Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңған кеше өсөн – көн дә ураҡ өҫтө
Уңған кеше өсөн – көн дә ураҡ өҫтө – Беҙҙә әле ҡыш, тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә бөтмәгән, әммә тәбиғәт уяна башланы инде, – тип ҡаршыланы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Рәсих Минязев. – Төбәктә мал ҡышлатыу осоро тамамланыуға бара, яҙғы баҫыу эштәренә күптән әҙерлек башланды, техника паркы ла тикшерелә.

Әле райондың күп кенә хужа­лыҡтарында – ҡыҙыу осор. Ауыл эшсәндәре сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, ураҡҡа ауыл хужа­лығы тех­никаһы әҙерлегенең әһәмиә­тен яҡшы аңлап, һәр көндө файҙалы итергә тырыша. “Агро-Танып” ауыл хужалығы кооперативы оҫта­ха­наһында ла механи­за­торҙар техника паркын нығы­тыу ме­нән мәшғүл, яҙғы баҫыу эш­тә­рен ваҡытында һәм сифатлы үткәреү өсөн бар көсөн һала.
– Шөкөр, баҫыу эштәренә әҙербеҙ, егеттәр ҙә һынатмай, тырыша, – ти хужалыҡ рәйесе Сергей Ханов. – Йыл һайын тиерлек техника паркы ла яңыр­тыла, алмаш частарға ҡыт­лыҡ юҡ, ватыҡ техника ла ваҡытында йүнәтелеп сафҡа инә.
Бөгөн йәмғиәт яҙғы эштәргә тулыһынса әҙер тип әйтергә була. Яғыулыҡ алдан һатып алын­ған, минераль ашлама ла тейешле күләмдә әҙерләнгән. Шуныһы ла мөһим: хужалыҡ бер ниндәй бурысһыҙ, үҙ аҡсаһына көн итә. “Халыҡ алдында ла бурысыбыҙ юҡ, эш хаҡы ваҡы­тын­да, тотҡарлыҡ­һыҙ түләнә”, – ти Сергей Тимерйән улы.
“500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән хужалыҡта мал ҡыш­латыу ҙа яҡшы ойошторолған. Яҙға аяҡ баҫһалар ҙа, ихатала мал аҙығы күп, бесән-һалам киләһе ҡышҡа ла етерлек. Сенаж соҡорҙары ла бушамаған. Ә был етәксе­лектең уңған­лығын, алдағы көндө хәстәр­ләүен аңлата. Бында бер мең баш һыйыр малы аҫрала, хужалыҡ ҡаҙнаһы нигеҙҙә һөт һатыуҙан тулылана. Көн һа­йын Тәтешле май заводына биш мең тоннаға яҡын юғары сифатлы аҡ оҙаталар. Яһалма ҡасырыу эше лә һәйбәт ҡу­йыл­ған, тоҡомло мал аҫрауҙа был – бик отошло аҙым.
Йәмғиәттә 68 кеше эшләй, ололарға алмашҡа йәштәр етерлек. Халыҡтың көнкүреше лә яҡшы, күптәр яңы йорт күтәрә, һәр ихатала тиерлек еңел автомобиль, трактор бар.
Етәкселек алдынғы меха­низаторҙар Ринат Хәйҙәршин, Владимир Моратшин, Сәхиб­йән Гәрәйшин, водителдәр Дмитрий Семенов, Анатолий Шәрә­фетдинов, һауынсылар Флүрә Байрамшина, Анюта Сәмиғул­лова, Фирүзә Хәйҙәр­ши­наның эшенән ҡәнәғәт.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Өлфәт Фоат улы Ғәбсәләмов етәкселегендәге Карл Маркс исемендәге ауыл хужалығы кооперативы ла районда алдынғылар иҫәбендә. Һигеҙ ауылдан 120 кеше эшләй бында. Әммә йәштәрҙең, белемле кадрҙарҙың етешмәүе оло мәсьәлә булып ҡала бирә.
Хужалыҡта дүрт фермала 1600 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы иҫәпләнә, бынан тыш 100 баш йылҡы аҫрала. Әйткәндәй, тоҡомло малды Пермь крайынан һатып алалар. Үҙҙәренең көсө менән һәр һөтсөлөк фермаһында капиталь ремонт үткәргәндәр, һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырғандар.
Йәмғиәт Өфө һөт заводына, Тәтешле май заводына әҙер продукцияны һатып, хужалыҡ кассаһына байтаҡ аҡса индерә. Табыш хужалыҡ кәрәк-ярағына тотола.
– Халыҡтың кәйефе күтәренке, эшкә дәрте ташып тора, сөнки хеҙмәт хаҡы юғары, айына 20 мең һумға яҡын аҡса алалар, – ти хужалыҡ рәйесе. – Шәхси ихатаһында мал тотҡандарға ла ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, бесән-һалам менән тәьмин итәбеҙ.
Алдынғы һауынсылар Лариса Әбдүшева (1-се биттә һүрәттә балалары менән), Гөлнара Мөхғәлиева, Ираида Зәйҙуллина, механизаторҙар Риван Сахратов, Әлмир Сәфәров, Риван Фәүхетдиновты етәкселек һәр яҡлап маҡтап телгә алды.
Техника паркы ла бай ғына, йыл һайын яңыртып торалар икән.
Әле оҫтаханаларҙа яҙғы баҫыу эштәренә әҙер­ләнәләр. Киләһе уңышҡа элиталы орлоҡ та хәстәрләгәндәр, келәттәрҙә һаҡланғанының да сифатын йыш тикшереп торалар.





Автор: Самат ҒӘЛИН. Район: Тәтешле районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә