Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Луиза СӘМСИТОВА: “Халҡым бәхете менән бәхетлемен...”
Луиза СӘМСИТОВА: “Халҡым бәхете менән бәхетлемен...” Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына республикабыҙҙан ғына түгел, милләттәштәребеҙ йәшәгән төрлө төбәктәрҙән дә йыйыла торғайны студенттар. Беҙ шундай осорҙа уҡыныҡ, мәҫәлән, курста 100-ҙән ашыу йәш кеше белем ала торғайны. Дөйөм ятаҡ хатта үҙенә күрә бер башҡорт ауылын хәтерләтә башлай, әммә унда һәр кем үҙенең төбәгенең һөйләше, ғөрөф-ғәҙәте менән килеп урынлаша.
Йәштәр араһында үҙенең ҡыйыулығы, сәме, кешелеклелеге менән айырылып торған бер ҡыҙ бар. Ул беҙҙән ике курсҡа алдараҡ уҡый, әммә башҡа өлкәндәргә ҡарағанда ябайлығы, шул уҡ ваҡытта талапсанлығы менән айырылып тора. Әйтерһең, уның ана шул ғәҙел, намыҫлы булыуы тауышына сыҡҡан. Әҙәбиәткә, спортҡа ынтылыш бәйләнеме икән, аралашып, дуҫлашып киттек. Юғары уҡыу йортон тамамлағанға байтаҡ йылдар үтһә лә, аралашыу дауам итә. Ваҡыт уҙһа ла, филология фәндәре докторы, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты деканы, профессор, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ағзаһы, Башҡортостан Хөкүмәтенең Терминологик комиссия хеҙмәте етәксеһе Луиза Хәмзә ҡыҙы Сәмситова һис үҙгәрмәй, киреһенсә, заман менән бергә унда дәрт тә, ижади ҡомар ҙа, зыялы фиҙакәрлеге лә арта төҫлө. Уның тәүлегендә нисә сәғәт икән, тип уйлағаным бар әле бер сарала ҡатнашыуын, әле икенсеһендә сығыш яһауын, әле Ҡаҙағстандан ҡайтып төшөүен, әле студенттары менән бергә театрҙа премьерала йөрөүен күреп. Була бит шундай кешеләр: улар сәмле, рухлы, ныҡышмал, маҡсатҡа ынтылыусан. Ҡайһы ваҡыт мин үҙем уның хаҡында ғилми диссертация яҡларлыҡ кеүекмен, әммә һәр кемдең күңел төбөндә генә ятҡан серҙәр ҙә була бит. Хәйер, ошолар һәм ғалимәнең йәрәгендәге башҡа тойғолар, зиһенен ҡуҙғытҡан уй-фекерҙәр хаҡында һөйләшәбеҙ.



– Фән докторы Луиза Хәмзә ҡыҙы беҙгә бәләкәс Луизаны һүрәтләһен әле? Ул үҫкән мөхит ниндәй ине?
– Бәләкәй саҡта бик шуҡ бала булғанмын, бик иртә телем асылған. Инәйемдең инәһе беҙҙең менән йәшәне, ә атайымдыҡы уның бер туған ҡустыһы менән торҙо. Ҡәҙерле кешеләремдең береһен йәш ҡәртнәйем, икенсеһен ҡарт ҡәртнәйем тип йөрөтә торғайным. Ике йәшемдә үҙебеҙҙең өйҙән йәш ҡәртнәйемә ҡунаҡҡа барырға сыҡҡанмын һәм контора артындағы утынлыҡта йәшенгәнмен икән. Шунан бер ауылдаш күреп ҡалған да: “Нишләп бында ҡасып тораһың, ҡәртнәйең эҙләп аптырай бит хәҙер!” – тип әйтә икән. “Юҡ, ул ҡарсыҡ бөгөн арып бөткән, эҙләмәйәсәк”, – тип яуап ҡайтарғанмын. Бала саҡта ҡыҙыҡ бит инде: йәш ҡәртнәйемдә ҡунаҡ булып, ҡайһы саҡта йоҡлап та ҡайта торғайным. Ике ҡәртнәйемдең дә тәрбиәһен алып, улар менән аралашып үҫеү бәхетен бирҙе миңә Хоҙай Тәғәлә. Бер ҡәртнәйем үтә лә баҫалҡы, икенсеһе үтә лә ҡыйыу ине. Исемдәре лә бер үк – Кинйәбикә.
Йыуаш ҡәртнәйем – Кинйәбикә Мө­хәмәтйәр ҡыҙы Ниғәмәтова, 1898 йылда тыуған, абыстай булды, уны беҙҙең ауылда ғына түгел, күрше төбәктәргә лә саҡырып, аяттар уҡыта торғайнылар. Уның кеүек тә баҫалҡы, сабыр кешене күргәнем юҡ минең. Бер ваҡытта ла араҡы эсмәгән, кеше менән һүҙгә килмәгән, ҡаты бәрелмәгән, һүгенмәгән бик изге күңелле кеше ине ул. Инәйем бер айлыҡ сағымда мине уға ҡалдырып эшкә сыҡҡан. Балалыҡ, йәшлек менән бөтәһен дә аңлап етмәй­һеңдер ҙә ул, әммә мин ҡәртнәйемдәрҙең ниндәй кешеләр икәнен яҡшы тойоп, кәрәк урында уларҙан үрнәк, фәһем алып үҫтем. Хазиналай кешеләр булғандар икән. Аҡты ҡаранан айырырға, кешегә кешесә мөнәсәбәттә булырға өйрәттеләр.
– Ә нисек итеп өйрәтә торғайны һуң ул?
– Әле әйткәнемсә, шәхси өлгөһөндә. Уның кешеләр менән нисек аралаш­ҡанына, нимә тип әйткәненә ҡарап, үҙенән-үҙе уның кеүек булғы килә. Хәтерләүемсә, ҡәртнәйемә төрлө кеше кәңәш һорап та килә торғайны, уның бөтәһенә лә һүҙе бер булды: сабыр итегеҙ, өндәшмәгеҙ! Уның шул һүҙен ишетер, уның менән һөйләшеп алыр өсөн килгәндәрҙер, сөнки ул бер ваҡытта ла кешене башҡаға ҡаршы ҡотортманы, баҫалҡы рәүештә тыңланы, сәй эсереп, йыуатып ҡайтарыр ине. Инә­йем күңелен бушатһа ла: “Балам, өндәш­мә! Эшең менән бул. Бары тик хеҙмәтең, изге ғәмәлең менән генә үҙеңдең кемле­геңде күрһәтеп була!” – тиер ине. Инәйем дә, уға оҡшап, шулай уҡ әҙәпле кеше.
Шуныһы ғәжәп: 100 йәшенә етеп, хәтере шәп булды, үҙ аңында ине, үҙ аяғында йөрөнө. Мунса инеп, шунан инәйемде саҡыртып ҡосаҡлап, матур итеп хушлашып, ”ясин” сүрәһен уҡытып, инәйемдең ҡулында яҡты донъянан китте. Башҡа ундай кешене ишеткәнем дә юҡ. Әүлиә зат ине инде ул ҡәртнәйем.
Берҙән-бер бала булараҡ, бик иркенлектә үҫтем. 4 йәштән атайым, Хәмзә Ғимал улы Садиҡов, саңғыға баҫтырҙы. Һөҙөмтәлә саңғы минең иң яратҡан спорт төрөнә әйләнде, һәм мин мәктәп, студент йылдарында ла гел беренселәрҙән булдым. Атайым да, инәйем дә – спортты яратҡан кешеләр. Инәйем йәш сағында йүгереү буйынса алдынғылыҡты бирмәһә, атайым саңғы буйынса гел беренсе булды. Велосипедта йөрөргә лә, башҡа спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба инек. Төрлө яҡлап үҫешер, тәрбиә алыр өсөн миңә бөтә мөмкинлектәр ҙә тыуҙырылды.
Ғаиләлә бер бала булғас, атайыма машина йүнәтешеүсе лә, баҡса ултыртыусы ла, алтынсы кластан һигеҙенсе салғы менән бесән сабыусы ла мин булдым. Атайым – колхозда, ебәрмәйҙәр, ваҡыты етмәй ҙә китә, инәйем менән йәй буйы бесән эшләйбеҙ. Тау буйынан бесәнде йыйыу – үҙе бер көс талап иткән эш. Әммә мәлендә тырышмаһаң, малың ас ҡала тигән һүҙ бит инде. Беҙҙең өйҙә, мин бәләкәй саҡтан хәтерләүемсә, тик ултырған кеше булманы.
Бала сағым хәтирәләренән тағы ла бер күренеш: мин бәләкәйҙән тиҫтерҙәремде, яҡын-тирәләге балаларҙы уҡытырға ярата торғайным. Өйрәтәм, тәрбиәләйем, баһалар ҡуям, үҙемде белә-белгәндән уҡытыусы эшенә ылығып үҫтем. Уҡытыусы һәм уҡыусылар булып уйнайбыҙ: журналым бар, таҡтаға темаларҙы яҙып аңлатам, яуаптарын тыңлайым. Шул тиклем яҡын миңә был һөнәр, хатта башҡа мөхиттә үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем. Йәнә нисектер шулай ҡабул ителгәйне: ауылдың бөтә балалары беҙҙең өйгә йыйыла. Хәҙер ҡыҙым Рушана ҡайтһа ла шулай: бөтә Әшәй балалары уның эргәһенә йыйыла.
Мәктәп директоры ҡыҙы булһам да, өмәләр, йыйыштырыу көндәрендә өйҙә ятманым, киреһенсә, инәйем миңә иң ауыр эште тапшырып ҡуя. Башҡаларға өлгө булырға тейешлегемде лә аңлай инем. Атайым шул уҡ мәктәпкә утын әҙерләй, инәйем көн-төн шунда балалар менән шөғөлләнә, күрәһең, ғаиләбеҙ Әшәй мәктәбе өсөн ғаилә подряды һымаҡ эшләгән инде.
– Инәйең, Миңлегөл Әхмәт ҡыҙын, студент саҡтан яҡшы беләм. Үҙе бер нисә фән әһелен тәрбиәләгән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы хаҡында һөйләһәң?
– Ул 44 йыл ғүмерен мәктәпкә арнаған кеше, шуның 25 йылын мәктәп директоры булған. Инәйем кеүек һөнәренә мөкиббән кешеләр һирәктер ул. Төрлө белгестәр була: берәү яҡшы уҡытһа, уңышлы етәксе була алмай. Инәйемдә ана шул сифаттар икеһе лә бер бөтөн. Унан тыш, инәйем ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, ауыл, район Советы депутаты, коммунистарҙың полит­информаторы. Бөтә йәмәғәт эштәре уға йөкмәтелгәйне, һәм уларҙы инәйем лайыҡлы башҡара ла белде. Балаҡатайҙан мәктәпкә яңы китап ташыйҙар, әсбаптар менән тәьмин итеүҙе лә хәстәрләй. Атайым да уға бик ярҙам итә торғайны. Мәктәптә ойошторолған сараларҙан мин дә ситтә ҡалмайым: шиғыр һөйләүсе лә, бейеүсе лә, алып барыусы ла, хорҙа йырлаусы ла булдым.
Инәйемдең шул тиклем фиҙакәр хеҙмәтенә иҫем китә. Төрлө түңәрәктәр даими эшләй ине мәктәптә, олимпиадаларға әҙерләнәбеҙ. Башҡорт мәктәбе балаларын урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡытып, уның уҡыусылары олимпиадаларҙа гел 1-се урын ала торғайны. Беҙ бит хатта урыҫ телендә шиғыр яҙа, бөтә башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен урыҫ телендә сәхнәләштерә инек.
Шул уҡ ваҡытта инәйем бер ҡасан да туған телдең мөмкинлектәре, ул телдә аралашыу хаҡында ла онотманы. Юҡҡа ғына уға “Рәсәйҙең атҡаҙанған мәғариф отличнигы” тигән маҡтаулы исем бирелмәгәндер. Көн-төн ҡайтмай, мәктәбе тип йәнен аямай эшләне бит ул. Башҡортостанда, Мәскәүҙә лә уҡытыусылар съездарында ҡатнашып, алдынғы алымдарҙы шунда уҡ үҙенең ижад мөхитендә файҙаланды. Район үҙәгенә лә эшкә саҡырған саҡтары булды, әммә ул барманы, сөнки ауыл балаларының белем кимәлен күтәрәм тип тырышты. Уның тырышлығы ла бушҡа китмәгән. Беҙҙең ауылдан ғына инәйемдең өс уҡыусыһы, шул иҫәптән мин дә, филология өлкәһендә абруйлы ғалимдар. Филология фәндәре кандидаттары Зөбәржәт Шәйхисламова Башҡорт дәүләт университетында белем бирһә, Флүзә Ғайсина Силәбе дәүләт университетында уҡытты, әле Силәбе ҡала администрацияһында эшләй. Уҡыусылары инәйемә бөгөн дә рәхмәт әйтә, сөнки башҡорт балаларында ул урыҫ теленә һөйөү тәрбиәләгән, ныҡлы белем биргән. Пенсияға сыҡҡас та бик күп асыҡ дәрестәр үткәрҙе. Бер ситса күлдәк менән Бөрө дәүләт педагогия институтын уҡып сыҡҡан ул үҙ тырышлығы менән, телефон да, ярҙам итеүсе лә булмаған, әммә маҡсатҡа ынтылыусан­лығы уға был тормошта үҙ урынын табырға ярҙам иткән.
Шунан инәйемдең тағы ла бер сифаты мине бик ғәжәпләндерә: ауылда йәшәп, ябай кешеләрҙең балаһы булып та, ҡайҙан килә икән унда шундай тәрән рухи зыялылыҡ?! Иҫ китмәле бит ул! Сағыштырғанда күренә бит инде кимәл, әммә уның кеүек зыялылыҡҡа табан миңә атларға ла атларға әле.
Әшәйҙә 9 йыллыҡ ине мәктәп, шуға күрә беҙгә ҡалған йылдарҙы Билән урта төп дөйөм белем биреү мәктәбенә йөрөп уҡырға тура килде. Был мәктәпте көмөш миҙалға тамамлағандан һуң, бер генә имтихан тапшырып, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына уҡырға индем. Әшәй, Билән мәктәбе, университеттағы барлыҡ уҡытыусыларыма биргән белемдәре өсөн сикһеҙ рәхмәтлемен!
Ғилми етәкселәрем академик Марат Вәли улы Зәйнуллинға, профессор Лена Ғәли ҡыҙы Саяховаға рәхмәттәрем әйтеп бөтөрөрлөк түгел. Башҡортостанда тап улар нигеҙ һалған лингвокультурология фәне бермә-бер үҫешә: диссертациялар яҡлана, китаптар, уҡыу әсбаптары баҫылып сыға. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры, профессор, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Раил Мирвай улы Әсәҙуллинға, коллегаларыма рәхмәтлемен. Беҙҙең факультетта үҙ эшенең оҫтаһы булған, белемле, тырыш уҡытыусы-ғалимдар эшләй. Мин студент саҡта беҙҙең деканыбыҙ булған профессор Ғиниәт Сафиулла улы Ҡунафиндың эш алымдары етәксе булараҡ эште алып барырға ярҙам итә. Спортҡа һөйөү тәрбиәләгән атайыма, уҡытыусы булараҡ төплө белем биргән, фәнгә йәлеп иткән инәйемә иң йылы рәхмәт һүҙҙәремде әйтәм!
– Беләһеңме, әле нимә иҫкә килеп төштө?! Балаҡатайға ҡайтҡанда ҡышҡы итектәр менән аяҡ туңғайны инде, шунда беҙҙе атайың үҙе баҫҡан йылы быймалар менән ҡаршы алды...
– Эйе, атайым мейес сығара, ат арбалары, кашауай саналары эшләй, быйма баҫа. Хәйер, уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ул баҫалҡы кеше, әммә ир заты ир заты инде. Инәйем нисек кенә ҡыйыу күренһә лә, һәр саҡ уның әйткәненә таяна. Миңә лә: “Атайың ни тиер бит!” – тип кенә тора. Атайым кәрәк саҡта өҙөп кенә һүҙен дә әйтә белә. Шунан беҙҙең өйҙә бер ҡасан да эште бүлешеү, айырыу булманы: инәйем кәбән һалырға, атайым беҙ ҡайтҡансы тип ашарға бешерә тороуы ихтимал. Һәр кем ниндәй эшкә өлгөрә, шуны башҡара.
– Йөрәгеңде урынынан ҡуҙғатыр сифаттар?
– Мине сығырымдан-сығара торған, йөрәгемде әрнеткән һыҙаттар бар, әлбиттә. Яуапһыҙлыҡ, ялҡаулыҡ, битарафлыҡ – иң яратмаған сифаттарым. Студенттарыма көнө-төнө шуны һөйләйем. Һәр студенттың үҙе менән күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшергә, тормошта йүнәлеш бирергә тырышам. Башҡортостандың төп милләте вәкиле булараҡ, иң шәбе, иң матуры, иң белемлеһе һеҙ булырға тейешһегеҙ, тип тәрбиәләйем мин уларҙы. Беҙгә ҡарап тора бөтәһе лә: хаталарыңа ҡарап, милләтеңде хурларҙар, яҡшы эшеңә ҡарап, халҡыңды ҙурларҙар. Уңышлы, бәхетле кеше булыр өсөн эшләргә, тырышырға, егәрле булырға кәрәклекте аңлай улар.
– Студенттарыңа төп талап ошолар инде?
– Улай ғына түгел. Улар, иң тәү сиратта, тырышып уҡырға тейеш. Дәрескә исем өсөн генә йөрөргә түгел, ә әүҙем ҡатнашыу шарт. Дәрестән тыш та белем арттырыуҙы дауам итеү мөһим. Бынан тыш, беҙҙә төрлө түңәрәктәр эшләй. Бейейҙәр, йырлайҙар, әҫәрҙәр сәхнәләштерәләр һ.б. “Ете ырыу” бейеү ансамбле, “Ҡорос” фольклор-театр ансамбле, Зәки Әлибаев етәкселегендәге “Тулҡын” әҙәби ижад берекмәһе, Сәсәндәр мәктәбе уңышлы эшләй. Һуңғыһының етәксеһе – филология фәндәре докторы, билдәле сәсәниә Розалия Солтангәрәева. Улар бөгөн Ҡаҙағстанға, Ҡалмыҡстанға һ.б. илдәргә сығып та оҫталыҡ дәрестәре күрһәтә. Үҙебеҙҙә лә йыш сығыш яһайҙар. Бына инде өс йыл рәттән “Урал батыр” байрамын ойошторабыҙ. 4500 юлды һәр сәсән студентыбыҙҙың яттан белеүе, уны халыҡҡа еткерә алыу һәләтен үҫтереүе – үҙе бер ҡаҙаныш. Беҙ бының өсөн Розалия Әсфәндиәр ҡыҙына рәхмәтлебеҙ. Йәштәребеҙ ошо мөхиттә үҙенең ижади һәләтен аса. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы – ул шәхес тәрбиәләүсе, шуға күрә уға һөнәрҙәренең мөмкин тиклем күберәк булыуы һис ҡамасауламай. Эйе, студент йырламауы ла, бейемәүе лә ихтимал, әммә ул мәҡәлә яҙырға йәки фекерен ҡағыҙға төшөрә белергә, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашырға тейеш. Сит ил, Рәсәйҙең Яҡутстан, Алтай вуздары менән килешеүҙәр төҙөлгән, шулар нигеҙендә студенттарыбыҙ ошо вуздарҙа стажировка үтә, дөйөм проекттар эшләнә.
Был йүнәлештә, уҡытыусылар менән бер рәттән, студенттарыбыҙ, аспиранттарыбыҙҙың ҡаҙанышы ҙур. Аспирантым Азалия Хурамшина 2015 йылдың йәйендә генә Владимирҙа, Пермдә һәм Ҡырымда уңышлы сығыш яһап ҡайтты. Владимирҙа ул өс йөҙҙән ашыу кеше араһында “Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге халыҡ-ара клуб” тигән темаға грант отто. Мәғрифәтсе-шағирҙы Рәсәй кимәлендә танытып, башҡорттоң кемлеген күрһәтеп ҡайтыу – үҙе бер батырлыҡ, минеңсә! Азалия шул клубҡа университетыбыҙҙың башҡа факультет студенттарын да, Рәсәй вуздары студенттарын да йәлеп итеп, сараларҙа ҡатнаштырып, башҡорт телен, әҙәбиәтен пропагандалай. Унда шөғөлләнгән башҡа факультет йәштәре лә Башҡортостан гимнын башҡортса яттан йырлай. Азалия әле диссертацияһын яҡлау алды һынауҙарын үтте, көҙгә фән кандидаты булыр, тип уйлайым.
5-се курста уҡыған студентыбыҙ Эльвина Мәзитова ниндәй генә гранттар отоп бөтмәне. 2015 йылда Рәсәй кимәлендә Башҡортостан студенттары исеменән тап ул сығыш яһаны.
Йәнә лә беҙҙең йәштәр йыл һайын Алтайға “Рәсәй халыҡтары телдәре һәм әҙәбиәте” олимпиадаһына бара һәм еңеү менән ҡайта. Уларҙың уңышы өсөн генә түгел, ә үҙҙәрен тота белеүҙәренә, кимәлдәре юғары, белемле булыуҙарына һоҡланып, аҙаҡ рәхмәт хаттары килә, күрешкәндә лә ғалимдар был хаҡта әйтеп тора. Был һүҙҙәр минең күңелгә май булып яғыла. Шуны беләм: минең студенттарым – иң зауыҡлыһы, иң белемлеһе, иң шәбе!
Спорт өлкәһендә лә уңыштарға ирешергә ниәтебеҙ ҙур, сөнки башҡорт балаларының күбеһе ауылдан сыҡҡан, тимәк, улар иң көслөһө, иң таһылы, иң шәбе. Студент юғары уҡыу йортонда белем алыу осоронда төрлө яҡлап үҫешергә тейеш. Көрәш буйынса өс тапҡыр Рәсәй чемпионы Рәмил Ғәлимов, армспорт буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионы Гөлназ Әхмәтшина, грэпплинг буйынса республика чемпиондары Айтуған Йәнбирҙин һәм Заһир Ҡолмөхәмәтов менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ!
Бөгөн Өфөлә Луиза Закирйәнова етәкләгән “Мисс Башҡортостан” моделдәр агентлығы эшләп килә. Ул беҙҙең факультеттың башҡорт-инглиз бүлеген тамамланы. Матурлыҡ конкурстарына юл ярыусы, тип әйтергә була. Сығышы менән Мәсетле районынан. Луиза, Красноярск крайына барып, икенсе вице-мисс булып ҡайтты. Бөгөн төрлө милләт ҡыҙҙарын туплап, матурлыҡ конкурстарына әҙерләй.
Уның яҡташы, шулай уҡ Мәсетле һылыуы Айгөл Вәлиева, Рәсәй һылыуҙары араһында еңеп сығып, Кореяла иң матур ун ҡыҙ исемлегенә индерелде. Бында бит инде матур булыу ғына аҙ, инглиз телен белеү ҙә бик мөһим. Төпкөл ауылдан сыҡҡан башҡорт балаһы, инглизсә һөйләшеп, Башҡортостан тураһында док­лад менән сығыш яһап, маҡтау һүҙҙәре ишетеп ҡайтты. II курс студенты Гөлназ Шәмсетдинова шул уҡ Красноярск крайында 2015 йылда матурлыҡ конкурсында гран-при яулап ҡайтты. “Һылыуҡай” башҡорт гүзәлдәре конкурсында ла уңышлы сығыш яһап торалар: Әлиә Әбдрәшитова, Миңлегөл Төлкөбаева һ.б. Нурсилә Фәхретдинова “Байыҡ” телевизион бейеү фестивалендә гран-при алды. Уның сығышын үҙем дә бик яратам. Бейеү ене ҡағылған ул ҡыҙға! Зилиә Әбулғатина уҙған йылдарҙа матурлыҡ конкурстарында факультетыбыҙ данын яҡланы, әле үҙебеҙҙең вузда матбуғат хеҙмәтендә эшләп йөрөй һәм аспиратурала уҡый.
Луиза СӘМСИТОВА: “Халҡым бәхете менән бәхетлемен...”– Ә кем шөғөлләнә һуң бейеүселәр менән? Театр һөйөүселәр менән?
– Бейеүселәр менән берәү ҙә шөғөл­ләнмәй. Барып сәмдәренә тейерлек һүҙ әйтеп китәм дә, ҡалғанын тулыһынса үҙҙәре эшләй, өйрәнә. Иҫ киткес шәп бейей бит беҙҙең ҡыҙҙар һәм егеттәр. Вуз-ара ярыштарҙа алдынғылыҡты биргәндәре юҡ. Ә “Ҡорос” менән М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артисы Илнур Лоҡманов шөғөлләнә. Әйткәндәй, улар яңыраҡ Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында сығыш яһап ҡайтты. Милләттәштәребеҙҙе, ҡаҙаҡ халҡын ҡыуандырып, илатып, аралашыу бәхете бүләк итте улар! Бөрйән районынан бер апайҙың 34 йыл тыуған яғына ҡайтҡаны юҡ икән. Уның өсөн был тамаша үҙе бер шатлыҡ булған. Башҡорт­са моңға, телгә һыуһаған ундағы милләт­тәш­тәребеҙ. Телде белмәһәләр ҙә, сығыш­тары менән Ырымбур өлкәһенән һәм Ҡа­риҙел районынан ике егет килеп: “Беҙ баш­ҡорттар, тамырҙарыбыҙ Башҡорт­ос­тандан!” – тип ғорурлыҡ менән һөйләп кит­кән. Илнур Флүр улының тырышлығына, талантына хайран ҡалам, студенттары­быҙ­ҙа артист һәләте уята алыуына рәхмәтлемен.
Ҡаҙағстан егете, беҙҙең факультет магистранты Мерей Күпжановҡа рәхмәтле­мен. Ул беҙҙең студенттар сығыш яһар ал­дынан шундай итеп телмәр тотҡан, унда Башҡортостанға, башҡорттарға, беҙҙең уҡыу йортона мөнәсәбәтен асып биргән. Бөгөн ул Аҡтүбәлә башҡорт теленән уҡыта.
– Бөгөн һине нимә һөйөндөрә?
– Яҡындарымдың иҫән-һау, донъялар­ҙың имен булыуы, халҡыбыҙҙың ҡайһы өлкәләге булһа ла ҡаҙанышы һөйөндөрә. Эпослы, моңло халыҡ вәкиле булыуым һөйөндөрә, шуның менән иркен тын алып, ғорур баҫып, арҡамды төҙ тотоп атлайым мин баш ҡаламда. Коллегаларымдың, етәкселектең, студенттарымдың аңлап, тая­ныс булып тороуы бик ҡыуандыра мине.
– Студенттарыңдың әүҙемлеге ваҡытыңды алмаймы?
– Бөтөнләй ҙә ваҡытымды алмай, киреһенсә, дәртләндерә генә. Студенттар­ҙың әүҙемлегенә, уңышына ҡарап, мин көс алам, маҡсаттар барлайым, яңы үрҙәргә артылғым килә. Артабан эшләргә көс-ҡеүәт кенә бирә.
– Һәр төрлө рәсми ойошмаларҙан килгән хаттарҙы, гәзит-журналдарҙы, ҡәләм тотоп, тәҙәтеп уҡығаныңды беләм...
– Шуны әйтергә кәрәк: һәр кем хатаһыҙ яҙырға, хатаһыҙ һөйләргә бурыслы бөгөн. Иҫегеҙгә төшөрәм, хөрмәтле замандаштар, XXI быуатта йәшәйбеҙ һәм белемһеҙлеккә ҡаршы көрәш уҙған быуатта уҡ тамамланған. Әммә ҡайһы бер гәзит йә журналда, радио йәки телевидение тапшырыуында тупаҫ хаталар күренгеләй. Улар ғынамы ни: китаптар ҙа хаталы сыға хатта. Әгәр зыялыларыбыҙ, тел ғилеме өлкәһендә эшләгәндәр хилафлыҡтарға юл ҡуя икән – башҡаларға ни һан? Беҙ бит алдынғы халыҡтарҙың береһе, һәм бөтөнләй башҡа һыймаҫлыҡ хәл кеүек миңә орфографик, пунктуацион, стилистик йәки фактик хаталар ебәреп ултырыу. Уларҙың береһе лә булырға тейеш түгел матбуғатта. Иҫем-аҡылым китеп аптырайым ҡайһы бер филолог­тар­ҙың, һыҙыҡ торҙо ни ҙә, ике нөктә ҡуйылды ни, тип әйтеүҙәренә. Үҙ эшенең бәҫен белмәгән кешенең һүҙе, тип аңлайым быны. Филологтарға бөтөн­ләй килешмәй ундай хаталарға юл ҡуйыу. Кеше грамматиканы яҡшы белергә тейеш. Ҡайһы берәүҙәр, грамматика менән генә телде белеп булмай, тип әйтеп ҡуя, бының менән бөтөнләй килешмәйем. Иң беренсе бурыс: беҙҙең грамматика тейешле кимәл­дә булырға тейеш, унан ҡалғанына тото­нор­боҙ. Ҡушма һөйләм төҙөлөшөн өйрән­гән, уҡытҡан ғалимә булараҡ әйтә алам: грамматиканы белһәң, һин пунктуацияны ла беләсәкһең.
Эйә һөйләмдең бишенсе ҡағиҙәһенә генә туҡталайыҡ. Эйә һөйләм баш һөй­ләм­дең үҙенсәлекле эйәһе вазифаһын үтәй. Баш һөйләмдең эйәһе булмай, ә уның хәбәре күсемһеҙ ҡылымдан йәки асыҡ, билдәле, мәғлүм һүҙҙәренән килә. Эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм ара­һы­на ике нөктә ҡуйыла. Профессор Ғ. Сәйетбатталовтың фәнни эштәрен, педколледждар өсөн дәреслекте асып ҡара, ҡағиҙә бит аҡҡа ҡара менән яҙылған. Унда ике нөктә ҡуйыла, беҙҙә шулай ҡабул ителгән, тиҙәр ҙә һыҙыҡ ҡуялар. Һәр баҫма үҙенсә яҙа. Ҡасандан алып баҫмалар ғилми эш менән шөғөлләнә башлаған әле ул? Иптәштәр, әйҙәгеҙ, һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнһен!
Даталар янында ялғауҙар яҙалар. 1999 йыл тигәндә ялғау яҙылмаған кеүек, 99 йыл тигәндә лә -сы ялғауы яҙылмай. Был – ҡағиҙә. Шарт һөйләмдең хәбәре төрлө һүҙ төркөмдәренән һәм икән киҫәксәһенән килһә, һөйләмдәр араһына һыҙыҡ ҡуйыла. Әгәр белмәһәң, әҙерәк кенә дәреслекте асып ҡарарға кәрәк бит. Ниңә һәр баҫма үҙе яңы ҡағиҙә уйлап сығара башланы һуң әле ул? Миңә килгән хаттарҙа ла, хаталар булһа, ҡайҙан ғына килеүенә ҡарамаҫтан, төҙәтеп кире һалам.
– Ҡыҙың Рушанаға һинең ҡыҙыҡ­һыныуҙарың да йоҡҡандыр?
– Эйе, Аллаға шөкөр, был, ысынлап та, шулай. Ул минең юлымды дауам итә, филолог булырға йыйына. Әле сит телдәр бүлегендә уҡый, әммә үҙенең телен, илен, халҡын бик ярата. Тап-таҙа итеп башҡортса һөйләшә. Уның янында бер урыҫ һүҙен дә ҡыҫтырып һөйләргә ярамай, шунда уҡ иҫкәрмә яһай. Телдәр менән бик ныҡ ҡыҙыҡһына: урыҫ, башҡорт, инглиз телдәрен һыу кеүек эсергә тигән маҡсат менән йәшәй, уларҙы бик яратып, ентекле өйрәнә. Ҡаҙағстанда ике мәҡәләһе баҫылып сыҡты, береһе юғары аттестация комитеты журналында баҫмаға әҙерләнә. Шекспирҙың әҫәренән “Быть или не быть” тигән өлөштө инглиз телендә һөйләп, уңышлы сығыш яһаны. Инглиз акценты менән һөйләшә, тинеләр хатта. “Студент яҙы”нда әүҙем ҡатнашты, ҡыҙыҡһыныу­ҙары бик күп. Үҙенә оҡшаған шиғырҙарҙы яттан һөйләй.
– Фән, башҡорт тел ғилеме бөгөн ниндәй хәлдә?
– Фәне булған халыҡтың ғына киләсәге бар. Был хаҡта һәр ерҙә ҡабатлайым. Бөгөн фәнебеҙ үҫешә, төрлө йүнәлештә диссертациялар яҡлана, монографиялар, китаптар сыға, тикшеренеүҙәр алып барыла.
– Әллә күпме кеше кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы, әммә асыштар юҡ һымағыраҡ ситтән ҡараһаң?
– Асыштар бар, улар фәнни-ғәмәли конференциялар эсендә генә ишетелә ҡайһы саҡ. Уларҙың бөтәһенә лә ҡыҙыҡлы булмауы ла ихтимал, шуға күрә йә шул сараларҙа ҡатнашырға, йә булмаһа улар нигеҙендә сыҡҡан китаптарҙы ҡарарға кәрәк. Фән менән шөғөлләнгән кеше генә асыштарҙы тейешле кимәлдә баһалай алалыр. Был бөтәһенең дә ҡулынан килә торған эш тә түгелдер.
Тағы ла бер тапҡыр ҡабатлайым: фәне булған халыҡтың ғына киләсәге бар. Яҡланһын ул диссертациялар, темалар күп, яҙһындар, өйрәнһендәр, халыҡ-ара, донъя кимәленә сыҡһындар. Халыҡ-ара, донъя кимәленә күҙ ташлаһаҡ та, фән донъяһына Зәки Вәлиди кеүек ғалимдарҙы биргән халыҡ бөгөн йоҡлап ятырға тейеш түгел.
– Һинең өсөн нимә ул ғилем донъяһы?
– Ғилем донъяһы минең өсөн – ул бөтәһе лә. Егерме алты йәшемдә ваҡы­тынан алда китап менән кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Ғүмеремде фәнгә бағышлап йәшәйем. Аспиранттарымды ла шулай әҙерләйем: 2014 йылда аспирантым Гөлназ Ижбаева кандидатлыҡ диссертацияһын ике китап менән яҡланы, әллә нисә грант отто. Башҡаларының китаптары сыҡты, әле лә баҫылып тора. Улар фәнгә еңел-елпе ҡарарға ярама­ғанлыҡты яҡшы аңлай. Ғилем – ул минең күңел донъям, үҙ-үҙемде тапҡан мөхит, асылымдың сағылышы. Ғөмүмән, ул – мин! Аҡылың, кисерештәрең, фекер йөрөтөүең, зиһенең, үҙ-үҙеңде тотошоң, йөкмәткең – былар барыһы ла ғилемдә сағыла.
– Һинең өсөн нимә ул бәхет?
– Бәхет – яҡындарыңдың сәләмәтлеге, халҡыбыҙҙың, телебеҙҙең мәңгелек булыуын аңлау.
– Мөхәббәт бармы? Әллә, фән күҙ­ле­генән ҡарағанда, кешеләр үҙҙәрен йы­уатыр өсөн уйлап тапҡан төшөн­сәме?
– Мөхәббәт бар. Ғөмүмән, һәр нәмәгә, һәр кемгә мөхәббәтле булырға кәрәк. Һәр эшең ыңғай килеп сыҡһын өсөн, ул мө­хәббәт менән башҡарылырға тейеш. Хатта ашарға бешергәндә лә шулай. Тыуған илгә, туғандарыңа, яҡындарыңа, телеңә, халҡыңа, илеңә – һәр ошо төшөнсәгә мөхәббәтле булыу зарур, тип уйлайым.
– Кешеләрҙең кемлеген тәү ҡараштан әйтә торған холҡоң бар ине йәш саҡтан. Был күҙәтеүсәнлек һөҙөмтәһеме?
– Аллаға шөкөр, ысынлап та, кеше­ләрҙең кемлеген тәү ҡараштан белә алам төҫлө. Был тәжрибә менән киләлер инде ул.
– Юҡ, һин бит йәш саҡтан шулай!
– Барҙыр инде. Ул ваҡытта шундай һәләт менән бүләкләгәне өсөн Хоҙайға рәхмәтле булырға кәрәктер инде. Был сифатым миңә эшемдә, тормошомда ярҙам итә. Бәлки, ҡәртнәйем тәрбиәһендә үҫеүҙең һөҙөмтәһелер. Һәр нәмәнең урыны бар бит инде, белеп, аңлап, кешене кеше итеп һөйләшеү барышында башҡаларҙың да кемлеген беләһең, үҙеңде лә күрһәтәһең. Эшкә алғанда ла ошо зиһен һиҙгерлегенә таянам. Студенттар менән ниндәй ҙә булһа проектҡа тотонғанда ла кемгә нимә ҡушырға кәрәклекте беләһең. Бәндәләрҙең ҡарашына, сырайына барыһы ла яҙылған ул, уҡырға ғына кәрәк.
– Әҙәбиәткә һөйөүең дә бала саҡтан килә. Шиғырҙар ятлау ғына түгел, яҙа ла инең...
– Әлеге лә баяғы шул инәйемдең тәрбиәһе инде, Ул үҙе ғүмер буйы китаптар уҡыны, миндә лә әҙәбиәткә һөйөү тәр­биә­ләне, ике телдә лә иҫ китмәле итеп шиғырҙар уҡый. Шиғыр яҙыу, уны матур итеп уҡыу өсөн яҡты күңел кәрәк. Йән сафлығы, күңел таҙалығы сағыла ла инде шағирҙың ихлас тауышында.
Башҡорт дәүләт университетында уҡығанда шиғырҙарым матбуғатта ла баҫылғаны булды, университетта уҡыу дәүерендә “Шоңҡар” әҙәби ижад түңәрәге­нә йөрөнөм. Ул ваҡытта етәксебеҙ профессор Мирас Хәмзә улы Иҙелбаев ине. Уҡытыусыларыбыҙҙың да шиғриәткә һөйөү тәрбиәләүҙә роле ҙур.
