Компенсация нисек иҫәпләнә?19.04.2016
– Капиталь ремонт өсөн 70 йәше тулғандарға – 50, 80 йәшлектәргә 100 процент компенсация түләнәсәк, тиҙәр. Ошо хаҡта аңлатыбыраҡ яҙһағыҙ ине. Түләүҙәр ниндәй принцип буйынса иҫәпләнәсәк? Төбәк операторына йыл башынан күсерелгән сумма яңынан иҫәпләнеп кире ҡайтарыласаҡмы?
Ә. УСМАНОВА.
Ғафури районы.
— Эйе, ташлама ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан ҡулланыла башланы. Ҡануниәткә төҙәтмәләр индергән арала капиталь ремонт өсөн түләүҙәр элеккесә тотолдо. Сығымдарҙы компенсациялау тәртибе апрель башында ғына раҫланды. Шуға күрә төбәк операторы йыл башынан күсерелгән аҡсаны яңынан иҫәпләп кире ҡайтарасаҡ. Тик уны алыу өсөн социаль яҡлау бүлектәренә ғариза яҙырға кәрәк.
Әммә торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләү йәһәтенән ташлама бирелгәндәр яңы компенсациянан файҙалана алмай. Йәғни кеше социаль ярҙамдың бер төрөн генә һайларға тейеш. Ремонт өсөн ташлама иһә 70 йәшлектәргә — 50, ә 80 йәште уҙғандарға 100 процент күләмендә билдәләнгән. Фатир хужалары капиталь ремонт өсөн торлаҡ майҙанына ҡарап түләй, ә бына компенсация социаль норма нигеҙендә иҫәпләнә. Яңғыҙ йәшәгәндәргә — 33, ике кешелек ғаиләгә — 21, өс һәм унан күберәк ғаилә ағзалары булғанда 18 квадрат метр өсөн 5 һум 20 тиндән (әгәр йорт алты ҡаттан бейегерәк булһа 5 һум 80 тин) һалына.
Мәҫәлән, биш ҡатлы йорттағы 42 квадрат метрлыҡ фатирҙа йәшәгән 70 – 80 йәшлек пенсионер өсөн компенсация түбәндәгесә иҫәпләнә:
5,20 һум х 33 м2 х 50%=85 һум 80 тин.
Алты ҡаттан бейегерәк йортта йәшәгәндәргә:
5,80 һум х 33 м2 х 50%=95 һум 70 тин.
80 йәшлек йәки унан өлкәнерәк пенсионерҙар өсөн иҫәп-хисап түбәндәгесә башҡарыла:
5,20 һум х 33 м2 х 100%=171 һум 60 тин.
5,80 һум х 33 м2 х 100%=191 һум 40 тин.
Төбәк операторы компенсацияны йылына бер тапҡыр ғына иҫәпләй. Шуға күрә йыллыҡ сумманы алыу өсөн ғаризаны 31 декабргә тиклем яҙырға кәрәк. Һорауҙар менән түбәндәге телефондар буйынса шылтыратырға мөмкин:
242-66-94 — Өфө ҡалаһы буйынса, (347) 282-40-35, 282-07-19 — Башҡортостан буйынса.