Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма29.04.2016
– Өйҙө туйларға йыйынғайныҡ та, туҡтап ҡалдыҡ: кәбисә йылы бит. Уның үткәнен көтөргә кәрәктер, Нурмөхәмәт хәҙрәт?
И. ЯЙЫҠБАЕВ.
Дыуан районы.
Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмиллләһир-рахмәнир-рахим!
“Ҡөрьән Кәрим”дә, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең хәҙистәрендә әҙәм балаһының көнкүрешенә ҡағылышлы ҡанун-ҡағиҙәләр асыҡ бәйән ителгән. Бынан тыш, айырым кешеләр араһында башҡа төрлө ғөрөф-ғәҙәт, уйҙырмалар йәшәп килә. Улар бер халыҡта бар, икенсеһендә юҡ.
Тормош көткәндә, һүҙ һөйләгәндә мосолман “Ҡөрьән Кәрим”гә, хәҙистәргә нигеҙләнергә тейеш. Шул иҫәптән кәбисә йылында йорт туйлау мәсьәләһендә лә. Халыҡ араһында, бәлки, был осорҙа яңы эш башламау тураһында ниндәйҙер фекерҙәр йөрөйҙөр. Ләкин, нимә генә булмаһын, көндәр, айҙар, йылдар Аллаһ Тәғәләнең ҡулында. “Әҙәм балаһы Аллаһҡа һүҙ тейҙерә. Тормошҡа зарлана, уны әрләй. Ә бит заман да – Ул, төндө көнгә һәм киреһенсә әйләндереүсе лә – Ул”, – тиелгән изге хәҙистә. Шуның өсөн дә, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, йортто туйларға теләйбеҙ икән, ниндәйҙер сәбәп табып, туҡталырға тейеш түгелбеҙ. Аллаһ Тәғәлә биргән йылдарҙы сорттарға бүлергә хаҡыбыҙ юҡ.
Шул уҡ ваҡытта пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең “Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма” тигән һүҙҙәрен хәтерҙән сығарырға ярамай. Раббыбыҙ тарафынан бер тапҡыр ғына бирелгән ғүмеребеҙҙә ниндәйҙер шик-шөбһәгә урын булырға тейеш түгел.
Ә өй төҙөүҙең үҙенә килгәндә, был – ифрат шатлыҡлы күренеш, күркәм эш. “Әҙәм балаһының бәхете – йортоноң иркен, яҡты, йәшәү өсөн уңайлы булыуында”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Бындай өйҙә һәр саҡ тыныслыҡ хөкөм һөрә. Ә кешегә тап шул кәрәк тә: ул “ҡәлғә”һендә күңеленә рәхәтлек табып, рух, дәрт көс туплап йәшәргә тейеш. Өҫтәүенә бында – беҙҙең ғаилә. Балаларҙы иркен, уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү – Исламдың бөйөк тәғлимәттәренең береһе. Атанан күргән уҡ юнған тигәндәй, күркәм йортта буй еткергән уландар киләсәктә үҙҙәре лә шундай өй төҙөп, ғаиләһен рәхәтлектә йәшәтер.
Ислам матурлыҡты һөйә. Шуға ла йортто матур итеп төҙөү менән бергә ихатаны төҙөк, таҙа тотоу кәрәклеген дә онотмаһаҡ ине, хөрмәтле ҡәрҙәштәр. Өйҙө ҡояшҡа ҡаратып урынлаштырыу ҙа мөһим. Нур төшмәгән йортта гөл дә үҫмәй бит.
Йортто шулай уҡ намаҙ һәм Ҡөрьән менән йылытып торорға кәрәк. Пәйғәмбәребеҙ шулай ҡушҡан. Нигеҙгә генә түгел, әҙер өйгә лә даими аят уҡытыу төрлө шик-шөбһәгә, уйҙырмаларға урын ҡалдырмаҫ. Аллаһ Тәғәләнең ризалығын, рәхмәтен алып башланған һәм дауам иткән тормош, иншаллаһ, нурлы, бәрәкәтле булыр, ғаилә имен, тыныс, татыу ғүмер итер. Баҡсаларыбыҙҙа, күҙҙе иркәләп, ағастар, сәскәләр, емеш-еләк үҫһен. Йорт эсендә тыныслыҡ, татыулыҡ хөкөм һөрһөн, бер-бер артлы сабыйҙар донъяға килеп, нурҙы тағы ла арттырһын, иншаллаһ. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ!