Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма
– Өйҙө туйларға йыйынғайныҡ та, туҡтап ҡалдыҡ: кәбисә йылы бит. Уның үткәнен көтөргә кәрәктер, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

И. ЯЙЫҠБАЕВ.

Дыуан районы.


Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмиллләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кәрим”дә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистә­рендә әҙәм балаһының көнкүрешенә ҡағылышлы ҡанун-ҡағиҙәләр асыҡ бәйән ителгән. Бынан тыш, айырым кешеләр араһында башҡа төрлө ғөрөф-ғәҙәт, уйҙырмалар йәшәп килә. Улар бер халыҡта бар, икенсеһендә юҡ.
Тормош көткәндә, һүҙ һөйләгәндә мосолман “Ҡөрьән Кәрим”гә, хәҙистәргә нигеҙләнергә тейеш. Шул иҫәптән кәбисә йылында йорт туйлау мәсьәләһендә лә. Халыҡ араһында, бәлки, был осорҙа яңы эш башламау тураһында ниндәйҙер фекерҙәр йөрөйҙөр. Ләкин, нимә генә булмаһын, көндәр, айҙар, йылдар Аллаһ Тәғәләнең ҡулында. “Әҙәм балаһы Аллаһҡа һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зарлана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул”, – тиелгән изге хәҙистә. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, йортто туйларға теләйбеҙ икән, ниндәйҙер сәбәп табып, туҡталырға тейеш түгелбеҙ. Аллаһ Тәғәлә биргән йылдарҙы сорттарға бүлергә хаҡыбыҙ юҡ.
Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән һүҙҙәрен хәтерҙән сығарырға ярамай. Раббыбыҙ тарафынан бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмеребеҙҙә ниндәйҙер шик-шөбһәгә урын булырға тейеш түгел.
Ә өй төҙөүҙең үҙенә килгәндә, был – ифрат шатлыҡлы күренеш, күркәм эш. “Әҙәм балаһының бәхете – йортоноң иркен, яҡты, йәшәү өсөн уңайлы булыуында”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Бындай өйҙә һәр саҡ тыныслыҡ хөкөм һөрә. Ә кешегә тап шул кәрәк тә: ул “ҡәлғә”һендә күңеленә рәхәтлек табып, рух, дәрт көс туплап йәшәргә тейеш. Өҫтәүенә бында – беҙҙең ғаилә. Бала­ларҙы иркен, уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү – Исламдың бөйөк тәғлимәттәренең береһе. Атанан күргән уҡ юнған тигәндәй, күркәм йортта буй еткергән уландар киләсәктә үҙҙәре лә шундай өй төҙөп, ғаиләһен рәхәтлектә йәшәтер.
Ислам матурлыҡты һөйә. Шуға ла йортто матур итеп төҙөү менән бергә ихатаны төҙөк, таҙа тотоу кәрәклеген дә онотмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Өйҙө ҡояшҡа ҡаратып урынлаштырыу ҙа мөһим. Нур төшмәгән йортта гөл дә үҫмәй бит.
Йортто шулай уҡ намаҙ һәм Ҡөрьән менән йылытып торорға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ шулай ҡушҡан. Нигеҙгә генә түгел, әҙер өйгә лә даими аят уҡытыу төрлө шик-шөбһәгә, уйҙырма­ларға урын ҡалдырмаҫ. Аллаһ Тәғәләнең ризалығын, рәх­мәтен алып башланған һәм дауам иткән тормош, иншаллаһ, нурлы, бәрәкәтле булыр, ғаилә имен, тыныс, татыу ғүмер итер. Баҡсала­рыбыҙҙа, күҙҙе иркәләп, ағастар, сәскәләр, емеш-еләк үҫ­һен. Йорт эсендә тыныслыҡ, татыулыҡ хөкөм һөрһөн, бер-бер артлы сабыйҙар донъяға килеп, нурҙы тағы ла арттырһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә