Заманса алымдар кәрәк27.04.2016
Рәсәй хәрби ветерандар госпиталдәре ассоциацияһы кәңәшмәһен асып, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Социаль сәйәсәт һәм һаулыҡ һаҡлау буйынса комитеты рәйесе Николай Никитин тотош Рәсәйҙән һәм БДБ дәүләттәренән йыйылған хәрби госпиталь етәкселәрен һәм хеҙмәткәрҙәрен тәбрикләне лә шунда уҡ уртаға һалып һөйләшәһе проблемаларға күсте.
Артабан Новосибирскиҙағы һуғыш ветерандарының 2-се төбәк госпиталенең баш табибы Людмила Канунникова госпиталдәрҙең эшмәкәрлеге, һуғыш ветераны ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләләренә туҡталды.
Республика һуғыш ветерандары госпиталенең баш табибы Хәлил Мостафин ҙур йыйындың модераторы булараҡ та сығыш яһаны. Ул – Рәсәй һуғыш ветерандары госпиталдәре ассоциацияһы идараһы рәйестәше лә. Республика һуғыш ветерандары клиник госпиталендә Башҡортостан төбәктәренән яугирҙәр, уларҙың ғаилә ағзалары даими дауаланыу курсы үтә. Терапия, йәрәхәт-ортопедия, анестезиология-реанимация, неврология бүлектәрендә йылына биш меңдән ашыу кешене ҡабул итәләр. Хәлил Мөжәүир улы үҙ сығышында яугирҙәрҙең, уларҙың ғаиләләренең яңылыҡтар менән даими танышып барырға тейешлеге һәм видеоконференция, сайт, программалар менән тәьмин итеү кимәле хаҡында һөйләне.
Санкт-Петербургтың һуғыш ветерандары госпитале начальнигы Максим Кабанов яугирҙәрҙең хоҡуҡтары, уларҙы тормошҡа ашырыу юлдары хаҡында сығыш яһаны. Ә Төмән госпиталенең баш табибы Альберт Йосопов был йүнәлештәге ил дауаханаларының матди-техник нигеҙе тураһында ентекле мәғлүмәт бирҙе.
БДБ-ның яугир-интернационалистар эштәре буйынса рәйесе урынбаҫары Галина Демченкова иһә киләсәккә пландар, яугирҙәргә ярҙам күрһәтеү юлдары хаҡында бәйән итте. Уның “БДБ илдәрендә һуғыш ветерандарына һәм уларҙың ғаиләләренә 2020 йылға тиклем медик-социаль ярҙам күрһәтеү һәм тормош сифатын яҡшыртыуҙың төп йүнәлештәре” тигән докладында бөгөнгө хәлдәр генә сағылыш табып ҡалманы, ә заман талаптарына ярашлы яңы юлдар эҙләү хаҡында һүҙ алып барылды.
БДБ-ның хөкүмәт башлыҡтары советы медицина-социаль идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Гайк Джавадян гранттар тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Баҡтиһәң, Афғанстан Республикаһында һәләк булғандарҙың ғаиләләренә көнкүреш шарттарын яҡшыртыу өсөн Президент гранттары ла ҡаралған икән.