Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шағир ағай мәктәбе
Шағир ағай мәктәбеТимер Йосопов менән бәйле иң сағыу сәхифәләр – Әҙәбиәт институтында бергә уҡыған йылдар, уның ике йыллыҡ юғары әҙәби курсҡа килгән осоро (1977–1979), Вил Ғүмәров менән минең III-IV курстарҙа уҡыған мәл. Хисмәт Юлдашев беҙҙән ике йылға түбән. Тимер ағай – дөйөм ятаҡтың 7-се ҡатында, беҙ 6-сыла йәшәйбеҙ.

Көн һайын булмаһа ла, аҙнаһына мотлаҡ бер-ике тапҡыр, ғәҙәттә, кис дәрес­тәр­ҙән ҡайтып тамаҡланып алғас, берәмләп тә, икәүләп-өсәүләп тә уның бүлмә­һенә күтәреләбеҙ, һирәкләп үҙе лә төшә. Көнкүреш йомоштарынан тыш, беҙгә, йәш­тәргә, уның менән аралашыу, һөйләшеү, арҡаланыу кәрәк. Ә йыйылһаҡ, һүҙ бөтмәй. Йыш ҡына Вил менән Хисмәт яңы шиғырҙарын уҡый. Тимер ағай ҙа, мин дә яҙғай­ным, тип үҙе лә ҡу­шы­ла, шунан һөйләшәбеҙ, бәхәс ҡуба, анализ да яһала. Торғаны бер ижади семинар, ижад лабо­раторияһы инде. Бындай һөйлә­шеү­ҙәр беҙгә ҡыҙыҡ, танһыҡ, ул беҙ­ҙе байыта, фекерҙе сарлай, мәғлү­мәтле итә. Бөгөн мин ул кисә-осрашыуҙарҙы “Тимер ағай мәктәбе” тип атар инем, сөнки беҙгә үҫеү өсөн улар­ҙың файҙаһы ҙур булды.
Бынан тыш, ошо йылдар ара­уығында дөйөм ятаҡҡа кемдәр генә килмәне! СССР һәм РСФСР яҙыусыларының пленум съездарына, әҙәбиәт һәм сәнғәт көндә­ренә, декадаларына, төрлө осра­шыу­ҙарға, үҙәк нәшриәттәргә йөрө­гән ағайҙар, ижад йорт­та­рына китеп барыусылар йәки ҡайтып килеү­селәр йыш керә торғайны. Яҡташ студенттар, аспиранттар ҙа юлға саң ҡун­дырмай. Ҡайһы бер байрамдар, тыуған көндәр бер­гә үтә. Осрашыуҙар күп­се­лектә Тимер ағайҙың бүл­мәһендә ойошторола, сөнки ул яңғыҙ йәшәй. Беҙ, йәштәр, мага­зинға йүгерәбеҙ, аш-һыу хәстәр­ләйбеҙ. Шунан китә оҙаҡҡа, ҡайһы саҡ һөйлә­шеүҙәр таңға саҡлы һуҙыла...
Улым тыуғас килгән телеграмманы тотоп, ҡыуанысты уртаҡ­лаш­ҡан беренсе кешем дә Тимер ағай булды. Бил­дәле, шул кис оло байрам ойошторҙоҡ. Һуңынан да осрашҡан һайын Илнурҙы һо­рар, артабанғы йылдарҙа нисек уҡыуы, эше менән ҡыҙыҡһыныр, үҙен күргән саҡтарында мине һө­йөн­сөләгәнде, тәпәйен “йыуыу­ҙы” ниндәйҙер бер кинәнес менән хәтерләй торғайны.
Тимер ағай ике йыл эсен­дә күп яҙҙы. Бәлки, ғүме­рендәге иң уңыш­лы осоро ла булғандыр әле. Был саҡта уға – 40 йәш. Еңел-елпелек үткән, быуынға ултырған, көслө сағы. Ҡатыны менән ике бәләкәй балаһын ҡал­дырып китеү өсөн оло яуап­лылыҡ та тойған­дыр. Һуңы­нан мин шул йылдарҙа уҡыл­ған шиғырҙарын республика матбуғатында, нәшер ител­гән китаптарында таный торғайным.
Миңә ҡалһа, Тимер Йосопов шиғриәте – ҡайнап тор­ған вулкан ише хәрәкәт­сән, тынғыһыҙ, һөжүмле шиғ­риәт. Унда эске драматизм, айҡаш, килешмәү­сәнлек көс­лө, А. Блок әйткәнсә, “и вечный бой, покой нам только снится”. Ниндәй генә темаға тотонмаһын, шағир әүҙем гражданлыҡ позиция­һынан тороп яҙҙы, “был һүҙҙе мин мотлаҡ әйтергә тейешмен” тип ҡәтғи булды һәм шул фекерҙе уҡыусыға аңла­йышлы итеп еткерә лә белде. Уның сәхрәләрҙә бул­һынмы, сәхнәләрҙә булһынмы уҡыл­ған шиғырҙарын тыңлау ләз­зәт тә, тетрәндер­гес тә ине. Шуға ла шағирҙың һәр әҫәре уҡыусы күңеленә барып етте, уйландыр­ҙы, һоҡландырҙы, уйға һалды, һағайтты...
Бергә уҡыған йылдарҙан алып байтаҡ һыу аҡты. Тимер ағай шиғриәте үҫештә булды, донъя күргән һәр даим шәлкеме әҙәби күре­неш­кә әйләнде, борсо­лоуҙа­ры, һағыш-үкенестәре артты. Уға халыҡ шағиры тигән юғары исем бирелде. Ул был маҡтаулы исемде лайыҡлы йөрөттө – халыҡ ара­һынан сығып, һәр күҙә­нәгенә тиклем халыҡ зары менән йәшәгән шағир булды.


Автор: Әмир ӘМИНЕВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә