының Граждандар һуғышынан һуң Японияла, Кореяла йәшә­гәндәре, аҙаҡ Төркиәгә күскәндәре, улар араһында Хәйбулла башҡорто ла булғаны хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп алды.
Осрашыу ваҡытының сикләнгән булыуы сәбәпле, Даян Сафа менән Хәйбулла баш­ҡортоноң яҙмышы, уның үҙенең башҡорт­лоғо хаҡында ентекле һөйләшеп булманы. Иҫтәлеккә фотоға төшөп, артабан хәбәр­ләшеп торорбоҙ, тип хушлаштыҡ.
Американан тәүге хат 2002 йылдың декабрь аҙағында яҙылып, 2003 йылдың ғи­н­уарында килеп төштө. Хат аңлайышлы татарса-төрөксә яҙылған, еңел уҡыла. Хаттан Орҡыя менән Даян Сафаларҙың Бурлингейм ҡалаһында йәшәгәндәрен, Әдилә менән Кемал исемле еткән ҡыҙ һәм улдары барлығын, унда байтаҡ ҡына башҡорт, татар­ҙар төйәкләнгәнен белдек. Даян Са­фаның дин әһеле икәнлеге хаҡында түбән­дәге юлдар бар: “Рамаҙан айында Даян һәр кис тәрауих намаҙын бик матур итеп алып барҙы. Көндәр ҡыҫҡа булғас, ураҙалар ҙа еңел булды, Ал­лаға шөкөр. Байрам матур үтте. Иртән на­маҙға йыйылдыҡ. Намаҙҙан һуң бөтә ғаи­лә­беҙ бергә ултырҙыҡ. Кис мәхәллә йор­то­боҙҙа барыбыҙ бергә мәжлес ҡылдыҡ. Һәр ғаилә төрлө аштар кил­терҙе… Мәхәл­ләбеҙҙә Башҡортостан һәм башҡорт милли бейеү­ҙәре тураһында бер сәғәтләп видео күр­һәт­тек. Барыһы ла бик оҡшатты. Шулай итеп, аҙ-аҙлап “культурный” эштәрҙе алып барабыҙ”. Хат менән ғаилә фотоһы ла килгән.
Ҡатмарлы эш, донъя мәшәҡәттәре арҡа­һында ошо хаттан һуң беҙҙең башҡа бәй­ләнеш булмай торҙо. Тик уйламағанда, те­ге осрашыуҙан һуң һигеҙ йыл үткәс (2010 йылда), мин Әхәт Сәлиховтың “Онотолған тарих биттәре” (2003 й.) китабында теге ваҡыт Даян Сафа телгә алған Хәйбулла башҡортона бәйле ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәргә юлыҡтым. Баҫманың “Башҡорт эмигранттары” бүлегендә (71-се бит) түбәндәге юлдарҙы уҡыйым: “1994 йылда “Заман-Башҡортостан” гәзитендә Өфөлә йәшәүсе Маһинур Вахитованың (Маһинур Абдулла ҡыҙы Вахитова атаҡлы педагогтар динас­тияһынан, үкенескә ҡаршы, уҙған йыл донъя ҡуйҙы, йәне йәннәттә булһын. – М. М.) мәҡәләһе баҫылғайны. Ул унда атаһының бер туған ағаһы Усман Шаһи­вәли улы Байғужинды эҙләүе тураһында хәбәр итә.
Усман Байғужин 1897 йылда Һабыр улы­сы­ның (хәҙерге Хәйбулла районының) Юл­барыҫ ауылында тыуған. Революция йылдарында хәрби хеҙмәткә алынған һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Иҫәнлеген белдереп, Ҡы­тайҙан, Япониянан, Төркиәнән хаттар яҙ­ған. Сит илдә өйләнеп, Рәүилә, Сафия, Фәү­зиә исемле өс ҡыҙ тәрбиәләгән. 1969 йылда туғандарын Төркиәгә саҡырған. Әммә ул замандарҙа был хаҡта уйлау ҙа мөмкин түгел ине. 1970 йылда туғандары яҙған яуап адресатына барып етмәй кире әйләнеп ҡайтҡан. Шулай итеп, уларҙың бәйләнештәре өҙөлгән”.
Ә. Сәлиховтың китабында Усман Бай­ғужиндың XX быуаттың 30-сы йылдарында Японияла төшкән бер фоторәсеме, “Иж­тимағи тарих” журналында баҫылғаны хаҡында бер мәғлүмәт иғтибарға лайыҡ, сөнки беҙҙең ҡулда ла Японияла төшөрөлгән бер фотоның күсермәһе бар. Уның хаҡында һүҙ алда ентеклерәк булыр.
“Онотолған тарих биттәре”нә тағы бер күҙ һалайыҡ. “1980 йылда Истанбулда сыҡҡан “Ҡазан” журналының 23-сө һанында Усман Байғужа хаҡында бер хәбәр донъя күрә: “Танылған эшҡыуарыбыҙ Усман Байғужа 1978 йылдың октябрендә Истанбулда вафат булды. Кореяла, Японияла һәм Төркиәлә сауҙа менән мәшғүл булған Усман бейҙең өс ҡыҙы бар. Өлкән ҡыҙы Рәүилә ханым, атаһы ауырып киткәс, Американан ҡайтты һәм атаһының һуңғы көндәренә тиклем янында булды. Яҡташ­тарыбыҙҙың социаль эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан һәм ярҙам иткән Усман Бай­ғужаның вафаты – оло бер юғалтыу. Ҡыҙҙарының һәм туғандарының оло ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Мәрхүмдең рухы шат булһын”. (72-се бит).
Әхәт Сәлиховтың ошо мәҡәләһе “Йәшлек” гәзитенең 1998 йылдағы 21 июль һанында тулыһынса донъя күргән.
Әлеге мәғлүмәттәр миндә әллә күпме һорау тыуҙырҙы. Уларға яуапты Амери­калағы башҡорттан ғына алырмын тип 2010 йылдың декабрендә АҠШ-тағы таныштарыма хат яҙҙым. Хатымда мин Ә. Сә­ли­ховтың китабында Хәйбулла башҡорто хаҡында байтаҡ мәғлүмәт тапҡанымды телгә алдым һәм аҙағында үҙемдең бер нисә һорауымды ла теркәнем. Бына улар: “Усман бабаның оло ҡыҙы Рәүилә Даян әфәндегә кем була? Усман бабаның тағы ике ҡыҙы булған. Улар ҡайҙа хәҙер?”
2011 йыл, 26 ғинуар. Эш телефонына “Доп­лайн” турагентлығынан Гөлниса Аҡба­шева шылтырата: “Онотоп та бөткәнһегеҙҙер инде, Миҙхәт Әхмәтхан улы”, – ти. Уның менән нисек танышҡанымды үрҙә телгә алғайным инде. Гөлниса Шамил ҡыҙы Америка ҡунаҡтарын 2002 йылда оҙатып кил­гәйне. Был юлы ла ул ҡыуаныслы хәбәр һөйөнсөләй: Даян әфәнделәр хатымды алған, әммә минең менән бәйләнешкә сыға алмайҙар икән, сөнки теге хатымда адресымды ла, телефонымды ла яҙырға онот­ҡанмын. Гөлниса мине тағы бер яңылыҡ менән ҡыуандырҙы: Орҡыя ханым ҡыҙы Әдилә менән 16 февралдә Өфөгә килергә йыйына икән. Килеүҙәренең төп сәбәбе 16–18 февралдәге Айҙар Ғәлимовтың ижад кисәһелер тип уйлағайным, ысынлап та шулай булып сыҡты. Айҙарҙың өс көн барған концерттарының береһен дә ҡалдыр­манылар. Ә минең бөтә уйым – Усман Байғужаға бәйле мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт алып ҡалыу.
Ҡайһы ваҡыт уйламағанда килеп сыға бит ул көтөлмәгән осрашыуҙар.
Шул көндәрҙә Ә. Вәлиди Туғандың тыуы­уына 120 йыл тулыуға бәйле Төркиәнән ҙур ғына делегация килеүен көтәләр ине. Ә мин Әхәт Сәлихов та ҡайтыр, бәлки, тип өмөт­ләнәм. Өмөтөм бушҡа булманы. Әхәт тә ҡайтты, Америка ҡунаҡтары ла килеп төштө.
16 февралдә тағы минең эш кабинетында булды күптән көтөп алған осрашыу. Хәйбул­ла башҡорто хаҡындағы мәғлүмәттәрҙе тәү башлап матбуғатҡа сығарған Әхәт Сәли­ховтың — Төркиәнән, яҡташыбыҙҙың, уның туғандарының, балаларының яҙмышын белгән Даян Сафа ғаиләһенең Американан килеп төшөүе ғәйәт әһәмиәтле ваҡиға булды. Осрашыу бөтәбеҙ өсөн дә мөһим ине, сөнки Әхәт башҡорт эмигранттарына бәйле мәғлүмәттәрҙе туплауын, өйрәнеүен дауам итә, ә Даян Сафа ғаиләһенә Әхәт Сәли­хов­тағы мәғлүмәттәр ҡыҙыҡлы ине. Минең өсөн баштан уҡ Даян Сафаның Усман Байғужаға яҡынлығын, туғанлығын асыҡлау мөһим ине.
Осрашыу бик тә йылы, мәғәнәле һәм фәһемле булды. Бигерәк тә Орҡыя ханым алып килгән фотолар ҡыуандырҙы. 1930 йыл­дарҙа Японияла һәм Кореяла төшө­рөлгән ул рәсемдәр минең байтаҡ һора­уымды асыҡларға ярҙам итте.
Американан килгән фотолар хаҡында. Яҙыуҙарынан күренеүенсә, икеһе лә 1935 йылда Алыҫ Көнсығышта төшөрөлгән. Ғаилә фотоһы Кореяның Пусан ҡалаһында эш­ләнгән. Һүрәттең артында һәр кемдең исем-шәрифе асыҡ теркәлгән. Орҡыя ханымдың әйтеүенсә, уның ире Даян ағайҙың атаһы Ғайнан Сафа менән Усман Байғужа бажалар булып сыҡты. Уларҙың ҡатындары Әсмә менән Хәҙисә – апалы-һеңлеле бер туғандар. Әсмәнең (һүрәттә — артҡы рәттә һулдан беренсе) ҡулындағы сабый – ул беҙгә таныш Даян Сафа әфәнде. Даян Сафаға хәҙер 81-се йәш.
Ә Усман Байғужаның (артҡы рәттә уңдан өсөнсө) ҡулындағы ҡыҙ бала – Рәүилә, Хәҙисәнең (алғы рәттә уңдан беренсе) ҡулындағы сабый Байғужаларҙың икенсе ҡыҙы Фәүзиә булыр.
Фотола алғы рәттә уртала ултырған ир менән ҡатын – улар Ғайнан Сафа (артҡы рәттә һулдан өсөнсө) һәм Усман Байғужаның ҡайныһы менән ҡәйнәһе. Исемдәре – Латифа һәм Усман, сығыштары менән Пенза мишәр­ҙәре. Даян Сафаның һүҙҙәренә ҡарағанда, уның атаһы сығышы менән хәҙерге Свердловск өлкәһенең Ләнке тигән башҡорт ауылынан, унда хәҙер атаһының һеңлеләренең балалары йәшәй, улар менән Даян аралашып тора, ҡунаҡҡа ла ҡайтҡылаған.
1940 йылдар аҙағында Усман Байғужалар Төркиәгә күскәндә Ғәйнан Сафалар ни сәбәптәндер Японияла тороп ҡала. Ул 1984 йылда 85 йәшендә донъя ҡуя, һуңғы төйәге лә шунда. Даян әфәнденең Японияла тағы өс туғаны донъяға килә. Бөгөн ҡустылары Рамаҙан менән Ихсан Японияла йәшәй, ә Шәмсенур һеңлеһе Америкала, Нью-Йоркта, көн күрә. Туғандар бик татыу, бер-береһе менән аралашып, ҡунаҡҡа йөрөшөп, матур йәшәйҙәр.
Ә бына Усман бабайҙың ҡыҙҙарының бөгөнгө көнитмеше ҡатмарлыраҡ, күрәһең. Рәүилә апай тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алып булманы әлегә. Уның иҫән-һау икән­леге билдәле. Һиҙемләүемсә, Даян ағайҙар уның менән аралашмағанға оҡшай. Ә Суфыя апайҙың хәле ауыр ғына, тинеләр. Аяҡтары ауырта, үҙаллы йөрөй алмай, кеше ярҙамына мохтаж икән.
