Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Закон эттәр яғындамы?
Закон эттәр яғындамы? Ул көндө әле лә хәтерләйем. Беренсе класта уҡып йөрөгән саҡ. Мәктәптән ҡайтып килгәндә юлыма ырылдап эт йүгереп сыҡты. Ҡурҡышымдан, сумкамды ташлап, тайыу яғын ҡараным. Тик уҫал эт минән дә етеҙерәк булып сыҡты. Шөрләгәнемде лә шәйләгәндер, күрәһең. Үткер тештәрҙең аяғыма ҡаҙалыуынан ҡысҡырып илап ебәрҙем. Ә ҡан еҫен тойған йыртҡыс тағы ҡоторондо...

Шул мәл аҡырған тауышҡа оло­лар ярҙамға килмәһә, ва­ҡиғаның нисек тамамланырын күҙ алдына килтерәһегеҙҙер. Һәр хәлдә әлеге эт аяғымдың итен өҙөп алғас, яра оҙаҡ төҙәлмәй йөрөнө. Шуныһы сәйер, эттең хужаһына ҡарата бер ниндәй ҙә сара күрелмәне. Киреһенсә, үҙе ҡотортҡандыр, тип мине ғәйепләп ҡуйҙылар...
Күҙ алдына килтерегеҙ: әгәр ошо хәл Америкала булһа? Закон буйынса йыртҡыстың хужаһы төрмәгә ултырыр ине! Быны нин­дәйҙер үпкә йөҙөнән әйтмәйем, ә илебеҙҙә камил ҡанундарҙың булмауын билдәләмәксемен. Хәҙерге заманда ҡала ерендә лә, ауыл биләмәләрендә лә берәҙәк эттәргә бәйле мәсьәлә киҫкен тора.
Бөгөн бәғзе берәүҙәр бала ҡарамаһа ҡарамай, әммә быҙау ҙурлыҡ эт тота. Был хәл бигерәк тә ҡала ерендә модаға әйләнде. Кисен саф һауала йөрөргә сыҡ­һаң, шундай күңелһеҙ күренешкә тарыйһың: йәйәүле­ләргә иҫәп­лән­гән тротуар буйлап хужалары этен морондоҡһоҙ, хатта бауһыҙ йөрөтә. Сараһыҙҙан, уларҙың үтеп киткәнен көтөп, ситтәрәк шөр­ләп ҡарап торорға мәжбүр­һең.
– Ниңә моронон ҡапла­май­һығыҙ? – тип һорайһың, асыуланып.
– Ә ул тешләшмәй! – тигән яуап ишетәһең.
Улар йыртҡыстың уйында нимә булғанын ҡайҙан белһен инде? Башын ярып ҡарап булмай бит. Ана шундай яуапһыҙлыҡ фажиғәгә килтерә лә.
Законға ярашлы, этте морон­доҡһоҙ урамға сығарған өсөн мең һум штраф ҡаралған. Ул ғәмәлдә нисек бойомға атҡарыла икән? Ярай әле үҙең йәшәгән йорт алдында булып, хужаһын таныһаң, участковыйға ғариза яҙырға мөмкин. Был хәлдең ысын булыуын раҫ­лау өсөн фотоғыҙҙы ла берке­тер­гә кәрәк. Шул осраҡта ниндәй­ҙер административ яуап­лылыҡ ҡараласаҡ. Ә инде ҡала уртаһын­да ошондай хәлгә тары­һаң, нимә эшләргә? Беренсенән, ул эттең хужаһын белмәйһең. Тимәк, кемде яуаплылыҡҡа тарттырырға һуң? “Урамдан китеп барғанда бер кешенең эте миңә ташланды. Хужаһы эргәһендә ине”, – тип яҙып булмай бит инде. Ә инде урынында уҡ полиция саҡыртам тиһәң, эт өсөн генә килеп етеүҙә­ре бик икеле. Килһәләр ҙә, әллә күпме ваҡыт үтәсәк. Тәртип һаҡ­сы­ларын көтөп, йырт­ҡысты күҙ уңынан ысҡын­дырмайым тип, артынан ҡала буйлап йүгереп йөрөп булмай. Ә инде йәрәхәтләнгән булһаң? Табипты хәстәрләй­һеңме, әллә полициянымы? Әлбиттә, һаулыҡ ҡәҙерлерәк.
Эттәрҙең дә төрлө тоҡомлоһо бар. Мәҫәлән, лабрадор, ротвеллер, боксер кеүектәренең йөҙөн күреүҙән үк ҡотоң осор. Башмаҡтай дүрт аяҡлыларға ла айырыуса иғтибар кәрәк. Улар агрессив булыуы менән айырыла. Ҡыҙғанысҡа, ундай эттәрҙе теләһә кем тота ала. Наркоманмы, эскесеме, психик сирлеме – һатҡанда төпсөнөп тормайҙар. Ә бит аҡыл йәһәтенән зәғиф кеше һиңә йыртҡысты һөсләһә, имен ҡалырмын тимә. Был эттәр бер йәбешһә, тешенән ысҡындыра һалмай.
Европа илдәрендә бындай тоҡомло эттәрҙе үрсетеү закон нигеҙендә тыйыла. Ә Дания һәм Норвегияла эре эттәрҙе аҫрау бөтөнләй рөхсәт ителмәй. Германияла питбультерьер, стаффорд, бультерьер кеүек агрессив эттәрҙе тоторға ярамай. Из­раилдә лә шундай уҡ ҡағиҙәләр индерелгән. Ошо йәһәттән беҙҙә лә уйланаһы урын бар.
Яңыраҡ шундай хәлдең ша­һиты булдым. Балалар майҙан­сыҡта сыр-сыу килеп уйнай. Шул саҡ уларҙың алдына ҙур эт йүгереп килеп сыҡты. Әлбиттә, ҡурҡышынан бәләкәстәр кемуҙар­ҙан ҡысҡырышырға, иларға тотондо.
Бауын ысҡындырып, ҡулына тотҡан ханым үҙен бер ҙә ғәйепле тойманы.
– Тынысланығыҙ! Ул тешләш­мәй. Бары һеҙҙең менән шаяра ғына! – тине.
Балалар янындағы әсәләрҙең береһе, сабыйҙарҙы яҡлашырға тырышып, этте ҡыуырға тотондо. Тик йыртҡысты был ҡылыҡ ярһытты ғына. Көслө ырылдап, тешләшергә ынтылды ул.
– Ниңә һелтәнәһегеҙ ул? – күҙҙәре этенән дә зәһәрерәк күренгән ҡатын, “дуҫын” аралап, әрләшергә тотондо. – Һеҙ үҙегеҙ уны асыуландыраһығыҙ. Тик торған кешегә этем нишләп өрһөн, ти?!
– Ә ниңә ҡағиҙәне боҙаһығыҙ? Этегеҙҙе морондоҡһоҙ йөрөтөп... – тип һөйләнде әсә.
– Үҙеңдең балаңды морон­доҡлап йөрөт! Уға шулай уңайлы тип уйлайһыңмы?..
Ҡағиҙә буйынса, эттәрҙе уйын майҙансығында, йорттар янында, балалар учреждениеһы эргәһен­дә йөрөтөү тыйыла. Бының өсөн ике меңдән алып дүрт мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Әммә халыҡтың битарафлығы ла закондың үтәлмәүенә килтерә. Көн дә тиерлек шундай ҡағиҙә боҙоуҙарға тап булабыҙ, ә, исмаһам, берәүһе полицияға мөрәжәғәт иттеме икән? Рәсми тел менән әйткәндә, Рәсәйҙә йыл һайын ике тиҫтәләп бала эттән таланып үлә.
Алыҫ йөрөйһө түгел, ике йыл элек Өфөлә 10 йәшлек малайҙы эт­тәр талап үлтергән. Бындай ҡот осҡос фажиғәне берәҙәк йырт­ҡыстарҙың күплегенә лә бәйләргә кәрәк. Тик эйәһеҙ эттәрҙе лә хәҙер яҡлайҙар. Элек атып ҡотолһалар, хәҙер махсус интернаттар асып, уларҙы аша­тырға, прививка яһатырға тейеш­тәр.
Әйткәндәй, былтыр Өфөлә өс меңгә яҡын кеше эттән таланып, дауаханаға мөрәжәғәт иткән.
“Түҙемлектең сиге бөттө, – тип белдергәйне бер әңгәмәһендә Рәсәй Президенты ҡарамағын­дағы Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов. — Рәсәйҙә йыл һайын мең ярым бала эттән таланып, ҡаза күрә. Шуныһы йәнде көйҙөрә: был йыртҡыс­тар­ҙың хужаһы бар. Этте морон­доҡһоҙ килеш урамда йөрөткән өсөн кәмендә 10 мең һум штраф билдәләгән федераль закон кәрәк. Әммә беҙҙең был закон проекты Дәүләт Думаһында саңға батып ҡалды. Күрәһең, берәй депутаттың балаһын эт талаға­нын көтәләрҙер”.
Үҫешкән илдәрҙә эт тотоусы­ларға ҡарата яуаплылыҡ ҡаты. Мәҫәлән, Америкала йыртҡыс кемделер йәрәхәтләһә йә иһә үлтерһә, уның хужаһын 20 йылға хәтлем төрмәгә ултырталар. Англияла иһә эт кешегә ташланһа, хужаһы 500 мең һум штраф түләргә тейеш. Был хәл тағы ҡабатланһа, ярты йылға тимер рәшәткә артына эләгәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәйҙә закон эттәр яғында булып сыға. Ҡағиҙә боҙған өсөн 5000 һумға тиклем штраф менән генә сикләнәләр. Ғәҙәттә иһә, түләүҙең күләме мең һумдан артмай. Ә инде эт талап үлтерһә, хужаһы күп тигәндә 14 айға колония-биләмәгә оҙатыла.
Төрлө урындарҙа йорт хайуан­дарының кешене талауы, хатта үлем осраҡтары хаҡында яңы­лыҡтарҙан ишетеп, күнеп бара­быҙ шикелле. Быға кем ғәйепле һуң? Эттәрме, әллә кешеләрме? Кешеләр йоғонтоло закондар ҡабул итмәһә, эттәр “этлеген” күрһәтәсәк әле.



Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде 30.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда һауа торошоноң боҙолоуына бәйле трассала хәрәкәт сикләнде...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә

Башҡортостанда ҡар яуыуы көтөлә 29.01.2026 // Йәмғиәт

Урыны менән елдең тиҙлеге секундына 15-20 метрға етеүе мөмкин....

Тотош уҡырға 1

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә «Кесе Ватан – Рәсәй көсө» төбәк форумы көнө башланды...

Тотош уҡырға 1

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды 29.01.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә яңы байрам булдырылды...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар 28.01.2026 // Йәмғиәт

Өфөлә йәшәүселәрҙе «Кеше эҙләйем» хәйриә акцияһына саҡыралар...

Тотош уҡырға 1

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат 28.01.2026 // Йәмғиәт

Кёнигсбергты һәм Дрезденды азат иткән ветеран вафат...

Тотош уҡырға 1

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған

Ҡырмыҫҡалыла бер юлы ике пар игеҙәк тыуған 27.01.2026 // Йәмғиәт

Ҡырмыҫҡалы районында ике пар игеҙәк тыуыуы теркәлгән....

Тотош уҡырға 1

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә

Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан рәсәйҙәр 3 көн ял итә 27.01.2026 // Йәмғиәт

Был байрамда республика халҡын 21 февралдән 23-нә тиклем өс көнлөк ял көтә....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй 27.01.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда 50-нән ашыу блокадасы йәшәй...

Тотош уҡырға 1

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар 27.01.2026 // Йәмғиәт

Республика районында эсәр һыуҙың булмауы тураһында мәғлүмәтте кире ҡаҡтылар...

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр Telegram-бот ярҙамында енәйәтте иҫкәртә ала 27.01.2026 // Йәмғиәт

Енәйәт ҡылыуға әҙерлек тураһында белгән, әммә ошо турала хоҡуҡ һаҡлау органдарына ваҡытында хәбәр ......

Тотош уҡырға 1

Республикала көндәр йылыта

  1. Айҙар
    Айҙар от 29.04.2016, 18:23
    Бик мөһим мәсьәлә күтәрә автор. Рәхмәт.Был өлкәлә ҡала администрацияһы берәй нәмә эшләй алмай микән? Улар һеҙгә ошо проблема буйынса яуап бирә аламы ? Телевидение тапшырыу әҙерләһә, бәлки, берәй һөҙөмтәһе булыр ине.

  2. Зилиә
    Зилиә от 04.05.2016, 17:27
    Бик урынлы һорау күтәрелә. Быйыл шундай хәлдең шаһиты булдыҡ: урамда 3-4 йәшлек ике балаға үҙҙәренән дә ҙурыраҡ эт ташланды. Ярай әле яҡында бер егет китеп бара ине, ул этте ҡыуып ебәрҙе.Балалар ҡотолдо, ләкин ул бахырҙарҙың ҡоттары осто инде.Өйҙә ата-әсәләре белмәй бит инде, ваҡытында психологик ярҙам күрһәтергә. Полицияға шылтыратҡайныҡ, ЖКО-ға мөрәжәғәт итегеҙ, тип яуап бирҙеләр.

Комментарий өҫтәргә