Бер шәхес тураһында 100-ҙән ашыу кешенең яҙыуы мөмкинме? 2009 йылда академик һәм табип Марат Талғат улы Аҙнабаевтың 70 йәшенә арнап сығарылған биобиблиографияһында профессор хаҡында донъя күргән мәҡәләләрҙең исемлеген үҙ күҙҙәрем менән күрмәһәм, бәлки, быға мин дә ышанмаҫ инем. Әҙиптәр һәм журналистар Рәшит Солтангәрәев, Ғәзим Шафиҡов, Рауил Бикбаев, Рәшит Шәкүр, Факиһа Туғыҙбаева, Мәрйәм Бураҡаева, Ризван Хажиев, Рәлис Ураҙғолов, Фәрзәнә Аҡбулатова, Лариса Абдуллина, Сибәғәт Рахманғолов, Фәнзил Санъяров һәм башҡа бик күптәр күренекле күҙ табибына һоҡланып, төрлө матбуғат баҫмаларында фекерҙәрен белдергән, шиғри юлдарын арнаған. Һәр береһе уны үҙенсә күргән, үҙенсә асҡан, үҙенсә уҡыусыға еткергән.
Марат Талғат улы Аҙнабаев – иғтибарға, ихтирамға һәм хөрмәткә лайыҡ шәхес. Ул – Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған табибы, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Даны, Салауат Юлаев, Абхаз Республикаһының Намыҫ һәм Дан, “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордендары кавалеры… Был исемлекте тағы әллә күпме дауам итергә мөмкин.
Тыумыштан яҡты донъяны күреүҙән мәхрүм булған балаларҙың күҙ ауырыуҙарын дауалауҙа Марат Талғат улы байтаҡ асыш яһай, операцияларҙы микроскоп аша эшләү ғәмәлен индерә һәм үҙенсәлекле медицина ҡорамалдары уйлап табып, уларға 130-лап патент ала.
Профессор, академик, дауалаусы табип, уйлап табыусы, етәксе, йәмәғәт эшмәкәре, студенттарға тәжрибәһен тапшырыусы педагог, аспиранттар, фән кандидаттары һәм докторҙар әҙерләүсе остаз, китаптар авторы… Был исемлекте лә әллә күпме дауам итергә була.
Марат Талғат улының офтальмологияға ҡағылышлы мәҡәләләре Рәсәйҙә генә түгел, Германия, Ҡытай, Төркиә, Япония, Италия, Көньяҡ Корея һәм башҡа илдәрҙә донъя күрә. Уның уйлап тапҡан ҡулланмалары Мәскәү, Одесса, Минск, Ҡазан ҡалаларында, Урал, Көнбайыш Себер, Алыҫ Көнсығыш, Волга буйы, Урта Азия төбәктәренең медицина учреждениеларына индерелә. Марат Талғат улы ғалим булараҡ ғилми докладтары менән офтальмологтарҙың халыҡ-ара конгрестарында Япония, Бельгия, Төркиә, Канада, Италия, Иран, Испания, АҠШ, Нидерланд, Ирландия, Франция, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан илдәрендә сығыш яһай, тәжрибә уртаҡлаша.
Данлыҡлы табип Святослав Федоров әйткәнсә, Өфөнөң Рәсәй офтальмология үҙәгенә әйләнеүе лә, әлбиттә, Марат Талғат улының ғилми эшмәкәрлегенә һәм абруйына бәйләнгән. Башҡортостанға Германия, Ҡытай, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә, Иордания, Кувейт һәм Сүриә кеүек илдәрҙән белгестәр тәжрибә уртаҡлашырға килә.
Ғалимдың шәкерттәре хәҙер үҙҙәре, заман талаптарына яраҡлашып, “Доктор Ҡаҙаҡбаевтың лазер клиникаһы”, “Оптимедсервис” лазер үҙәге, “Еврооптик”, “РИА-Медоптик” кеүек клиникалар асып, уңышлы эшләп килә. Шулай уҡ күп уҡыусылары Мәскәүҙә, Санкт-Петербург ҡалаларында Австрия, Португалия һәм башҡа илдәрҙә Башҡортостан офтальмологтарының данын тарата. Үҙенең остаздары булған профессор Ғабдулла Хәбир улы Ҡоҙаяров һәм академик Святослав Николаевич Федоровтарҙы оло ихтирам һәм рәхмәт тойғоһо менән иҫкә алған донъя кимәлендәге талантлы ғалим, күренекле шәхес Марат Талғат улы АҘНАБАЕВ менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.– Марат Талғат улы, бер генә концертты ла, әҙәби кисәләрҙе лә ҡалдырмай ҡарайһығыҙ. Хатта яҙыусыларҙың дөйөм йыйылыштарында ла һеҙҙе күрергә мөмкин. Әҙәбиәт, мәҙәниәт менән даими ҡыҙыҡһынып барыу һеҙҙең ише донъя кимәлендәге ғалим-табиптың илебеҙ, телебеҙ, рухиәтебеҙ хаҡында борсолоу билдәһеме?
– Эйе, туған тел, тыуған ер, мәҙәниәт, әҙәбиәт – халыҡты халыҡ иткән төп факторҙар. Әгәр халыҡ уларҙан яҙһа, милләт булыуҙан туҡтай һәм айырым бер төркөм булып ҡына ҡала. Шуның өсөн дә теге йәки был халыҡтың һәр вәкиле (бигерәк тә ҙур булмаған милләттәрҙең) юғарыла күрһәтелгән юҫыҡта үҙенең тос өлөшөн керетергә бурыслы. Әгәр яҡламаһаң, һаҡламаһаң, милләт тә, тел дә юғаласаҡ. Үҙенән-үҙе бер нәмә лә барлыҡҡа килмәй һәм һаҡланып ҡала алмай.
Бөгөн телебеҙ, әҙәбиәтебеҙ, мәҙәниәтебеҙ ниндәй хәлдә – ул бит һәр беребеҙгә бәйләнгән. Әгәр ижади коллективтарҙың ҙур тырышлығы һалынған концерттарҙа залдарыбыҙ яртылаш буш икән, башҡортса китаптарҙы уҡыусы юҡ икән, юбилей, хәтер кисәләренә йөрөмәйбеҙ, гәзит-журналдарға яҙылмайбыҙ икән, тимәк, үҙебеҙҙе үҙебеҙ юҡ итеүгә дусарбыҙ. Ниңә шундай шәп тамашаларҙа әҙәбиәт, мәҙәниәт кешеләре үҙҙәре лә һирәк күренә? Ошо йүнәлештә махсус вазифа биләгәндәр хаҡында әйтеп тә тораһы түгел. Һеҙ үҙегеҙ ҙә бындай сараларға йыш йөрөйһөгөҙ, иғтибар иткәнһегеҙҙер: гел бер үк кешеләр, бер үк йөҙҙәр күҙгә ташлана.
Башҡорт зыялыларына күңелдәрен йоҡомһоратҡан вайымһыҙлыҡтан ҡотолорға кәрәк. Сәхнәгә яңы аяҡ баҫҡан йәштәргә лә кәрәк беҙҙең шул тамашаларҙа булыуыбыҙ. Беҙ үҙебеҙгә яңы сәнғәт һулышы алһаҡ, йәштәр иһә концерттарына килгән оло-оло дәрәжәле апайҙарын, ағайҙарын күреп, тағы ла ҡанатланып, дәртләнеп ижад итәсәк. Сәнғәт кешеһенең өмөтөн үҫтереү яңы таланттар асыуға бер этәргес ул. Беҙ бер-беребеҙҙе шулай күтәрергә тейешбеҙ. Хатта бәләкәй генә эштәрҙә лә…
Ә яҙыусылар йыйылыштарына, юбилей, хәтер кисәләренә, яңы сыҡҡан китаптарҙың исем туйҙарына йөрөүем, беренсенән, әҙиптәргә ихтирам йөҙөнән. Икенсенән, бөтә яңы әҫәрҙәр менән танышып барырға тырышам. Уҡығандарыма ҡарата фекеремде яҙыусыларҙың үҙҙәренә лә еткереп барам. Бөгөнгө әҙәбиәттә ниндәй йүнәлештәр бар, ниндәй көнүҙәк, уҡымлы әҫәрҙәр ижад ителгән, әҙиптәрҙе нимә борсой – был яҡтан минең кеүек ябай уҡыусыларҙың хәбәрҙар булырға теләүе тәбиғи күренештер, бында аптырарлыҡ бер нәмә лә юҡ, тип уйлайым.
– Уныһы шулай ҙа… Әммә, үҙегеҙ әйтмешләй, күп нәмәлә зыялыларыбыҙ битарафҡа әйләнеп бөтөп бара һымаҡ. Хатта яҙыусылар ҙа…
– Быныһы инде һәр кемдең ниндәй кимәлдә фекер йөрөтөүенә, ниндәй ҡаҙанда ҡайнауына ла бәйләнгәндер. Әммә ер, тел, тарих, әҙәбиәт, мәҙәниәт өлкәһенә ҡағылған бөтә мәсьәләләр ҙә һәр башҡорттоң йөрәге аша үтергә тейеш. Һәр кем үҙ урынында ҡулынан килгәнде эшләргә бурыслы.
– Ошо йәһәттән һеҙ күп башҡорт зыялыларына өлгө булып тораһығыҙ. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында 26 йыл директорлыҡ вазифаһын башҡарған осорҙа ғәмәлдәге хирург булыуҙан да туҡтаманығыҙ. Ун меңдән ашыу сирлегә яҡты донъяны күреү бәхетен бүләк иттегеҙ. Шул заманда бөтә ауырыуҙарҙың да, бигерәк тә күҙҙәре насар күреүселәрҙең, йыраҡ райондарҙан Өфөгә килеү мөмкинлеге юҡлығын иҫәпкә алып, һеҙ республикабыҙҙың бер нисә төбәгендә үҙәктәр асҡайнығыҙ. Улар бөгөнгө иҡтисади көрсөк осоронда эшен дауам итәме, әллә туҡтап ҡалдымы?
– Әле һеҙ иҫкә алған күҙ микрохирургия үҙәктәре Хөкүмәттең йәки юғары етәкселектең бойороҡ-ҡарарҙары менән барлыҡҡа килмәне. Әгәр шулай булһа, үҙәктәрҙе асыу күпкә еңелгә тура килер ине. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында халыҡтың мохтажлығын, үҙгәртеп ҡороуҙар заманында эш хаҡы ваҡытында түләнмәүен күҙ уңында тотоп, үҙебеҙҙең башланғыс һәм ихтыяр көсө, шулай уҡ урындарҙағы етәкселәрҙең ҙур матди, рухи ярҙамы менән булдырылды улар. Яңауылда – Нәзир Зыязов, Сибайҙа – Зиннур Йәрмөхәмәтов, Учалыла – Вәкил Ғәйфуллин, Малаяҙҙа – Иштимер Хурамшин, Туймазыла – Рим Хәмзин, Күмертауҙа Сергей Афониндарға бик рәхмәтлебеҙ.
Был үҙәктәр әлеге ваҡытта Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты тарафынан бер ниндәй ярҙам алмаһа ла, айырым иғтибар тоймаһа ла, үҙҙәренең эшмәкәрлеген медицина хеҙмәткәрҙәренең фиҙакәр тырышлығы һөҙөмтәһендә һәүетемсә алып бара, халыҡҡа тейешле хеҙмәт күрһәтә. Йәл һәм үкенесле: яҡташтарым ғына минең өмөттө, ышанысты аҡламаны, төрлө сәбәп арҡаһында үҙәкте ябып ҡуйҙылар. Беҙ әҙерләгән табиптар башҡа ҡалаларға күсеп китергә мәжбүр булды. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм баш окулист шуға риза булып күҙ йомдо.
– Тағы ла һеҙҙең телгә ҡағылышлы эшмәкәрлегегеҙгә әйләнеп ҡайтайыҡ әле. Һеҙ – медицина өлкәһенә, бигерәк тә офтальмологияға ҡағылышлы бик күп китап авторы. 17 монография һәм китап, Рәсәйҙә, сит илдәрҙә донъя күргән 600-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә, 129 авторлыҡ танытмаһы һәм патент… Тағы ла байтаҡ хеҙмәтте һанап китергә мөмкин. Ләкин шулар араһында өсәүһенә айырым туҡталғы килә. 2004 йылда “Офтальмология терминдарының русса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеге”н һәм 2007 йылда 840 битлек “Медицина терминдарының русса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеге”н сығарҙығыҙ. Ә 2011 йылда Мәскәүҙә баҫылған “Күҙ патологияһы атласы” иһә Башҡортостандың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды. Бындай тәфсирле, оҙаҡ ваҡытты ала торған, әммә бик кәрәкле шөғөлгә тотоноуығыҙға нимә сәбәпсе булды?
– Телгә ҡарата студент саҡтан бик иғтибарлы булдым. Яңы ишеткән, онотолоп барған, йәнле аралашыуҙан төшөп ҡалған тиерлек һүҙҙәрҙе яҙып бара инем. Мәҫәлән, бигерәк тә медицина терминдарына ҡағылған һүҙҙәрҙе латинса ла, русса ла, инглизсә лә беләбеҙ, ә башҡортса тәржемәһе бирелмәй. Беҙҙең тел бай бит. Уның ҡулланыу даирәһен киңәйтеү йәһәтенән яҙылды ла инде тәүге китап. Медицинаға һәм бигерәк тә офтальмологияға ҡағылышлы ике меңдән артыҡ һүҙ индерелде, уларға аңлатма бирелде. Һуңғы 20-25 йылда ғәмәлдәге ҡулланылышҡа яңы һүҙҙәр килеп инде. Башҡортса тәржемә менән бирелгән “операция” һүҙен алып ҡарайыҡ. Ул – латин һүҙе. Борон беҙҙең халыҡта ундай һүҙ булмаған. Ауылда оло кешеләрҙән, бәлки, ишетеп беләһегеҙҙер, берәйһе ауырып китһә: “Сиргә ҡаршы берәй сараһын, әмәлен табырға кәрәк”, – тиҙәр. Өләсәйем мәрхүмә лә шундай саҡта: “Әмәл – таҡыл итеп ҡаранылар, файҙаһы теймәне”, – тип әйтә ине. Операция ла – ауырыуҙы дауалау өсөн әмәл, сара күреү. Шуға әлеге китапҡа был һүҙҙе “әмәлиәт” тип индерҙем. Матбуғатта йыш ҡына төрлө ауырыуҙарҙың атамаларын рус телендә яҙа ла ҡуялар. Ә бит ата-бабаларыбыҙ холераны – ваба, чуманы – тағун, ящурҙы бешмә тип үҙебеҙсә әйткән. Ике йыл рәттән отпускымды ошо һүҙлекте төҙөүгә арнаным, сөнки эшләгән саҡта ваҡыт ҡалмай. Ошо мәшғүллегемде күреп, академик Зиннур Ураҡсин бик хупланы һәм үҙенең мөхәррирлегендә китап итеп сығарырға тәҡдим итте. Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Варис Ғүмәров менән ғалимә, филология фәндәре кандидаты Нәсимә Суфиянова авторҙаштарым да, рецензенттарым да булды.
– Һеҙҙең был китаптың журналистар өсөн үтә лә кәрәкле ҡулланма икәнлегенә үҙем дә инандым. Күренекле бер шәхестең иҫтәлектәрен мөхәрририәт матбуғатҡа әҙерләгәндә “отслойка сетчатки” тигән һүҙбәйләнеште нисек башҡортсаға тәржемә итергә икән, тип аптырап ултырғанда, әлеге китабығыҙҙы миңә автограф менән бүләк итеүегеҙ иҫкә төштө лә алып ҡараным: “күҙҙең селтәрле ҡабығының ҡубыуы” тип яҙылғайны унда…
– Һәр һүҙҙе үҙебеҙсә аңлатырға тырышырға кәрәк шул. Яңыраҡ бер башҡорт яҙыусыһының романын уҡыным. Унда ҡәрҙәш телдәрҙән алынған дүрт һүҙҙе индереп ебәргән. Ә бит үҙебеҙсә лә яҙырға мөмкин уларҙы. Шунан уйлап ҡуйҙым: Башҡортостан Яҙыусылар союзында 200-ҙән ашыу әҙип иҫәпләнә, тиҙәр. Шуларҙың һәр береһе генә лә йылына үҙ әҫәренә бер генә сит һүҙҙе индерһә лә, үҙебеҙҙең телгә йыназа уҡырға ғына ҡала түгелме? Ни өсөндөр ошо мәсьәләне күтәреүсе лә, был хаҡта яҙыусы ла юҡ. Их, ҡайҙа икән Дәүләт ағай Мәһәҙиев, тип иҫкә төшөрөп алам “Башҡортостан” гәзитендә оҙаҡ йылдар эшләгән тәжрибәле журналисты. Бындай кәмселектәргә, етешһеҙлектәргә ул күҙ йомоп ҡалмай торғайны. Сит һүҙҙәрҙең күп инеүе ҡасан да булһа телебеҙҙе бөтөрөүгә килтереүе ихтимал.
Тағы бер нисә миҫал. Ауылдарҙа “сетерекле” тип һөйләгәндәрен ишеткәнегеҙ бармы? Уны үҙебеҙсә “ҡатмарлы”, “буталсыҡ”, “сыуалсыҡ” тип әйтәләр. “Иманым камил” тигән һүҙбәйләнеште лә индерҙеләр һуңғы ваҡытта. Ябай халыҡ улай тип һөйләмәй бит, “инанғанмын” тип әйтә. Йәки тағы “ғилем эстәргә китте” тип яҙылғанды йыш уҡырға тура килә. Минеңсә, бында ла һүҙ дөрөҫ ҡулланылмаған, “эстәү” ул, яңылышмаһам, төркисә теләк тигәнде аңлата. “Теге йәки был шарттар, йылдар ҡыҫаларында” тип яҙыуға күнегеп киттеләр. Ә бит был һүҙҙе лә “эсендә”, “арауығында” тип тә әйтергә мөмкин. Бер башҡорттоң да “ҡыҫаларында” тип һөйләгәнен ишеткәнем юҡ. Уны матбуғатҡа индереп, үҙебеҙҙең телгә хилафлыҡ килтерәбеҙ. Шулай әкренләп ҡулланышҡа ла инеп китеүе ихтимал бит.
Ошондай һүҙҙәрҙе күргәндән, ишеткәндән һуң йыш ҡына, аптырап, төрлө йылдарҙа сыҡҡан төрлө һүҙлектәргә мөрәжәғәт итеп ҡарайым. Әллә үҙем хаталанаммы икән, тип уйлайым. Әммә хаҡлығымды раҫлағас, телде беләм икән әле, тип шатланып ҡуям. Матбуғат – көслө ҡорал. Әҙәби телде боҙмаҫҡа, башҡорт теленең байлығын өйрәнеп, үҙләштереп, һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланырға саҡырам хөрмәтле яҙыусыларыбыҙҙы.
– Ә һеҙҙең Варис Ғүмәров һәм Нәсимә Суфияновалар менән берлектә әҙерләнгән “Медицина терминдарының русса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеге” ике мең дана тираж менән баҫылды, унда 30 мең һүҙ тупланды. Бик ҙур хеҙмәт бит был…
– Ошо һүҙлектәрҙе әҙерләгәндә, шуға ышандым: медицина университетында башҡорт студенттарын үҙебеҙҙең телдә лә иркен уҡытырға мөмкин. Ауылдарҙан килгән өлкән йәштәге ауырыуҙарҙы ҡабул иткәндә үҙем улар менән бер ҡасан да русса һөйләшмәнем, сирҙәренең торошон матур һәм ябай итеп башҡортса аңлатып бирә торғайым.
– Ә һеҙ үҙегеҙ нисә тел беләһегеҙ?
– Сит илдәрҙәге бөтә докладтарҙы ла инглиз телендә һөйләйем. Төркиәлә төрөксә сығыш яһайым. Төрөксәне һәйбәт белгәс, бөтә төрки телдәрҙә лә иркен аралашам: азербайжан, ҡаҙаҡ, үзбәктәр менән аңлашам. Немец телен дә уҡыным мин, әммә инглизсә кеүек фәнни докладтар һөйләрлек кимәлдә беләм, тип әйтә алмайым, ябай һөйләм кимәлендә аңлайым.
– Иң ауыр операцияғыҙҙы иҫләйһегеҙме?
– Иң ауырҙары күҙ хирургияһында яңы ғына эшләй башлағандағы әмәлиәттәр булғандыр, сөнки ул саҡта тәжрибә һәм оҫталыҡ самалы ине. Оҫталыҡ та, тәжрибә лә ваҡыт үтеү менән килә.
– Ике улығыҙ ҙа һеҙҙең һөнәрҙе һайлаған. Был уларҙың үҙҙәренең теләгеме, әллә атай абруйының йоғонтоһомо?
– Икеһе лә булғандыр, тим. Өлкәне, Булат, Башҡорт дәүләт медицина университетының оҙаҡ йылдар мин етәкләгән күҙ ауырыуҙары кафедраһы мөдире булып эшләй, профессор. Кесеһе Тимур, ошо уҡ уҡыу йортон тамамлап, шәхси медицина ойошмаһында директор вазифаһын башҡара.
– Тормош иптәшегеҙ ҙә – фән кешеһе. Дүрт ғалим-профессор бергә йыйылған саҡта һөнәри бәхәстәр ҙә булмай ҡалмайҙыр?
– Әлбиттә, бәхәстәр булғылай. Әммә былар дөйөм медицина өлкәһенә ҡараған мәсьәләләргә генә ҡағыла. Ә инде фәндә һәр ҡайһыбыҙҙың йүнәлеше үҙенеке. Шуға һәр беребеҙҙең эшенә, тәжрибәһенә ихтирам менән ҡарайбыҙ.
– Нисә йәштә операция яһауҙан туҡтанығыҙ? Билдәле табиптар Лео Бокерия, Ренат Аҡсуриндарҙың, мәҫәлән, һаман да ҡулдарынан скальпелдәре төшкәне юҡ, буғай?
– 68 йәштә. Директорлыҡтан киткәс, электән яҙырға ниәтләп йөрөгән буласаҡ китаптарыма тотондом. Институтты етәкләгәндә был эштәргә ултырырға һис форсат таба алманым. Бик күп йәштәрҙе операция яһарға өйрәттем. Һәр нәмәнең – үҙ ваҡыты. Йәштәрҙең, урта быуындың бурысы – операциялар эшләү. Ә минең йәштә инде атҡарылғандарҙы барлау, йомғаҡлау, тәжрибәне киләсәк быуынға еткереү, йәштәрҙе башҡорт теленең медицина өлкәһендә лә мөмкинлектәре ҙур икәненә инандырыу кеүек мөһим эштәрҙе башҡарып ҡалырға кәрәк.
– Һеҙҙең етәкселектә ете докторлыҡ, 46 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлап, 53 ғалим фән юлына аяҡ баҫҡан. Уҡыусыларығыҙ араһында медицина фәндәре кандидаты Рәшит Искәндәров кеүек шәхси клиникаларын асып, уңышлы эшләгәндәр бар. РИА “Медоптик”, мәҫәлән, Башҡортостанда ғына түгел, хатта Анапа ҡалаһында ла республика офтальмологтарының данын тарата. Тағы ла шундай шәкерттәрегеҙҙән кемде атар инегеҙ?
– Әмир Ҡаҙаҡбаев баш ҡалабыҙҙың М. Кәрим урамында үҙе ҡорған ширҡәттә ике улы һәм тормош иптәше Баймаҡ ҡыҙы Рәсимә менән бергәләп бик уңышлы эш алып бара. Операцияларҙы, Өфөнән тыш, Силәбе, Магнитогорск ҡалаларына ла йөрөп эшләйҙәр. Тағы ла Айҙар Аҙнаев менән Рәйес Ғимрановтың ширҡәттәрен, ғәмәли һәм фәнни офтальмологияла тикшеренеүҙәр, киң күләмле эштәр башҡарған “Оптимедсервис” ойошмаларын күрһәтә алыр инем. Бер һүҙ менән әйткәндә, Өфө Рәсәйҙә офтальмология үҙәге булып торҙо һәм әлеге көндә лә шул эш дауам итә.
– Тыуған төйәгегеҙҙә, Көйөргәҙе районының Яҡшембәт ауылында, атай нигеҙен ҡоротмай һалған йортоғоҙ бар. Унда йыш ҡына ҡайтып йөрөйһөгөҙ. Был изге урын бала саҡ хәтирәләре, үткәндәр менән осрашыу төйәгеме, әллә тормошоғоҙҙа көс ала торған ерме?
– Тыуған ер, яҡташтар, әлбиттә, баһалап бөткөһөҙ көс бирә. Үҙебеҙҙең халыҡҡа хеҙмәт итеү өсөн илһам да, дәрт тә алам мин ауылыма ҡайтҡан һайын. Атай-әсәйемде иҫкә төшөрөп, хәтер яңыртам. Үткән ғүмеремә байҡау яһайым. Ғәмәлдәремә атай-әсәм ниндәй баһа бирер ине икән, тип уйланам. Йәнде һауыҡтыра, күңелде байыҡтыра торған да ер ул минең өсөн ғәзиз тыуған төйәгем.
– Ҡомарлы һунарсы икәнегеҙҙе лә беләбеҙ. Нимә ул һеҙҙең өсөн һунар: тәбиғәттә булып, ял итеү сараһымы, буш ваҡытығыҙҙы үткәрә торған бер шөғөлмө?
– Эйе, беренсе нәүбәттә был – тәбиғәт ҡосағына сығыу, ял итеү. Һунарсылыҡ – беҙҙең халыҡтың борондан килгән кәсебе, шөғөлө. Хәтеремдә, V-VI кластарҙа уҡып йөрөгәндә атайымдар һыбай килеш беҙҙең кеүек малайҙарҙы ҡыуыусылар итеп, яңыраҡ ҡына фронттан ҡайтҡан Садиҡ, Йәлил, Ниғәмәт һымаҡ ағайҙар мылтыҡтарын аҫып, урманға бүре, төлкө, ҡуянға һунар итергә йөрөй ине. Беҙ, малайҙар, ҡысҡырып, ағастарға һуҡҡылап, йәнлектәрҙе ҡыуабыҙ. 50-се йылдарҙың башында бүреләр хатта ауылға килеп һарыҡ-кәзәне тамаҡлап, халыҡҡа ҙур зыян килтерә ине. Тик ҡырпаҡ ҡар төшмәйенсә ул заманда һис кем һунар итеп йөрөмәне. Һуңғы йылдарҙа быны бик иҫәпкә алмайҙар, рәсми рәүештә рөхсәт алып, сентябрҙә үк һунарға сығып, тәбиғәткә күп зыян килтерәләр.
– Табиптар араһында мосолман йолаларын үтәп, хажға барып ҡайтыусылар ҙа бар. Дингә мөнәсәбәтегеҙ нисек?
– Дин дә – беҙҙең халыҡтың, тарихының, мәҙәниәтенең бер өлөшө. Мөнәсәбәтем ыңғай. Тик әлеге ваҡытта, мин – хажи, тип күкрәк ҡағып, ирәйеп йөрөгән элекке партком секретарҙарына, әүәлге партия вәкилдәренә ҡарап, ислам дине ундайҙарға мохтаж түгеллеген аңламайҙармы икән ни тип аптырайым.
– Табип Марат Аҙнабаевтың көнө нимәнән башлана? Ғәҙәт рәүешендә һәр ваҡыт башҡарыла торған, йолаға әйләнгән эштәрегеҙ бармы?
– Физик күнегеүҙәр яһауҙан башлана.
– Табиптар нисек туҡлана икән?
– Башлыса башҡорт халыҡ аштары менән туҡланырға тырышабыҙ. Ҡыш – йылҡы итенән бешерелгән, ҡорот ҡатылған һурпа; яҙ, йәй – һөт аҙыҡтары (эремсек, сыр, ҡатыҡ); йәй, көҙ – йәшелсә, еләк-емеш…
– Буш ваҡытығыҙ аҙҙыр. Шулай ҙа ял итергә форсат сыҡҡанда нимәләр менән шөғөлләнәһегеҙ?
– Баҡсала эшләйем. Тәбиғәткә сығырға тырышам. Һунарға йөрөйөм. Балыҡ тотам. Эләкмәһә лә, ҡармаҡ сыбығын тотоп ултырған ваҡытта уйҙарыңды тәртипкә килтерәһең, хәл ителмәгән мәсьәләләрҙең юлдарын табаһың, башҡа яңы идеялар килә. Саф һауа һулап, ҡоштар тауышын тыңлап ҡына ла ял итеп, көс алып ҡайтаһың.
– Тормошоғоҙҙоң ҡайһы миҙгелен иң бәхетле мәлегеҙ тип әйтә алаһығыҙ?
– 1992–2005 йылдар арауығында тип уйлайым. Башҡортостан офтальмологияһы киң үҫеш алып, матди яҡтан һәм кадрҙар етештереү йүнәлешендә ҙур мөмкинлектәр булдырып, Рәсәй, БДБ һәм донъя киңлегенә сыҡты. Диссертациялар яҡлау советын булдырҙыҡ, ул уңышлы эшләне. 40-тан артыҡ диссертация яҡланды, илебеҙҙең төрлө ҡалаларынан тулы форматлы “Проблемы офтальмологии” тигән фәнни-ғәмәли журнал сығарылды. Беҙҙең ғалимдар Иран, Тегеран, Япония, Ҡытай илдәрендә, Чикаго, Милан, Париж, Сингапур, Вена, Амстердам, Лондон һәм башҡа күп ҡалаларҙа бөтә донъя кимәлендә уҙғарылған съездарҙа үҙҙәренең асыштары, тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
СССР-ҙың “Балалар фонды” менән берлектә һәм беҙҙең башланғыс менән “Һуҡыр балалар” тигән акция нигеҙендә бушлай күп хирургик операциялар, консультациялар уҙғарылды. Рәсәйҙең административ биләмәләрендә (республика һәм өлкәләрендә) тап шул мәлдәрҙән һуң 2000 йылда үткәрелгән Бөтә Рәсәй офтальмологтарының VII съезында офтальмологтар йәмғиәте рәйесе С.Н. Федоров Өфө күҙ ауырыуҙары институтын “Рәсәй офтальмологияһының флагманы” тип атаны.
– Әллә нисә кеше башҡарырлыҡ эштәрҙе тормошҡа ашырғанһығыҙ. Тағы ла ниндәй маҡсаттар менән йәшәйһегеҙ?
– Әлеге ваҡыттағы төп эшем – кадрҙар әҙерләү. Яңыраҡ бер аспирантым Санкт-Петербургта диссертация яҡлауының тәүге этабын уңышлы уҙғарып ҡайтты. Башҡорт дәүләт медицина университетының күҙ ауырыуҙары кафедраһы профессоры булараҡ та эштәрем байтаҡ.
– Ял хаҡында әлегә хыялланырға ғына ҡала инде, былай булғас.
– Хәл барҙа, һаулыҡ барҙа бай тәжрибәмде йәштәргә, офтальмология буйынса фәнни һәм ғәмәли эшкә тотонорға йыйынған шәкерттәргә тапшырып ҡалдырырға теләйем. Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты ла, Башҡортостан офтальмологтары ла Рәсәй һәм донъя кимәлендә үҙҙәренең элекке данын һаҡлап ҡалырға тырышырға тейеш, тип уйлайым.
– Бөгөнгө йәш кимәленән үткәндәргә әйләнеп ҡарағанда, иң ауыр ваҡытығыҙ ҡасан булды, тип уйлайһығыҙ?
– Ҡатыным менән яңы өйләнешеп йәшәй башлаған саҡ. Мосолман зыяраты эргәһендәге бер бәләкәй генә ауыл өйөндә көн итәбеҙ. Унда шағирҙар Ирек Кинйәбулатов менән Ғәзим Шафиҡовтар ҙа булып китте. Ә яҡташым Рәшит Солтангәрәев минең хаҡта яҙғанда үҙенең “Ер һәм йыр” тигән китабында ошо өйҙө лә телгә алып китә. Өй һыуыҡ, күпме яҡһаң да йылынмай. Тәүге улыбыҙ Булатты ошонда алып ҡайттыҡ. Үпкәһенә һалҡын тейеп, ауырып китте был. Дауаханаға һалдылар. Күҙ алдына килтерегеҙ, дүрт-биш көнлөк кенә балаға укол ҡаҙайҙар. Һауығып сыҡҡан хәлдә лә, бында артабан йәшәп булмаясағын аңлап, бер заман районға эшкә китергә булып бөттөм. Партия өлкә комитетына берәй ятаҡҡа булһа ла урынлаштырырға ярҙам итеүҙәрен һорап барғайным: “Беҙ ундай эштәр менән шөғөлләнмәйбеҙ. Йәшәргә мөйөшөң булмағас, районға эшкә китәһең инде. Ҡайҙа барырға теләйһең? Шылтыратам”, – тип телефонына йәбеште. “Уныһын һеҙҙең ярҙамдан башҡа ла хәл итермен”, – тип сығып киттем.
Ошондай ауыр саҡта билдәле опера йырсыһы Хәбир Ғәлимов ағай ярҙам итте. Ул беҙгә күрше йәшәй ине. Хәлде белә. Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары булып эшләгән дуҫы Ғилман Ниғмәтйәнов ағай менән һөйләшеп, йәш белгестәр өсөн төҙөлөп ятҡан йорттан фатир бирер өсөн сиратҡа индереп, минең торлаҡ мәсьәләһен хәл иттеләр. Ҡатынды туғандары дауахананан һуң улыбыҙ менән үҙҙәренә – Свердловск өлкәһенә – алып ҡайтып киткәйне. Өс-дүрт ай шунда йәшәнеләр. Фатир алғас, ғаиләмде барып алып ҡайттым. Башҡорт зыялыларының бер-береһенә шулай ярҙам итеүен һис оноторлоҡ түгел. Мин генә түгел, күренекле яҡташым, геолог Диҡҡәт Бураҡаев та, башҡалар ҙа шул юлды үткән икән.
Халыҡ йырында әйтелгәнсә:
Бер-ике лә нужа күрмәйенсә,
Ир була алмай ата балаһы.
– Һеҙ үҙегеҙҙе бәхетле кеше тип һанайһығыҙмы?
– Аллаға шөкөр. Күп ниәт иткән хыял, теләктәремде, уйлаған уйҙарымды тормошҡа ашырырға яҙҙы. Төпкөл ауылдарҙан килгән башҡорт балаларын үҫтерҙем, ҡанатландырҙым, дәртләндерҙем. Улар бөгөн халыҡҡа хеҙмәт итә. Беҙгә, ҡайһы бер өлкәләге шикелле, ситтән белгестәр килтерергә мохтажлыҡ юҡ, киреһенсә, үҙебеҙҙекеләр, донъя буйлап таралып, уңышлы эшләп йөрөй. Шәкерттәремде лә Италия, Германия, Австрия кеүек бик күп илдәрҙә күрергә мөмкин. Улар минең тормоштан фәһем алып, дәртләнеп эшләйҙер, тип уйлайым. Шөкөр, ғаиләбеҙ ҙә имен-аман, фән юлында хеҙмәт итеүен дауам итә. Шул үҙе бәхет түгелме ни?!
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
әңгәмәләште.