Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ал-ял белмәй эшләмә, баш менән эшлә!
* * *

“Өфө йүкәләре” йырын ишеттем дә күҙҙәремдән йәш атылып сыҡты... Ҡайҙа йүкәләр? Ҡайҙа Назар ағай?.. Ҡайҙа Өфө урам­дарының бал еҫтәре аңҡытып ултырған саҡтары?
Йәшлектең ошо күренештән алҡынған мәлдәре...

* * *

Ейәндәребеҙ күмер эҫеһендә бешкән көлсәләрҙе ярата. Шаш­лыҡ мейесендә бешерәм. Уттан төшә тора, ялт итеп ҡулдарға күсә тора. Заман балалары булһа ла, ейәндәрем дә милли аш-һыуға тартыла... Башҡортлоҡ шуның кеүек ваҡ-төйәк күренгән ғәмәлдәрҙән башланалыр ул.

* * *

Япондарҙа, баҡһаң, ошондай инаныс бар – йыйылған сакура сейәһен бер биҙрә ашағансы, ҡул теймәгән тәлгәштән бишәүҙе ашау етә!
* * *

Бөгөн “День тещи” тигән байрам, имеш... Теща бик ҡурҡыныс зат икән ул. Башҡортта иһә ҡәйнә:
– Кейәү ҙә кейәү тиә-тиә, тер­һә­гем ергә тейә, – тип әйткән, ти.
* * *

Мысырҙа кәләште мыҡты кәүҙәле, тештәре ныҡ булған ҡыҙҙар араһынан буласаҡ ҡәйнә үҙе һайлап ала. Элек дөйөм мунсаларҙа күҙләһәләр, хәҙер төрлө фитнес-клубтарҙа, спорт майҙансыҡтарында эҙләйҙәр икән. Ҡыҙҙың аяҡ-ҡулы йыуан булырға, ә тештәре ҡаты сәт­ләүекте яра алырға тейеш.

* * *
Төҙөк донъя ҡалдырманылар тип зарланаһыңмы? Тот та үҙең төҙөкләндер...
Ыратып булмаймы? Үәт шул-шул...

* * *
Сәйер замандар килде – утһыҙ ҙа төтөн сыға... Мине йыш ҡына шундай төтөн солғап ала... Шырпыға ла тотонған юҡ...

* * *

Ғүмереңдең мәғәнәһеҙ эштәр менән үтеүенән дә үкенеслеһе юҡтыр...

* * *

10 йәштәрҙә булғанмындыр, өләсәйемә килгән инәйҙәрҙең һөй­ләшеп ултырғаны күҙ алдында.
– Бала бала булһа ғына бала, уның сағаһы ла бар бит әле, – тине шунда берәүһе.
Ул саҡта бик аңлап етмә­гәй­нем. Йылдар үткәс, ҡайта-ҡайта иҫкә төшә.

* * *

Балаға хәләл-хәрәм мәсьә­ләләрен бәләкәйҙән өйрәтеү зарур. Ул ғына ла түгел, баланың хәләл ғаиләлә яралыуы зарур.
Заманы шулай тип аҡланыу бик йыш фажиғәгә кил­терә, сөнки мәңге үтмәҫ ҡиммәттәр бар.

Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә