Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Заманса алымдар кәрәк
Рәсәй хәрби ветерандар госпиталдәре ассоциацияһы кәңәшмәһен асып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Николай Никитин тотош Рәсәйҙән һәм БДБ дәүләттәренән йыйылған хәрби госпиталь етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне лә шунда уҡ уртаға һалып һөйләшәһе проблемаларға күсте.

Артабан Новосибирскиҙағы һуғыш ветеранда­рының 2-се төбәк госпиталенең баш табибы Людмила Канунникова госпиталдәрҙең эшмәкәрлеге, һуғыш ветераны ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләренә туҡталды.
Республика һуғыш ветерандары госпиталенең баш табибы Хәлил Мостафин ҙур йыйындың модераторы булараҡ та сығыш яһаны. Ул – Рәсәй һуғыш ветерандары госпиталдәре ассоциацияһы идараһы рәйестәше лә. Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә Башҡортостан төбәктәренән яугирҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары даими дауаланыу курсы үтә. Терапия, йәрәхәт-ортопедия, анестезиология-реанимация, неврология бүлектәрендә йылына биш меңдән ашыу кешене ҡабул итәләр. Хәлил Мөжәүир улы үҙ сығышында яугирҙәрҙең, уларҙың ғаиләләренең яңылыҡтар менән даими танышып барырға тейешлеге һәм видеоконференция, сайт, программалар менән тәьмин итеү кимәле хаҡында һөйләне.
Санкт-Петербургтың һуғыш ветерандары госпитале начальнигы Максим Кабанов яугирҙәрҙең хоҡуҡтары, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары хаҡында сығыш яһаны. Ә Төмән госпиталенең баш табибы Альберт Йосопов был йүнәлештәге ил дауаханаларының матди-техник нигеҙе тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе.
БДБ-ның яугир-интернационалистар эштәре буйынса рәйесе урынбаҫары Галина Демченкова иһә киләсәккә пландар, яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү юлдары хаҡында бәйән итте. Уның “БДБ илдәрендә һуғыш ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә 2020 йылға тиклем медик-социаль ярҙам күрһәтеү һәм тормош сифатын яҡшыртыуҙың төп йүнәлеш­тәре” тигән докладында бөгөнгө хәлдәр генә сағылыш табып ҡалманы, ә заман талаптарына ярашлы яңы юлдар эҙләү хаҡында һүҙ алып барылды.
БДБ-ның хөкүмәт башлыҡтары советы медицина-социаль идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Гайк Джавадян гранттар тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Баҡтиһәң, Афғанстан Республика­һында һәләк булғандарҙың ғаиләләренә көнкүреш шарттарын яҡшыртыу өсөн Президент гранттары ла ҡаралған икән.


Автор: Л. СИТДИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә