Бала саҡтан зирәк булған Гөлназ Халиҡова үҫкәс тә үткерлеген, әүҙемлеген ташламай. Республика кимәлендәге медиафорумда ул хатта Башҡортостан Башлығына етди һорау биреп өлгөрә. Туған халҡының, еренең бөгөнгөһө, киләсәге ҡыҙ өсөн мөһим һәм ҡәҙерле.Ишембай ҡалаһының “Аҡбуҙат” башҡорт балалар баҡсаһына йөрөгәндә лә, Зәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт гимназия-интернатында белем алғанда ла алдынғылар рәтендә була. Йәмәғәт эштәренә йә иһә олимпиадаға икән – һәр саҡ әҙер. Еңел атлетика, биатлон, волейбол буйынса мәктәптең йыйылма командаһы ағзаһы, класында – староста, отличник… Гөлназдың гимназияны көмөш миҙалға тамамлауына ла аптырайһы түгел.
Үҙенсәлекле бер өлкә булараҡ, журналистика күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, ғашиҡ итә. Кемдер башҡа һөнәр алып, хеҙмәт юлын башлап та, бер нисә йылдан әүҙем яҙыша башлай. Гөлназ иһә VI класта уҡығанда уҡ үҙенең киләсәк юлын төҫмөрләй. Һәр хәлдә, нәҡ шул йылда райондың “Торатау” гәзитендә уның тәүге мәҡәләһе донъя күрә. Ҡанаттар талпына башлай.
Шул мәлдән йәш хәбәрсе үҙен ныҡлы әҙерләй. Яратҡан остазы, гимназияның башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнур Аҙнабаева менән “Етегән” исемле мәктәп гәзитен сығара, ҡобайырҙар яҙып, республика конкурстарында ҡатнаша, призлы урындар яулай.
– Әле саҡ яҙыша башлаған ҡыҙҙы уҡытыусыларым, белем усағы етәкселәре генә түгел, ҡәләм тирбәткән “Торатау” гәзите коллективы дәртләндереп тормаһа, бәлки, башҡа өлкәне һайлар инем, – тип рәхмәт белдерә Гөлназ остаздарына ғына түгел, хәҙер инде коллегаларына.
Ысынлап та, йәштәрҙең башлап киткән хеҙмәт юлы мөһим әһәмиәткә эйә. Ғәҙәттә, баш ҡалала диплом алғас, күп йәштәр нисек тә булһа Өфөлә ҡалырға тырыша, районға ҡайтырға ашыҡмай. Гөлназдың да БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлағас Өфөлә төпләнеү мөмкинлеге булған, әммә ҡыҙ тыуған районының тормошон сағылдырған баҫманы – “Торатау”ҙы һайлай.
– Бихисап сараларҙа ҡатнашырға, әллә күпме кеше менән осрашырға тура килә. Аяныслы яҙмыштар, һоҡланырлыҡ ваҡиғалар тураһында тыңлайһың. Районыбыҙға бәйле һәр тарих миңә ҡыҙыҡ, яҡын. Улар – миңә журналист булараҡ үҫешеүҙә ныҡлы нигеҙ, ә темалар – йөҙөп сыҡҡыһыҙ майҙан, – ти Гөлназ. – Районда үҙемде кешеләргә яҡыныраҡ тоям кеүек.
Ҡыҙҙың бар яҡлап та һәләтле, әүҙем булыуында уның әсәһенең – Гүзәл апайҙың – өлөшө шаҡтай ҙур. 29 йәшендә генә тол ҡалған ҡатын улын һәм ҡыҙын рухлы, телһөйәр, әҙәпле итеп тәрбиәләгән. Уның ҡарауы, Гөлназ “Торатау” гәзите редакцияһы хәбәрсеһе, фотоға төшөрөүсе, сайт һәм “Бәйләнештә”ге сәхифә өсөн яуаплы мөхәррир вазифаларын башҡара. Һәр эште еренә еткереп, тормоштоң уртаһында ҡайнап йәшәй. КВН уйындары, хәйриә акциялары һәм бүтән саралар ойоштороуҙа ҡатнашыу, әүҙем спортсы, йәштәр советы ағзаһы… Тик былар барыһы ла – гимназияла ғына түгел, күптән инде район кимәлендәге күренештәр. Өҫтәүенә Гөлназ Башҡортостан буйлап сәйәхәт итергә ярата.
– Мораҙым тарлауығы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, Күкҡарауыҡ шарлауығы, Нөгөш һыу һаҡлағысы, Асылыкүл... Һоҡландырғыс тәбиғәтебеҙ. Тыуған ереңдән дә яҡынырағы юҡтыр. Шулай ҙа әсәйем менән Ирәмәл тауына менеү хәтерҙә иң уйылып ҡалған сәфәрҙер. Башҡортостандың иң бейек нөктәһе, изге тау. Ете сәғәт мендек, өс сәғәт дауамында төштөк. Түбәһендә бер ир ҡурай уйнай, йәнә берәү аҙан уҡый. Иртәнге сәғәт 10-да Туристар пункты эргәһенән үткәндә 500-гә яҡын кеше теркәлгәйне!
Быйыл да изге тауға менеү теләге ҙур. Ямантау, Балҡас һәм Яҡтыкүл, Арҡайым... Бараһы ерҙәр күп әле. Үҙебеҙҙең Торатауға ла йыл һайын артылыу йолаһын тотам, – тип йылмая журналист-сәйәхәтсе. Әйткәндәй, тауға барыуҙың үҙенә күрә мәғәнәһе бар икән Гөлназ өсөн. Әңгәмәсем уларҙы, шағир һымаҡ, кеше күңеле менән сағыштыра.
– Тау ни тиклем бейек, кеше күңеле лә шундай кимәлдә саф, изге. Мөһабәт тауҙарҙы яратҡан һымаҡ, бөйөк күңелле кешеләргә лә ғашиҡмын, уларҙы мәҡәләләремдә йышыраҡ күрергә тырышам, – ти ул, бер аҙ уйланып торғас.
.