Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Төпсөк, усаҡ, быяла Фажиғәгә юл һала
Йыл башынан Башҡортостанда бер нисә ҙур янғын теркәлде, уларҙа 113 кешенең ғүмере өҙөлдө. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы фажиғә – 12 кешене, Ғафури районының Ерекле ауылындағы үрт өс сабыйҙы һәләк итте, күптән түгел Баҡалы районында булған янғын һөҙөмтәһендә шулай уҡ өс бала һәм ике өлкән кеше яҡты донъя менән хушлашты. Һуңғы өс йылда сыҡҡан янғындарҙа 50 баланың ғүмере өҙөлөүе лә – аяныслы факт. Кисә генә Балтас районының Ҡомъяҙы ауылында сыҡҡан янғында өс бала һәләк булды. Фажиғә кескәйҙәрҙең ут менән шаярыуы һөҙөмтәһендә сыҡҡан, тип фаразлайҙар.

Урындағы үҙидара көнө айҡанлы үткәрелгән тантанала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе үҙ биләмә­һендәге халыҡты борсоған мәсьә­ләләргә иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы.
– Район хакимиәттәре башлыҡ­тары, биләмәгеҙҙәге янғын хәүеф­һеҙлеге өсөн иң тәүҙә һеҙ яуаплы. Көн дә был йүнәлештә шөғөлләнеүҙе, мәсьәләгә иғтибарҙы арттырыуҙы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты, социаль хеҙмәттәр, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙы талап итәм. Йорттар, учреждениелар буйлап берҙәм рейдтар үткәрергә, янғын хәүефһеҙлеген үтәмәгәндәрҙе асыҡ­ларға, язаға тарттырырға кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы.
Фажиғәләр, ғәҙәттә, алкоголле эсемлекте йыш ҡулланған һәм бер ҡайҙа ла эшләмәгән кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында сыға. Эскелек, көндәлек хулиганлыҡ, әрәмта­маҡлыҡ, өйҙәге йәбер-золом, әхлаҡ­һыҙлыҡ кеүек күренештәр ҙә янғын­дарҙың сәбәпсеһе булараҡ иғтибар үҙәгенә алынырға тейеш. Был йәһәттән һәр кем үҙендә яуаплылыҡ тойорға бурыслы. Ошо маҡсаттан күптән түгел баш ҡалала йәшәгәндәр өсөн Өфө гарнизонындағы янғын һүндереү ҡорамалдары менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булдырылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистрлығы хеҙмәткәрҙәре һүҙҙә­ренсә, улар йәш быуындың хәүеф­һеҙлегенә ныҡлы иғтибар бүлергә тырыша. Был йәһәттән күргәҙмә барышында ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн махсус викториналар, ярыштар үткәрелде, янғын һүндереү тәжрибәһе лә күрһәтелде.
Урманда ут сығыуы ла көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Учалы урмансылығы биләмәһендә ике янғын осрағы теркәлгән дә инде, һөҙөмтәлә 5,5 гектар ер зыян күргән. Республиканың урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов белдере­үенсә, былтыр ошондай төр янғын­дарҙа ғәйепле 569 кешегә йәмғеһе 5 миллион һумлыҡ штраф һалынған.
– Фажиғәләрҙең сәбәбен тикшереү ҙур һөҙөмтә бирә. Осраҡтарҙың 10 процентын ғына тулыһынса асыҡлап булмай. Административ яуаплы­лыҡҡа тарт­тырылған граждандарға – 1,5 – 3 мең, вазифалы кешеләргә – 10 – 20 мең, юридик берәмектәргә 50 – 200 мең һум штраф һалына, – тине Динир Әсғәт улы матбуғат конфе­ренцияһында.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр ми­нистрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов халыҡҡа янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен ҡабатлап үтте. Баҫыу­ҙарҙа кипкән үләнде үртәү, усаҡ яғыу тыйыла. Транспорт юлының ситтә­рендә яғыулыҡ-майлау материалдарын яндырыу ҙа сикләнгән. Май байрамдары ваҡытында ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булһын ине. Кеше­ләргә үҙҙәренән һуң тәмәке төпсөк­тәрен, һүндерелмәгән усаҡ йә быяла ҡалдырмаҫҡа кәңәш итәбеҙ, тине Марат Рәис улы.



Автор: Г. МОСТАЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә