Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Эшһеҙ ятыу ир-ат өсөн оят”
“Эшһеҙ ятыу ир-ат өсөн оят” Асҡын районының картаһы СССР-ҙыҡын хәтерләтә. Бәләкәй генә “дәүләт”тәр һыйынышып, дуҫ-татыу йәшәй бында. Һәр береһе сағыу, үҙенсәлекле, ғорур... Тыуған ерҙе яратыу, татыулыҡҡа ынтылыу, эшһөйәрлек төйәкте йылы бөркөлгән уртаҡ йортҡа әүерелдергән.

Бына – Ҡубыяҙ. Ауылға ингән ерҙәге ҡупшы ҡапҡаның ишеге шаран асыҡ. Тирмәнеке кеүек итеп яһалған ул. Ишек аша заманса йөҙлө милли мөхиткә аяҡ баҫаһың.
“Тирмә”нең эсендә тормош ҡайнай. Ер асылып, урамдан йырғанаҡтар йүгергән, Төй йылғаһы ярҙарынан сығып шашынған мәл. Тәбиғәттең йәшлек дәрте кешеләр күңелендә лә баҙлай. Яңы тормош башлағандай, миҙгел эштәренә ләззәтләнеп тотонған Ҡубыяҙ халҡы.
Күпселек хужалар шәхси кәсеп менән шөғөлләнә икән бында. Бихисап магазин, ашханалар, таҡта ярыу цехтары... Ауылдың бер яҡ осондағы кәзә фермаһында ла йәнлелек. Фермер Риза Мәхийәнов үҙе лә бында. Күп йыллыҡ тәжрибәһе менән уртаҡлашыуҙы һорағас, эше хаҡында ихлас бәйән итте ул.
– Зааненский тоҡомло кәзә үрсетәм, уның һөтөнән ҡымыҙ етештерәм, – тип һүҙ башланы фермер. – Был мал саф һауа ярата. Яҙ етһә, уларҙы тыштан индереп булмай башлай. Ана, әле лә биләмәлә йөрөйҙәр. Хатта ҡышын да күп осраҡта тышҡа сығарырға тура килә. Тимәк, бындай тоҡомло кәзә алырға ҡарар иттең икән, ферманың янында иркен биләмә булырға тейеш.
Риза Мәүлимйән улы 2002 йылда фермер булып теркәлгән. Тәүҙә үҙен төрлө йүнәлештә һынап ҡараған. Кәзәселек менән шөғөлләнеүенә иһә – һигеҙ йыл.
– Был эшкә тотонор алдынан күп уйландым, эҙләндем, кәңәшләштем, – ти фермер. – Республикала кәзә малын үрсеткән йүнселдәргә йөрөп, уларҙың хеҙмәт тәжрибәһен өйрәнеү ҙур файҙа бирҙе. Һөҙөмтәлә шөғөлдөң ыңғай һәм кире яҡтарын үлсәүгә һалғас, ете баш кәзә малы менән эш башланым. Хәҙер инде һауын өсөн файҙаланылғандары ғына ла 70-тән ашыу.
Ни өсөн нәҡ ошо тоҡомдо һайлаған һуң? Төп сәбәп – бындай кәзә малының продуктлылығы юғары булыуы. Айырым миҙгелдә көнөнә ете литр һөт биргәндәр бар. Әлбиттә, барыһы ла малдың йәшенә, уны нисек тәрбиәләүгә, ашатыуға бәйле.
Ә ниндәй шарттар булдырылырға тейеш? Йүнселдең әйтеүенсә, бындай кәзәләр микроклиматҡа ҡарата талапсан. Улар еүеш урынды яратмай, шуға күрә биналағы һауаның сағыштырмаса дымлылығы 75 проценттан артмаҫҡа тейеш. Шул уҡ ваҡытта температу­раның ҡыш ете градустан төшмәүе, йәй 19-ҙан өҫкә күтәрелмәүе мөһим. Бинаны елләтеүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк. Зааненский тоҡомло кәзә таҙалыҡты яратыуы менән дә айырылып тора.
– Үҙе шул ҡәҙәр һайлансыҡ: үләнде ҡарап, “иләктән үткәреп” кенә ашай. Фәҡәт файҙалыһы менән туҡланырға тырыша, – ти Риза Мәүлимйән улы, ҡәнәғәт йылмайып. – Тимәк, эш итергә була уның менән! Йылҡы малы ла бит, беләһегеҙ, таҙа һыуҙы, файҙалы аҙыҡты ғына үҙ итә. Шуға уға бәйле кәсеп тә бәрәкәтле.
Кәзә малының продуктлылығын арттырыу өсөн уға, бесәндән тыш, фураж, шәкәр сөгөлдөрө, икмәк бирәләр. Әйтеүҙәренсә, йәнә йыл дауамында аш тоҙонан айырмаҫҡа кәрәк. Ҡайындан, уҫаҡтан миндек әҙерләп, шуларҙы ҡыш ике көн һайын ашатып тороу файҙалы. Йәй көтөүгә йөрөткәндә лә өҫтәмә рәүештә витаминлы ризыҡ биреү мөһим. Аҙыҡҡа картуф, кәбеҫтә, алма ҡушыу яҡшы. Малдың эскән һыуы йылы булырға тейеш.
– “Ниңә йылҡы малы үрсетмәйһең? Уның ҡымыҙы үтемлерәк түгелме?” тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә миңә. Эйе, бейә ҡымыҙы – милли эсемлегебеҙ, ғорурлығыбыҙ. Дауалау көсө хаҡында ла күп итеп һөйләргә мөмкин. Ләкин, нисек кенә булмаһын, беҙҙең Асҡын яғында ат үрсетеү өсөн мөмкинлек самалы. Йылҡы малына бит тау кәрәк. Шуға ла төбәгебеҙҙең көньяғында һауылған бейә һөтөнөң сифаты баһалап бөткөһөҙ, – ти фермер. – Ә беҙҙең тәбиғәт шарттары кәзә үрсетеү өсөн уңайлы. Уның ҡымыҙы ла, белеүегеҙсә, күп сирҙән дауа. Һөтө тәмле, составында май – дүрт процент самаһы. Шуға ла эсемлекте бер йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың туҡланыу рационына ла индерергә мөмкин. Әйткәндәй, бәләкәй балаһы булған райондаштарыбыҙға кәзә һөтөн бушлай тоттороп сығарабыҙ. Эш башлағанда уҡ үҙемә шундай һүҙ биргәйнем. “Ҡымыҙығыҙ ярҙам итте, ҙур рәхмәт”, – тигән һүҙҙәрҙе ишетеү күңелде тағы ла күтәреп, яҡшыраҡ эшләргә дәртләндереп ебәрә.
Зааненский тоҡомло кәзәне тыныс холоҡло булғаны өсөн дә һайлағаны хаҡында һөйләне Риза Мәүлимйән улы. Бындай төр мал хужаларын, балаларҙы ярата икән. Әсәлек инстинкты көслө үҙендә: бәрәсенән бер ҡасан да баш тартмай, башҡаларҙыҡын да үҙенекеләй күреп имеҙә.
Тоҡомдо яҡшыртыу маҡсатында селекция эше лә атҡарыла. Мәҫәлән, тәкәләрҙең бер өлөшөн Ставрополдән алып килгәндәр. Фермерҙың фекеренсә, бындай төр кәзә малын үрсетергә теләйһең икән, осһоҙлоҡ артынан ҡыуырға ярамай. Юғиһә төп өҫтөнлөктөң – һөтлөлөктөң – юғалыуы ихтимал.
Ҡымыҙ цехы йүнселдең йорто янында урынлашҡан. Унда технолог хеҙмәтләндерә. Әйткәндәй, йүнсел йәнә алты кешегә эш урыны булдырған: фермаға ике һауынсы, дүрт көтөүсе алынған. Ҡатындар – Ҡубыяҙҙан. Ир-ат иһә вахта ысулы буйынса йөрөп эшләй, уларға айырым йорт тәғәйенләнгән. Тырыш, уңған, яуаплы хеҙмәткәрҙәренән бик тә ҡәнәғәт Риза Мәүлимйән улы. Кәзә ҡымыҙын таратыуҙың ғына бер аҙ ауырлыҡ тыуҙырыуын билдәләй. Халыҡ эсемлектең файҙалы икәнен белә. Шуға ҡарамаҫтан, ҡымыҙҙы сауҙа урындарында берәмләп һатыу мөмкинлеге тар. Йүнсел әлегә күберәк шифаханалар менән хеҙмәттәшлек итә.
– Әлбиттә, бер эш тә еңел түгел, – ти фермер. – Уны бөтөн күңелеңде һалып, ихлас күңелдән башҡарырға кәрәк. Эшселәреңә, халыҡҡа ҡарата ихтирамлы булыу мөһим. Шул саҡта ғына хеҙмәтеңдең ыңғай һөҙөмтәһе була. Үҙемә килгәндә, Аллаға шөкөр, барыһы ла бар. Фермала, күрҙегеҙ, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыуға өлгәштек. Өйҙән барлыҡ эш контролдә тотола. Булғаны етә тип, грантҡа ла дәғүә иткем килмәй. Ғүмерен ауылда хеҙмәт менән үткәргән атай-әсәйем шундай тәрбиә бирҙе: эш өсөн үҙеңде һис ҡасан йәлләргә ярамай. Уңышһыҙлыҡ килеп сыҡҡанда кемгәлер, нимәгәлер һылтаныу урынһыҙ. Шул уҡ ваҡытта, ауырлыҡтарҙан ҡурҡып, эшһеҙ ятыу мосолман ир-аты өсөн бөтөнләй оят. Продукция етештереүҙә конкуренттар артһын ине, тип теләйем. Шул саҡта эшләү ҙә күңеллерәк, сифат та яҡшыраҡ була бит. Фермерҙарҙы ярышҡа саҡырам!

* * *

...Ҡубыяҙ тирәһендә – иркен яландар, уңдырышлы баҫыуҙар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың байтаҡ өлөшө колхоз-совхоз тарҡатылғандан бирле буш ята икән. Халыҡ кәсептәре һатып-алып таратыуға түгел, ә үҙ көсөң менән продукция етештереүгә күберәк йүнәлтелһә, был ерҙәр буш ятмаҫ ине лә...





Автор: Д. ИШМОРАТОВА. Район: Асҡын районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә