* * *
“Өфө йүкәләре” йырын ишеттем дә күҙҙәремдән йәш атылып сыҡты... Ҡайҙа йүкәләр? Ҡайҙа Назар ағай?.. Ҡайҙа Өфө урамдарының бал еҫтәре аңҡытып ултырған саҡтары?
Йәшлектең ошо күренештән алҡынған мәлдәре...
* * *
Ейәндәребеҙ күмер эҫеһендә бешкән көлсәләрҙе ярата. Шашлыҡ мейесендә бешерәм. Уттан төшә тора, ялт итеп ҡулдарға күсә тора. Заман балалары булһа ла, ейәндәрем дә милли аш-һыуға тартыла... Башҡортлоҡ шуның кеүек ваҡ-төйәк күренгән ғәмәлдәрҙән башланалыр ул.
* * *
Япондарҙа, баҡһаң, ошондай инаныс бар – йыйылған сакура сейәһен бер биҙрә ашағансы, ҡул теймәгән тәлгәштән бишәүҙе ашау етә!
* * *
Бөгөн “День тещи” тигән байрам, имеш... Теща бик ҡурҡыныс зат икән ул. Башҡортта иһә ҡәйнә:
– Кейәү ҙә кейәү тиә-тиә, терһәгем ергә тейә, – тип әйткән, ти.
* * *
Мысырҙа кәләште мыҡты кәүҙәле, тештәре ныҡ булған ҡыҙҙар араһынан буласаҡ ҡәйнә үҙе һайлап ала. Элек дөйөм мунсаларҙа күҙләһәләр, хәҙер төрлө фитнес-клубтарҙа, спорт майҙансыҡтарында эҙләйҙәр икән. Ҡыҙҙың аяҡ-ҡулы йыуан булырға, ә тештәре ҡаты сәтләүекте яра алырға тейеш.
* * *
Төҙөк донъя ҡалдырманылар тип зарланаһыңмы? Тот та үҙең төҙөкләндер...
Ыратып булмаймы? Үәт шул-шул...
* * *
Сәйер замандар килде – утһыҙ ҙа төтөн сыға... Мине йыш ҡына шундай төтөн солғап ала... Шырпыға ла тотонған юҡ...
* * *
Ғүмереңдең мәғәнәһеҙ эштәр менән үтеүенән дә үкенеслеһе юҡтыр...
* * *
10 йәштәрҙә булғанмындыр, өләсәйемә килгән инәйҙәрҙең һөйләшеп ултырғаны күҙ алдында.
– Бала бала булһа ғына бала, уның сағаһы ла бар бит әле, – тине шунда берәүһе.
Ул саҡта бик аңлап етмәгәйнем. Йылдар үткәс, ҡайта-ҡайта иҫкә төшә.
* * *
Балаға хәләл-хәрәм мәсьәләләрен бәләкәйҙән өйрәтеү зарур. Ул ғына ла түгел, баланың хәләл ғаиләлә яралыуы зарур.
Заманы шулай тип аҡланыу бик йыш фажиғәгә килтерә, сөнки мәңге үтмәҫ ҡиммәттәр бар.
Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.