Шулай уҡ ентекле мәғлүмәт алырға форсат булманы. Фәүзиәләренең вафаты хаҡында үрҙә телгә алғайныҡ инде.
Икенсе фотоның артында иҫкесә яҙыу бар. Уны ғәрәп графикаһынан билдәле ға­лим, философия фәндәре докторы Илшат Рәшит улы Насиров күсерҙе. Фотоға биргән аңлатмалары иғтибарға лайыҡ: “Эта фотография Мухаммада Габделхая Курбангалиева, видного участника башкирского национального движения 1917–1921 гг. и его соратников. Фотография сделана 06 апреля 1935 г. перед встречей императора Манчьжой-го (Пу И), последнего китайского императора, в годы японской оккупации Северо-Востока Китая – императора государства Манчьжой-го. Снимок сделан перед домом М. Курбангалиева. Среди встречающих – Усман Байгужин (уңдан беренсе), солдат валидовской армии, выходец из Усерганского кантона (современного Хайбуллинского района), из деревни Юлбарсово, эмигрировал в Турцию, по некоторым данным вел небольшое собственное дело и спонсировал местное башкирское общество эмигрантов. Его родственники в Хайбуллинском районе – Вахитовы”.
Ҡатмарлы яҙмышлы шәхес Ғәбделхәй Ҡорбанғәлиев тураһында тулыраҡ мәғлүмәт­те “Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энцикло­пе­дия”ның 1996 йылғы урыҫ баҫмаһынан (358-се бит), Ә. Вәлиди Туғандың “Хәтирәләр”енән дә (240–241-се биттәр) алырға мөмкин.
Икенсе рәсемдәге 16 кешенең ни бары өсөһөнөң тормош һуҡмаҡтары бер ни тиклем асыҡланды, ә ҡалғандарының яҙмыштары билдәһеҙ әлегә. Дәһшәтле тарихи ваҡиғалар шаһиттары ҡайһы ярҙарҙа тапҡандыр һуңғы төйәктәрен? Бәлки, улар ҙа, Усман Байғужа, Ғайнан Сафа кеүек, яҙмыштың әсе һурпаһын татый-татый, кешелек сифаттарын юғалт­май, өмөт-хыялдарынан ваз кисмәй, ғаилә ҡороп, балалар үҫтереп йәшәгәндер сит-ят тарафтарҙа.
Башҡорт эмигранттарының драматик яҙмышы тарихсылар, яҙыусылар, кинематографтар, журналистар, телевидение хеҙмәткәрҙәре өсөн иҫ киткес бай материал: өйрәнәһе лә өйрәнәһе, асаһы ла асаһы.





Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 146

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 495

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 234

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 938

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 710

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 382

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 703

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 974

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 460

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 534

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 362

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 541