Әле лә шиғырҙар яратам, шиғри йәнле кешемен. Әммә һәр кем үҙ эше менән шөғөлләнергә тейеш. Шиғырҙар яҙмайым түгел, яҙам. 2013 йылда Ҡаҙағстанда Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашҡанда сараға бағышлап шиғыр яҙғайным, уны һорап алып үҙҙәрендә баҫтырҙылар. Шуға хәҙер ҡаҙаҡтар өсөн мин билдәле шағирә, тип көләм (көлә. – Авт.).
– Зауыҡ менән кейенеү ҙә йәш сағыңдан килә.
– Инәйемдән килә минең кейемгә, үҙ-үҙемә мөнәсәбәт. Ауылда йәшәүенә, ҡара эште лә башҡарыуына ҡарамаҫтан, ул һәр саҡ зауыҡ менән кейенә, үҙен ҡарап сыға кеше араһына. Ул һәр ваҡыт эске һәм тышҡы матурлыҡ тап килергә тейеш, тип тәрбиәләне, шуға күрә инәйемдең ышанысын аҡларға тырышам.
– Башҡорт милләтен милләт иткән һәм тарҡатҡан сифаттар?
– Халыҡ эпостары, оҙон көйҙәр, моңдарыбыҙ, халыҡ ижады, тарихыбыҙ, йолаларыбыҙ милләтте милләт итә. Тарҡатҡан сифаттар үрҙә телгә алынды: ялҡаулыҡ, яуапһыҙлыҡ, битарафлыҡ.
– Терминология комиссияһы етәксе­һе булараҡ, беҙгә иң тәүҙә нимәләр хаҡында хәстәрлек күреү мөһим?
– Әле эште башларға ғына торам, шуға ауыҙ тултырып әллә ни әйтә алмам, әммә хаталарға ҡаршы көрәшеү кәрәк ошо йүнәлештә. Халыҡтың башына иң тәүҙә орфография берәү икәнен һеңдерергә һәм ҡабул ителгән ҡанундарҙы мотлаҡ үтәргә кәрәк.
– Диалекттарҙың матбуғатҡа килеп инеүенә ҡарашың нисек?
– Бик ыңғай ҡараштамын, диалект һүҙ­ҙәр телде байыта ғына. Телдең мөмкин­лектәре сикһеҙ, тел заман менән бергә яңы һулыш ала, шуны ла иҫәптән сығарырға ярамай.
– Мәғариф министрлығы комиссия­ла­рының әүҙем ағзаһы булараҡ эш алып барыуҙан тыш быйыл “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2016” төбәк-ара конкурсы рәйесе итеп тә һайландың бит әле...
– Эйе, тап шулай. Конкурста Силәбе, Ырымбур өлкәләре, Татарстан уҡытыу­сылары ла көс һынашты. Конкурсанттар асыҡ дәрес биреү менән бер рәттән “Мәғарифтағы минең инициативам” конкурсында ҡатнашты. II турға эләккәндәр “оҫталыҡ класы”, “мәғариф проекты” конкурс этаптарын үтте. III турҙағылар “уҡы­тыусы-лидер” конкурсында үҙ көстәрен һынаны. Һөҙөмтәлә федераль дәүләт белем биреү стандарттарын яҡшы белгән, үҙ һөнәренең оҫтаһы булған, ижади эшләгән, алдынғы ҡарашлы биш уҡытыусы еңеүсе тип табылды. Сит өлкәләрҙән дә бик көслө уҡытыусылар килгән ине, предметты тейешле кимәлдә белеүҙәре, мәғариф өлкәһендәге яңы идеялары, рухлы булыуҙары менән айырылып торҙо улар.
– Алтын балыҡ тотһаң, унан нимә һорар инең?
– Яҡындарымдың, халҡымдың, илем­дең, телемдең именлеген һорар инем!
– Буш ваҡытыңда нимә эшләйһең, тип һорарға ла уңайһыҙ, шулай ҙа?
– Буш ваҡытым бөтөнләй юҡ, әммә тәүлегенә ике-өс сәғәт йоҡлаһаң, табырға була. Ҡыш көнө саңғыла, йәйен велосипедта йөрөргә ваҡыт табам.
– Китаптарға ваҡыт ҡаламы?
– Китаптарҙан айырылғаным юҡ, сөнки барлыҡ фәнни эшмәкәрлегем әҙәби әҫәрҙәр, китаптар менән бәйле. Яңы фа­тирға күскәс тә иң тәүҙә иҙәндән түшәмгә тиклем китап кәштәһе эшләттем. Ундағы һәр китап, ҡәләм менән билдәләнеп, тамғалап уҡылған. Анализ менән бергә әҫәрҙең йөкмәткеһен дә өйрәнәм. Бөгөн дә ошо эшем дауам итә. Шуға күрә таныштарым минән: “Һинең мөхәббәтең китап инде ул!” – тип көлә.
– Мөхәббәтем тигәндән, Луиза Хәмзә ҡыҙының үҙен ғашиҡ иттерер ир-егет ниндәй булырға тейеш ул?
– Ҡайҙан ғына беләйем икән? Һорау­ҙарҙан ауырһынғаным юҡ ине, быныһы ҡыйыныраҡ кеүек әле. Ул хаҡта уйлан­ғаным да юҡ. Әллә инде... Иң мөһиме: кеше булырға тейеш, шул уҡ ваҡытта ышаныслы ла, аҡыллы ла, тәүәккәл дә.

Лариса АБДУЛЛИНА әңгәмәләште.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 701

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 829

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 774

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 483

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 106

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 803

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 047

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 180

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 780

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 830

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 621

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 876