Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Илһөйәрҙәр килде ҡунаҡҡа
Илһөйәрҙәр килде ҡунаҡҡа Һәр кем үҙ халҡына хеҙмәт итергә, уның бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртырға бурыслы. Кеше тормошоноң бар мәғәнәһе шунан ғибәрәт тиерлек. Тыуған илеңә, ватандаштарыңа һөйөү, тоғролоҡ тойғоһо бер ниндәй ҙә донъяуи ҡараштарға, ҡанундарға буйһонмай. Ул йөрәктән урғылып сыға.

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында йәмәғәт эшмәкәре, Рә­сәйҙең һәм Башҡорт­остан­дың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡ­ҡужина, шулай уҡ донъя чемпионы Айнур Шәйбәков менән осрашыу булды.
Студенттар ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул итте. Башҡорт фило­логияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Филология фәндәре кандидаты, шул уҡ факультет уҡытыусыһы Зәки Әлибаев абруйлы ҡунаҡтар менән таныштырҙы.
Сәлиә Мырҙабаева иһә сығышын Рәми Ғариповтың һәм Мостай Кәримдең ши­ғыр­ҙарын һөйләүҙән башланы. Әлбиттә, был студенттар өсөн көтөлмәгән күренеш булды: абруйлы вазифалағы шәхес бик күп шиғыр белә икән дәбаһа! “Мин – үҙ мил­ләтемдең тоғро вәкиле, уның киләсәге өсөн хәлемдән килгәнен эшләйем”, – тине ул. Артабан үҙенең эшмә­кәрлеге менән таныштырҙы. Баҡтиһәң, ул – Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған “Башҡорт телен өйрәнәм”, “Ағинәйҙәр ҡоро”, “Йәштәргә һаулыҡ”, “Урал аръяғында шашка спорты” һ.б. бик күп проекттар авторы. Шулай уҡ Мәскәүҙәге “Башҡортостан студенттары ассоциацияһы”на, Өфөләге балалар йорттарына, мат­буғат баҫмаларына ярҙам күрһәтә.
Тамара Танһыҡҡужина ме­нән дә студенттар күптән осрашырға теләй ине. Улар донъя чемпионының сығы­шын йотлоғоп тыңланы, сөнки уның тормош юлы, спортта юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүе йәш быуынға бик ҡыҙыҡлы. Студенттар был мөмкинлекте ҡулдан ысҡын­дырманы, үҙҙәрен ҡыҙыҡ­һындырған һорауҙарға яуаптар алды.
Айнур Шәйбәковтың проекттары ла бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булып сыҡты. Ул, Дәүләт Думаһында Йәштәр советы ағзаһы булараҡ, киләсәк быуын мәнфәғәтендә ҡаралыусы закон башлан­ғыстары тураһында файҙалы мәғлүмәт бирҙе, шашка, шахмат уйындарының сәлә­мәтлеккә ыңғай йоғонто яһа­уы, үҙ йүнеңде күреү, әмәлен табыу юлдары хаҡында һөй­ләне.
Артабан Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы студенттар менән әң­гәмә ҡорҙо, уларҙың бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле һорау­ҙарына яуап бирҙе.
Киләсәктә лә ошолай абруйлы шәхестәр тәжрибәләре һәм кәңәштәре менән уртаҡ­лашып торһа, йәш быуын тура юлдан, дөрөҫ йүнә­лештән тайпылмай алға барыр.





Автор: Инсаф ХУЖАБИРГӘНОВ. Район: Өфө ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә