Ат элек-электән башҡорт халҡының тоғро дуҫы, айырылмаҫ юлдашы булған. Өс йәше тулған малайҙарҙы эйәргә ултыртып, бәләкәйҙән һыбай йөрөргә өйрәткәндәр. Башҡорт атына дан йырлаған “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Аҡһаҡ ҡола”, “Ҡара юрға”, “Ҡара ат” һымаҡ эпостарыбыҙ, “Сыбай ҡашҡа”, “Ерәнсәй”, “Толпар”, “Аҡбуҙат” кеүек йырҙар ижад ителгән.
Һуңғы йылдарҙа башҡорт тоҡомон һаҡлап ҡалыу, уны үҫтереү, йылҡысылыҡ һәм ҡымыҙсылыҡты тергеҙеү кеүек бихисап эш башҡарыла. Бигерәк тә хәҙер, аттың дауалау көсөнә эйә булыуын иҫәпкә алып, иппотерапия үҫешә.Әбйәлил районында “Юрға” ат-спорт мәктәбе эшләй. Директоры Басир Дәүләтшин әйтеүенсә, бөгөн бында 25 бала йөрөй, шуның 18-е – ҡыҙҙар, 7-һе – малайҙар.
– Балаларға мотлаҡ ата-әсәһенең яҙма рөхсәте кәрәк. Шулай уҡ медицина тикшереүен үтеү талап ителә, – ти етәксе. – Балаларға атты ҡарау, һыбай йөрөү ҡағиҙәләрен өйрәтәбеҙ. Тәрбиәләнеүселәребеҙ йыл һайын район һабантуйындағы бәйгеләрҙә призлы урын яулай, төрлө ярышта ҡатнаша. Бала ат яратмай икән, уңышҡа өмөтләнеү мөмкин түгел.
Ат – бик аҡыллы мал. Уны алдап булмай, һинең уй-кисерештәреңде аңлай, шуға күрә уларҙы яратҡан, уртаҡ тел таба белгән бала ғына һыбай йөрөргә батырсылыҡ итә, ҡурҡмай. Еңеү көнөндә беҙҙең уҡыусылар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын һынландырған парадта ҡатнаша. Өфөнөң “Аҡбуҙат” ипподромында йәш һыбайлыларҙың Европа беренселегендә, “Урал киңлектәре” ат-туристик комплексы базаһындағы ярыштарҙа даими сығыш яһайбыҙ һәм призлы урын яулайбыҙ.
Ошо спорт төрө менән ҡыҙыҡһыныусылар өс көн дауамында аттарҙы хеҙмәтләндереү, һыбай йөрөү буйынса хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен өйрәнә. Артабан улар имтихан тапшыра. Һынауҙы уңышлы үткәндәр бойороҡ нигеҙендә уҡыуға алына. Аҙнаһына өс тапҡыр шөғөлләнәләр. Башта улар теоретик белемен нығыта, аттың амуницияһын (йүгән, эйәр, өҙәңге, нуҡта, ҡамыт һәм башҡа терминдарҙы ятлап, дәфтәргә теркәп, һәр береһенә аңлатма бирә), төҫтәрен, йүгертеү, сабыш алымдарын өйрәнә. Аҙаҡ улар хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре менән таныш булыуы хаҡында махсус журналға ҡултамғаһын ҡуйғас ҡына, аттар торған махсус урынға йүнәлә.
Тәүҙә барыһы ла йылҡы малын таҙарта, ял-ҡойроғон тарай, тояҡтарын тикшерә. Әйтергә кәрәк, быларҙың барыһын да балалар үҙҙәре башҡара, тренерҙар күҙәтеп кенә тора. Йүгән кейҙергәндән, эйәр һалғандан һуң ат йәнлеләр асыҡ манежға, йәғни стадионға юллана. Тренерҙар күҙәтеүендә уҡыусылар киске сәғәт 6-ға тиклем шөғөлләнә.
– Ана, кәүҙәһен ғорур тотоп, атта һыбай барған көслө, рухлы, сая башҡорт ҡыҙҙарына ҡарағыҙ әле, – тине тренер Әсҡәт Баймырҙин. – Ниндәй матурҙар! Үҙебеҙҙең Ҡыпсаҡ ҡыҙҙары бит!
Юлиә Солтанова, Азалия Суфиянова, Гөлдәр Хөббөтдинова, Айзилә Төркмәнова һәм башҡа балалар ат спорты менән шөғөлләнеүенә бик шат. Әйткәндәй, һыбай йөрөгәндә кешенең 120 мускулы хәрәкәткә килә.
– Физик мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың ата-әсәһе иппотерапия буйынса махсус дәрестәр үткәреүҙе һорай, әммә беҙҙең уларҙы дауалауға рөхсәтебеҙ юҡ, – ти Басир Дәүләтшин. – Етмәһә, иппотерапия буйынса махсус белемгә эйә булған белгес тә юҡ. Кем белә, бәлки, киләсәктә был йүнәлештә эш башларбыҙ. Иғтибар иткәнһегеҙҙер: беҙгә ни өсөндөр ҡыҙҙар күберәк килә. Был насар түгел, әлбиттә. Ләкин ат өҫтөндә үҫкән малай-шалайҙың әҙлеге күңелде бошондора. Бында ата-әсәнең дә ғәйебе барҙыр, бөгөн беҙ күберәк буласаҡ ирҙәребеҙҙе йомшағыраҡ тәрбиәләйбеҙ ҙә, аҙаҡ, үҫеп еткәс, аптырауға ҡалабыҙ. Ҡайҙа үҙебеҙҙең батыр ир-егеттәребеҙ, тип саң ҡағырға тотонабыҙ.
Нисек кенә булмаһын, беҙҙең мәктәптә шөғөлләнеүселәр тәртибе, уҡыуы менән дә башҡаларҙан айырылып тора. Иң мөһиме – эш рәтен белеп, атты яратып, хеҙмәт һөйөп, заман сиренә әүерелеп барған компьютер уйындарынан ситләшеп үҫәләр. Улар ат кеүек сыҙамлы, батыр, маҡсаттарына ынтылыусан.
Ат-спорт мәктәбенә бер ни тиклем ярҙам ҡулы һуҙғанда, “Юрға”ның даны артырына ышаныс ҙур. Бының өсөн районда мөмкинлек етерлек, иң мөһиме – теләк кәрәк.