– Беҙҙә әле ҡыш, тирә-яҡ ҡарҙан әрселеп тә бөтмәгән, әммә тәбиғәт уяна башланы инде, – тип ҡаршыланы район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары – ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Рәсих Минязев. – Төбәктә мал ҡышлатыу осоро тамамланыуға бара, яҙғы баҫыу эштәренә күптән әҙерлек башланды, техника паркы ла тикшерелә.Әле райондың күп кенә хужалыҡтарында – ҡыҙыу осор. Ауыл эшсәндәре сәсеү, мал аҙығы әҙерләү, ураҡҡа ауыл хужалығы техникаһы әҙерлегенең әһәмиәтен яҡшы аңлап, һәр көндө файҙалы итергә тырыша. “Агро-Танып” ауыл хужалығы кооперативы оҫтаханаһында ла механизаторҙар техника паркын нығытыу менән мәшғүл, яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында һәм сифатлы үткәреү өсөн бар көсөн һала.
– Шөкөр, баҫыу эштәренә әҙербеҙ, егеттәр ҙә һынатмай, тырыша, – ти хужалыҡ рәйесе Сергей Ханов. – Йыл һайын тиерлек техника паркы ла яңыртыла, алмаш частарға ҡытлыҡ юҡ, ватыҡ техника ла ваҡытында йүнәтелеп сафҡа инә.
Бөгөн йәмғиәт яҙғы эштәргә тулыһынса әҙер тип әйтергә була. Яғыулыҡ алдан һатып алынған, минераль ашлама ла тейешле күләмдә әҙерләнгән. Шуныһы ла мөһим: хужалыҡ бер ниндәй бурысһыҙ, үҙ аҡсаһына көн итә. “Халыҡ алдында ла бурысыбыҙ юҡ, эш хаҡы ваҡытында, тотҡарлыҡһыҙ түләнә”, – ти Сергей Тимерйән улы.
“500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән хужалыҡта мал ҡышлатыу ҙа яҡшы ойошторолған. Яҙға аяҡ баҫһалар ҙа, ихатала мал аҙығы күп, бесән-һалам киләһе ҡышҡа ла етерлек. Сенаж соҡорҙары ла бушамаған. Ә был етәкселектең уңғанлығын, алдағы көндө хәстәрләүен аңлата. Бында бер мең баш һыйыр малы аҫрала, хужалыҡ ҡаҙнаһы нигеҙҙә һөт һатыуҙан тулылана. Көн һайын Тәтешле май заводына биш мең тоннаға яҡын юғары сифатлы аҡ оҙаталар. Яһалма ҡасырыу эше лә һәйбәт ҡуйылған, тоҡомло мал аҫрауҙа был – бик отошло аҙым.
Йәмғиәттә 68 кеше эшләй, ололарға алмашҡа йәштәр етерлек. Халыҡтың көнкүреше лә яҡшы, күптәр яңы йорт күтәрә, һәр ихатала тиерлек еңел автомобиль, трактор бар.
Етәкселек алдынғы механизаторҙар Ринат Хәйҙәршин, Владимир Моратшин, Сәхибйән Гәрәйшин, водителдәр Дмитрий Семенов, Анатолий Шәрәфетдинов, һауынсылар Флүрә Байрамшина, Анюта Сәмиғуллова, Фирүзә Хәйҙәршинаның эшенән ҡәнәғәт.
Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре Өлфәт Фоат улы Ғәбсәләмов етәкселегендәге Карл Маркс исемендәге ауыл хужалығы кооперативы ла районда алдынғылар иҫәбендә. Һигеҙ ауылдан 120 кеше эшләй бында. Әммә йәштәрҙең, белемле кадрҙарҙың етешмәүе оло мәсьәлә булып ҡала бирә.
Хужалыҡта дүрт фермала 1600 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы иҫәпләнә, бынан тыш 100 баш йылҡы аҫрала. Әйткәндәй, тоҡомло малды Пермь крайынан һатып алалар. Үҙҙәренең көсө менән һәр һөтсөлөк фермаһында капиталь ремонт үткәргәндәр, һөт, һыу үткәргестәр урынлаштырғандар.
Йәмғиәт Өфө һөт заводына, Тәтешле май заводына әҙер продукцияны һатып, хужалыҡ кассаһына байтаҡ аҡса индерә. Табыш хужалыҡ кәрәк-ярағына тотола.
– Халыҡтың кәйефе күтәренке, эшкә дәрте ташып тора, сөнки хеҙмәт хаҡы юғары, айына 20 мең һумға яҡын аҡса алалар, – ти хужалыҡ рәйесе. – Шәхси ихатаһында мал тотҡандарға ла ярҙам ҡулы һуҙабыҙ, бесән-һалам менән тәьмин итәбеҙ.
Алдынғы һауынсылар Лариса Әбдүшева (1-се биттә һүрәттә балалары менән), Гөлнара Мөхғәлиева, Ираида Зәйҙуллина, механизаторҙар Риван Сахратов, Әлмир Сәфәров, Риван Фәүхетдиновты етәкселек һәр яҡлап маҡтап телгә алды.
Техника паркы ла бай ғына, йыл һайын яңыртып торалар икән.
Әле оҫтаханаларҙа яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнәләр. Киләһе уңышҡа элиталы орлоҡ та хәстәрләгәндәр, келәттәрҙә һаҡланғанының да сифатын йыш тикшереп торалар.