Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Янғын хәүефе һәр кемгә янай
Ҡар иреп, ер өҫтө кипкәс, халыҡ урманда, ҡырҙа былтырғы кипкән үләнде үртәй, шуның менән тупраҡты яңырта, бөжәктәрҙән ҡотҡара, баҫыуҙы сәсеүгә әҙерләй.


Кемдер төтөн еҫен ярата, кемдер ошо мәшәҡәттәр аша бала сағын иҫенә төшөрә, әммә ҡоро үлән яныуының ҡот осҡос фажиғәләргә килтереү ихтимал­лығы күбеһен уйландырмай. Ялҡын ҙур тиҙлек менән шаҡтай киң майҙанға тарала. Йыш ҡына ул торлаҡ биналарға, хужалыҡ ҡоролмаларына, ҡайһы саҡта кеше ғүмеренә лә янай. Ҡайһы берәүҙәр кипкән үләнде яндырыу файҙалы тип уйлай. Әммә был дөрөҫ түгел.
Ҡоро үләнде үртәүҙең урман янғы­нына һәм торф ҡатламына ут тоҡаныуға килтереүе бар. Бындай янғындарҙың йәй буйы туҡтамауы мөмкин. Газ үткәр­гестәр, машиналар яныуы, электр селтәрҙәренә зыян килеүе ихтимал. Ел сығып, уттың ҡот осҡос күләмгә таралыуы мөм­кин. Урман янғыны – ифрат ҡурҡы­ныс афәт, тәбиғәткә оҙаҡ уңал­маҫлыҡ яра.
Ҡыш үткәс, үлән, ҡыуаҡлыҡ­тар тәр­биәләнмәһә лә үҫә. Йәш үлән сыҡ­һын өсөн иҫкеһе кәртә түгел. Яндырғандан һуң, кире­һенсә, яңы ғына бөрөләнә баш­лаған ағас, үҫемлектәр һәләк була. Хайуандар донъяһына ла ҙур зыян яһала: бө­жәк­тәр, ҡорттар, селәүсендәр юҡҡа сыға. Былтырғы ҡоро үлән – сүп түгел, ә баһа биреп бөтөргөһөҙ туҡланыу сығанағы. Ҡороған үләнде яндырыу өҫтәүенә ҡоштарҙы оялау һәм бала сығарыу урынынан мәхрүм итә.
Үлән янғанда тупраҡтың сирҙәргә ҡаршы торорға ярҙам иткән бөтөн файҙалы микроорганизмдары юҡҡа сыға. Ерҙең уңдырышлылығы кә­мей. Янғындан һуң тәбиғәттә тереклек 5-6 йыл үткәс кенә яңыра.
Баҡсала – үлән һабаҡтарын, баҫыу-ҡырҙарҙа һалам ҡалдыҡ­тарын яндырыу, урманда усаҡ яғыу закон менән дә тыйыла, штрафтар ҡаралған. Ошо сәбәпле кеше ғүмере өҙөлгән осраҡта ғәйеплеләр енәйәт яуаплылығына тарттырыла.
Тәмәке тартҡанда ла һаҡ булырға кәрәк. Һүндерелмәгән төпсөктөң дә ҡоро үләнде дөрләтеп ебәреүе ихтимал. Хужалыҡта, баҡсала янғын һүнде­реү өсөн ҡоралдар – силәк, көрәк, һыулы мискә, ҡом тулты­рыл­ған йәшник – һәр саҡ әҙер торорға тейеш.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгән саҡта ғына үҙегеҙҙе янғындарҙан һаҡларһығыҙ. Баҡсала ут сыҡһа, ва­ҡиға тураһында шунда уҡ стационар телефондан – 01, кеҫә телефонынан 112 һандарын йыйып, янғын һүндереү бүлегенә шылты­ратығыҙ. Йортта кешеләр булһа, уларҙы ҡурҡыныс янамаған ергә сығарығыҙ. Электр энергияһын ҡулланыуҙы туҡтатығыҙ. Бала­лары­ғыҙға форсат тыуған һайын шырпы менән уйнауҙың ниндәй хәүеф менән янауын аңлатып тороғоҙ.



Автор: Миләүшә НУРИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә