Төпсөк, усаҡ, быяла Фажиғәгә юл һала29.04.2016
Йыл башынан Башҡортостанда бер нисә ҙур янғын теркәлде, уларҙа 113 кешенең ғүмере өҙөлдө. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы фажиғә – 12 кешене, Ғафури районының Ерекле ауылындағы үрт өс сабыйҙы һәләк итте, күптән түгел Баҡалы районында булған янғын һөҙөмтәһендә шулай уҡ өс бала һәм ике өлкән кеше яҡты донъя менән хушлашты. Һуңғы өс йылда сыҡҡан янғындарҙа 50 баланың ғүмере өҙөлөүе лә – аяныслы факт. Кисә генә Балтас районының Ҡомъяҙы ауылында сыҡҡан янғында өс бала һәләк булды. Фажиғә кескәйҙәрҙең ут менән шаярыуы һөҙөмтәһендә сыҡҡан, тип фаразлайҙар.
Урындағы үҙидара көнө айҡанлы үткәрелгән тантанала республика Башлығы Рөстәм Хәмитов муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе үҙ биләмәһендәге халыҡты борсоған мәсьәләләргә иғтибарлыраҡ булырға саҡырҙы.
– Район хакимиәттәре башлыҡтары, биләмәгеҙҙәге янғын хәүефһеҙлеге өсөн иң тәүҙә һеҙ яуаплы. Көн дә был йүнәлештә шөғөлләнеүҙе, мәсьәләгә иғтибарҙы арттырыуҙы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты, социаль хеҙмәттәр, халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙы талап итәм. Йорттар, учреждениелар буйлап берҙәм рейдтар үткәрергә, янғын хәүефһеҙлеген үтәмәгәндәрҙе асыҡларға, язаға тарттырырға кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы.
Фажиғәләр, ғәҙәттә, алкоголле эсемлекте йыш ҡулланған һәм бер ҡайҙа ла эшләмәгән кешеләрҙең һаҡһыҙлығы арҡаһында сыға. Эскелек, көндәлек хулиганлыҡ, әрәмтамаҡлыҡ, өйҙәге йәбер-золом, әхлаҡһыҙлыҡ кеүек күренештәр ҙә янғындарҙың сәбәпсеһе булараҡ иғтибар үҙәгенә алынырға тейеш. Был йәһәттән һәр кем үҙендә яуаплылыҡ тойорға бурыслы. Ошо маҡсаттан күптән түгел баш ҡалала йәшәгәндәр өсөн Өфө гарнизонындағы янғын һүндереү ҡорамалдары менән яҡындан танышыу мөмкинлеге булдырылды. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һүҙҙәренсә, улар йәш быуындың хәүефһеҙлегенә ныҡлы иғтибар бүлергә тырыша. Был йәһәттән күргәҙмә барышында ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн махсус викториналар, ярыштар үткәрелде, янғын һүндереү тәжрибәһе лә күрһәтелде.
Урманда ут сығыуы ла көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһенә әйләнде. Учалы урмансылығы биләмәһендә ике янғын осрағы теркәлгән дә инде, һөҙөмтәлә 5,5 гектар ер зыян күргән. Республиканың урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов белдереүенсә, былтыр ошондай төр янғындарҙа ғәйепле 569 кешегә йәмғеһе 5 миллион һумлыҡ штраф һалынған.
– Фажиғәләрҙең сәбәбен тикшереү ҙур һөҙөмтә бирә. Осраҡтарҙың 10 процентын ғына тулыһынса асыҡлап булмай. Административ яуаплылыҡҡа тарттырылған граждандарға – 1,5 – 3 мең, вазифалы кешеләргә – 10 – 20 мең, юридик берәмектәргә 50 – 200 мең һум штраф һалына, – тине Динир Әсғәт улы матбуғат конференцияһында.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы етәксеһе Марат Латипов халыҡҡа янғынға ҡаршы режим ҡағиҙәләрен ҡабатлап үтте. Баҫыуҙарҙа кипкән үләнде үртәү, усаҡ яғыу тыйыла. Транспорт юлының ситтәрендә яғыулыҡ-майлау материалдарын яндырыу ҙа сикләнгән. Май байрамдары ваҡытында ла тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш булһын ине. Кешеләргә үҙҙәренән һуң тәмәке төпсөктәрен, һүндерелмәгән усаҡ йә быяла ҡалдырмаҫҡа кәңәш итәбеҙ, тине Марат Рәис улы.