Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Компенсация нисек иҫәпләнә?
– Капиталь ремонт өсөн 70 йә­ше тулғандар­ға – 50, 80 йәш­лек­тәргә 100 процент компенсация түләнәсәк, тиҙәр. Ошо хаҡта аң­ла­тыбыраҡ яҙһағыҙ ине. Түләү­ҙәр ниндәй принцип буйынса иҫәп­ләнәсәк? Төбәк операторына йыл башынан күсе­релгән сумма яңы­нан иҫәпләнеп кире ҡайтарыласаҡмы?

Ә. УСМАНОВА.
Ғафури районы.

— Эйе, ташлама ағымдағы йыл­дың 1 ғинуарынан ҡулланыла башланы. Ҡануниәткә төҙәтмәләр индер­гән арала капиталь ремонт өсөн тү­ләү­ҙәр элеккесә тотолдо. Сығым­дар­ҙы компенсациялау тәртибе апрель башында ғына раҫланды. Шуға күрә төбәк операторы йыл башынан күсе­релгән аҡсаны яңынан иҫәпләп кире ҡайтарасаҡ. Тик уны алыу өсөн социаль яҡлау бүлек­тәренә ғариза яҙырға кәрәк.
Әммә торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләү йәһәтенән ташлама бирелгәндәр яңы компенсациянан файҙалана алмай. Йәғни кеше социаль ярҙамдың бер төрөн генә һайларға тейеш. Ремонт өсөн ташлама иһә 70 йәшлектәргә — 50, ә 80 йәште уҙғандарға 100 процент күләмендә билдәләнгән. Фатир хужалары капиталь ремонт өсөн торлаҡ майҙанына ҡарап түләй, ә бына компенсация социаль норма нигеҙендә иҫәпләнә. Яңғыҙ йәшәгән­дәргә — 33, ике кешелек ғаиләгә — 21, өс һәм унан күберәк ғаилә ағзалары булғанда 18 квадрат метр өсөн 5 һум 20 тиндән (әгәр йорт алты ҡаттан бейегерәк булһа 5 һум 80 тин) һалына.
Мәҫәлән, биш ҡатлы йорттағы 42 квадрат метрлыҡ фатирҙа йәшәгән 70 – 80 йәшлек пенсионер өсөн компенсация түбәндәгесә иҫәпләнә:
5,20 һум х 33 м2 х 50%=85 һум 80 тин.
Алты ҡаттан бейегерәк йортта йәшәгәндәргә:
5,80 һум х 33 м2 х 50%=95 һум 70 тин.
80 йәшлек йәки унан өлкәнерәк пенсионерҙар өсөн иҫәп-хисап түбәндәгесә башҡарыла:
5,20 һум х 33 м2 х 100%=171 һум 60 тин.
5,80 һум х 33 м2 х 100%=191 һум 40 тин.
Төбәк операторы компенсацияны йылына бер тапҡыр ғына иҫәпләй. Шуға күрә йыллыҡ сумманы алыу өсөн ғаризаны 31 декабргә тиклем яҙырға кәрәк. Һорауҙар менән түбәндәге телефондар буйынса шылтыратырға мөмкин:
242-66-94 — Өфө ҡалаһы буйынса, (347) 282-40-35, 282-07-19 — Башҡортостан буйынса.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә