Янғын хәүефе һәр кемгә янай19.04.2016
Ҡар иреп, ер өҫтө кипкәс, халыҡ урманда, ҡырҙа былтырғы кипкән үләнде үртәй, шуның менән тупраҡты яңырта, бөжәктәрҙән ҡотҡара, баҫыуҙы сәсеүгә әҙерләй.
Кемдер төтөн еҫен ярата, кемдер ошо мәшәҡәттәр аша бала сағын иҫенә төшөрә, әммә ҡоро үлән яныуының ҡот осҡос фажиғәләргә килтереү ихтималлығы күбеһен уйландырмай. Ялҡын ҙур тиҙлек менән шаҡтай киң майҙанға тарала. Йыш ҡына ул торлаҡ биналарға, хужалыҡ ҡоролмаларына, ҡайһы саҡта кеше ғүмеренә лә янай. Ҡайһы берәүҙәр кипкән үләнде яндырыу файҙалы тип уйлай. Әммә был дөрөҫ түгел.
Ҡоро үләнде үртәүҙең урман янғынына һәм торф ҡатламына ут тоҡаныуға килтереүе бар. Бындай янғындарҙың йәй буйы туҡтамауы мөмкин. Газ үткәргестәр, машиналар яныуы, электр селтәрҙәренә зыян килеүе ихтимал. Ел сығып, уттың ҡот осҡос күләмгә таралыуы мөмкин. Урман янғыны – ифрат ҡурҡыныс афәт, тәбиғәткә оҙаҡ уңалмаҫлыҡ яра.
Ҡыш үткәс, үлән, ҡыуаҡлыҡтар тәрбиәләнмәһә лә үҫә. Йәш үлән сыҡһын өсөн иҫкеһе кәртә түгел. Яндырғандан һуң, киреһенсә, яңы ғына бөрөләнә башлаған ағас, үҫемлектәр һәләк була. Хайуандар донъяһына ла ҙур зыян яһала: бөжәктәр, ҡорттар, селәүсендәр юҡҡа сыға. Былтырғы ҡоро үлән – сүп түгел, ә баһа биреп бөтөргөһөҙ туҡланыу сығанағы. Ҡороған үләнде яндырыу өҫтәүенә ҡоштарҙы оялау һәм бала сығарыу урынынан мәхрүм итә.
Үлән янғанда тупраҡтың сирҙәргә ҡаршы торорға ярҙам иткән бөтөн файҙалы микроорганизмдары юҡҡа сыға. Ерҙең уңдырышлылығы кәмей. Янғындан һуң тәбиғәттә тереклек 5-6 йыл үткәс кенә яңыра.
Баҡсала – үлән һабаҡтарын, баҫыу-ҡырҙарҙа һалам ҡалдыҡтарын яндырыу, урманда усаҡ яғыу закон менән дә тыйыла, штрафтар ҡаралған. Ошо сәбәпле кеше ғүмере өҙөлгән осраҡта ғәйеплеләр енәйәт яуаплылығына тарттырыла.
Тәмәке тартҡанда ла һаҡ булырға кәрәк. Һүндерелмәгән төпсөктөң дә ҡоро үләнде дөрләтеп ебәреүе ихтимал. Хужалыҡта, баҡсала янғын һүндереү өсөн ҡоралдар – силәк, көрәк, һыулы мискә, ҡом тултырылған йәшник – һәр саҡ әҙер торорға тейеш.
Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгән саҡта ғына үҙегеҙҙе янғындарҙан һаҡларһығыҙ. Баҡсала ут сыҡһа, ваҡиға тураһында шунда уҡ стационар телефондан – 01, кеҫә телефонынан 112 һандарын йыйып, янғын һүндереү бүлегенә шылтыратығыҙ. Йортта кешеләр булһа, уларҙы ҡурҡыныс янамаған ергә сығарығыҙ. Электр энергияһын ҡулланыуҙы туҡтатығыҙ. Балаларығыҙға форсат тыуған һайын шырпы менән уйнауҙың ниндәй хәүеф менән янауын аңлатып тороғоҙ.