Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ул тауҙарға ғашиҡ
Ул тауҙарға ғашиҡ Бала саҡтан зирәк булған Гөлназ Халиҡова үҫкәс тә үткерлеген, әүҙемлеген ташламай. Республика кимәлендәге медиафорумда ул хатта Башҡортостан Башлығына етди һорау биреп өлгөрә. Туған халҡының, еренең бөгөнгөһө, киләсәге ҡыҙ өсөн мөһим һәм ҡәҙерле.


Ишембай ҡалаһының “Аҡбу­ҙат” башҡорт балалар баҡса­һына йөрөгәндә лә, Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем алғанда ла алдынғылар рәтендә була. Йәмәғәт эштәренә йә иһә олимпиадаға икән – һәр саҡ әҙер. Еңел атлетика, биатлон, волейбол буйынса мәктәптең йыйылма командаһы ағзаһы, класында – староста, отличник… Гөлназ­дың гимназияны көмөш миҙалға тамамлауына ла аптырайһы түгел.
Үҙенсәлекле бер өлкә булараҡ, журналистика күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, ғашиҡ итә. Кемдер башҡа һөнәр алып, хеҙмәт юлын башлап та, бер нисә йылдан әүҙем яҙыша башлай. Гөлназ иһә VI класта уҡығанда уҡ үҙенең киләсәк юлын төҫмөрләй. Һәр хәлдә, нәҡ шул йылда райондың “Торатау” гәзитендә уның тәүге мәҡәләһе донъя күрә. Ҡанаттар талпына башлай.
Шул мәлдән йәш хәбәрсе үҙен ныҡлы әҙерләй. Яратҡан остазы, гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Аҙнабаева менән “Етегән” исемле мәктәп гәзитен сығара, ҡобайырҙар яҙып, республика конкурстарында ҡатнаша, призлы урындар яулай.
– Әле саҡ яҙыша башлаған ҡыҙҙы уҡытыусыларым, белем усағы етәкселәре генә түгел, ҡәләм тирбәткән “Торатау” гәзите коллективы дәртләндереп тормаһа, бәлки, башҡа өлкәне һайлар инем, – тип рәхмәт белдерә Гөлназ остаздарына ғына түгел, хәҙер инде коллегаларына.
Ысынлап та, йәштәрҙең башлап киткән хеҙмәт юлы мөһим әһәмиәткә эйә. Ғәҙәттә, баш ҡалала диплом алғас, күп йәштәр нисек тә булһа Өфөлә ҡалырға тырыша, районға ҡайтырға ашыҡмай. Гөлназдың да БДУ-ның башҡорт фило­логияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлағас Өфө­лә төпләнеү мөмкинлеге булған, әммә ҡыҙ тыуған районының тормошон сағылдырған баҫманы – “Торатау”ҙы һайлай.
– Бихисап сараларҙа ҡатна­шырға, әллә күпме кеше менән осрашырға тура килә. Аяныслы яҙмыштар, һоҡланырлыҡ ваҡи­ғалар тураһында тыңлайһың. Районыбыҙға бәйле һәр тарих миңә ҡыҙыҡ, яҡын. Улар – миңә журналист булараҡ үҫешеүҙә ныҡлы нигеҙ, ә темалар – йөҙөп сыҡҡыһыҙ майҙан, – ти Гөлназ. – Районда үҙемде кешеләргә яҡыныраҡ тоям кеүек.
Ҡыҙҙың бар яҡлап та һәләтле, әүҙем булыуында уның әсәһенең – Гүзәл апайҙың – өлөшө шаҡтай ҙур. 29 йәшендә генә тол ҡалған ҡатын улын һәм ҡыҙын рухлы, телһөйәр, әҙәпле итеп тәрбиә­ләгән. Уның ҡарауы, Гөлназ “Торатау” гәзите редакцияһы хәбәр­сеһе, фотоға төшөрөүсе, сайт һәм “Бәйләнештә”ге сәхифә өсөн яуаплы мөхәррир вазифаларын башҡара. Һәр эште еренә еткереп, тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй. КВН уйындары, хәйриә акциялары һәм бүтән саралар ойоштороуҙа ҡатнашыу, әүҙем спортсы, йәштәр советы ағзаһы… Тик былар барыһы ла – гимназияла ғына түгел, күптән инде район кимәлендәге күренештәр. Өҫтәүенә Гөлназ Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә ярата.
– Мораҙым тарлауығы, Шүл­гәнташ мәмерйәһе, Күкҡарауыҡ шарлауығы, Нөгөш һыу һаҡ­лағысы, Асылыкүл... Һоҡлан­дырғыс тәбиғәтебеҙ. Тыуған ереңдән дә яҡынырағы юҡтыр. Шулай ҙа әсәйем менән Ирәмәл тауына менеү хәтерҙә иң уйылып ҡалған сәфәрҙер. Башҡорт­остандың иң бейек нөктәһе, изге тау. Ете сәғәт мендек, өс сәғәт дауамында төштөк. Түбәһендә бер ир ҡурай уйнай, йәнә берәү аҙан уҡый. Иртәнге сәғәт 10-да Туристар пункты эргәһенән үткәндә 500-гә яҡын кеше теркәлгәйне!
Быйыл да изге тауға менеү теләге ҙур. Ямантау, Балҡас һәм Яҡтыкүл, Арҡайым... Бараһы ерҙәр күп әле. Үҙебеҙҙең Торатауға ла йыл һайын артылыу йолаһын тотам, – тип йылмая журналист-сәйәхәтсе. Әйт­кән­дәй, тауға барыуҙың үҙенә күрә мәғәнәһе бар икән Гөлназ өсөн. Әңгәмәсем уларҙы, шағир һымаҡ, кеше күңеле менән сағыштыра.
– Тау ни тиклем бейек, кеше күңеле лә шундай кимәлдә саф, изге. Мөһабәт тауҙарҙы яратҡан һымаҡ, бөйөк күңелле кешеләргә лә ғашиҡмын, уларҙы мәҡә­ләләремдә йышыраҡ күрергә тырышам, – ти ул, бер аҙ уйланып торғас.


.


Автор: Р. ҒӘБДРӘШИТОВ. Район: Ишембай районы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла 10.09.2026 // Йәмғиәт

2027 йылға республикала зубрҙарҙы ишәйтеү планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә