Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Барыр юлы оҙон “Юрға”ның
Барыр юлы оҙон “Юрға”ның Ат элек-электән башҡорт халҡының тоғро дуҫы, айырылмаҫ юлдашы булған. Өс йәше тулған малайҙарҙы эйәргә ултыртып, бәләкәйҙән һыбай йөрөргә өйрәткәндәр. Башҡорт атына дан йырлаған “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға”, “Ҡара ат” һымаҡ эпостарыбыҙ, “Сыбай ҡашҡа”, “Ерәнсәй”, “Толпар”, “Аҡбуҙат” кеүек йырҙар ижад ителгән.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт тоҡомон һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереү, йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡты тергеҙеү кеүек бихисап эш башҡарыла. Бигерәк тә хәҙер, аттың дауалау көсөнә эйә булыуын иҫәпкә алып, иппотерапия үҫешә.


Әбйәлил районында “Юр­ға” ат-спорт мәктәбе эшләй. Директоры Басир Дәүләтшин әйтеүенсә, бөгөн бында 25 бала йөрөй, шуның 18-е – ҡыҙҙар, 7-һе – малайҙар.
– Балаларға мотлаҡ ата-әсәһенең яҙма рөхсәте кәрәк. Шулай уҡ медицина тикше­реүен үтеү талап ителә, – ти етәксе. – Балаларға атты ҡарау, һыбай йөрөү ҡағи­ҙәләрен өйрәтәбеҙ. Тәрбиә­ләнеүселәребеҙ йыл һайын район һабантуйындағы бәйгеләрҙә призлы урын яулай, төрлө ярышта ҡатнаша. Бала ат яратмай икән, уңышҡа өмөтләнеү мөмкин түгел.
Ат – бик аҡыллы мал. Уны алдап булмай, һинең уй-кисерештәреңде аңлай, шуға күрә уларҙы яратҡан, уртаҡ тел таба белгән бала ғына һыбай йөрөргә батырсылыҡ итә, ҡурҡмай. Еңеү көнөндә беҙҙең уҡыусылар 112-се Башҡорт кавалерия диви­зияһын һынландырған парадта ҡатнаша. Өфөнөң “Аҡбу­ҙат” ипподромында йәш һыбайлыларҙың Европа беренсе­легендә, “Урал киңлек­тәре” ат-туристик комплексы базаһындағы ярыш­тарҙа даими сығыш яһайбыҙ һәм призлы урын яулайбыҙ.
Ошо спорт төрө менән ҡыҙыҡ­һыныусылар өс көн дауамында аттарҙы хеҙмәт­ләндереү, һыбай йөрөү буйынса хәүефһеҙлек ҡағиҙә­ләрен өйрәнә. Артабан улар имтихан тапшыра. Һынауҙы уңышлы үткәндәр бойороҡ нигеҙендә уҡыуға алына. Аҙнаһына өс тапҡыр шөғөл­ләнәләр. Башта улар теоретик белемен нығыта, аттың амуницияһын (йүгән, эйәр, өҙәңге, нуҡта, ҡамыт һәм башҡа терминдарҙы ятлап, дәфтәргә теркәп, һәр бере­һенә аңлатма бирә), төҫтәрен, йүгертеү, сабыш алымдарын өйрәнә. Аҙаҡ улар хәүеф­һеҙлек ҡағиҙәләре менән таныш булыуы хаҡында махсус журналға ҡултамғаһын ҡуйғас ҡына, аттар торған махсус урынға йүнәлә.
Тәүҙә барыһы ла йылҡы малын таҙарта, ял-ҡойроғон тарай, тояҡтарын тикшерә. Әйтергә кәрәк, быларҙың барыһын да балалар үҙҙәре башҡара, тренерҙар күҙәтеп кенә тора. Йүгән кейҙер­гәндән, эйәр һалғандан һуң ат йәнлеләр асыҡ манежға, йәғни стадионға юллана. Тренерҙар күҙәтеүендә уҡыу­сылар киске сәғәт 6-ға тиклем шөғөлләнә.
– Ана, кәүҙәһен ғорур тотоп, атта һыбай барған көслө, рухлы, сая башҡорт ҡыҙҙа­рына ҡарағыҙ әле, – тине тренер Әсҡәт Баймырҙин. – Ниндәй матурҙар! Үҙебеҙҙең Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары бит!
Юлиә Солтанова, Азалия Суфиянова, Гөлдәр Хөббөт­динова, Айзилә Төркмәнова һәм башҡа балалар ат спорты менән шөғөлләнеүенә бик шат. Әйткәндәй, һыбай йөрө­гәндә кешенең 120 мускулы хәрәкәткә килә.
– Физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәһе иппотерапия буйынса махсус дәрестәр үткәреүҙе һорай, әммә беҙҙең уларҙы дауалауға рөхсәтебеҙ юҡ, – ти Басир Дәүләтшин. – Етмәһә, иппотерапия буйынса махсус белемгә эйә булған белгес тә юҡ. Кем белә, бәлки, киләсәктә был йүнәлештә эш башларбыҙ. Иғтибар иткән­һегеҙҙер: беҙгә ни өсөндөр ҡыҙҙар күберәк килә. Был насар түгел, әлбиттә. Ләкин ат өҫтөндә үҫкән малай-шалайҙың әҙлеге күңелде бошондора. Бында ата-әсәнең дә ғәйебе барҙыр, бөгөн беҙ күберәк буласаҡ ирҙәребеҙҙе йомшағыраҡ тәрбиәләйбеҙ ҙә, аҙаҡ, үҫеп еткәс, аптырауға ҡалабыҙ. Ҡайҙа үҙебеҙҙең батыр ир-егеттәребеҙ, тип саң ҡағырға тотонабыҙ.
Нисек кенә булмаһын, беҙҙең мәктәптә шөғөллә­неүселәр тәртибе, уҡыуы менән дә башҡаларҙан айырылып тора. Иң мөһиме – эш рәтен белеп, атты яратып, хеҙмәт һөйөп, заман сиренә әүерелеп барған компьютер уйындарынан ситләшеп үҫә­ләр. Улар ат кеүек сыҙамлы, батыр, маҡсаттарына ынтылыусан.
Ат-спорт мәктәбенә бер ни тиклем ярҙам ҡулы һуҙғанда, “Юрға”ның даны артырына ышаныс ҙур. Бының өсөн районда мөмкинлек етерлек, иң мөһиме – теләк кәрәк.





Автор: Кәримә УСМАНОВА. Район: Әбйәлил районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә