Һәр кем үҙ халҡына хеҙмәт итергә, уның бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡайғыртырға бурыслы. Кеше тормошоноң бар мәғәнәһе шунан ғибәрәт тиерлек. Тыуған илеңә, ватандаштарыңа һөйөү, тоғролоҡ тойғоһо бер ниндәй ҙә донъяуи ҡараштарға, ҡанундарға буйһонмай. Ул йөрәктән урғылып сыға.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультетында йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, Дәүләт Думаһы депутаты Сәлиә Мырҙабаева, шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужина, шулай уҡ донъя чемпионы Айнур Шәйбәков менән осрашыу булды.
Студенттар ҡунаҡтарҙы ихлас ҡабул итте. Башҡорт филологияһы факультеты деканы, филология фәндәре докторы, профессор Луиза Сәмситова уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне. Филология фәндәре кандидаты, шул уҡ факультет уҡытыусыһы Зәки Әлибаев абруйлы ҡунаҡтар менән таныштырҙы.
Сәлиә Мырҙабаева иһә сығышын Рәми Ғариповтың һәм Мостай Кәримдең шиғырҙарын һөйләүҙән башланы. Әлбиттә, был студенттар өсөн көтөлмәгән күренеш булды: абруйлы вазифалағы шәхес бик күп шиғыр белә икән дәбаһа! “Мин – үҙ милләтемдең тоғро вәкиле, уның киләсәге өсөн хәлемдән килгәнен эшләйем”, – тине ул. Артабан үҙенең эшмәкәрлеге менән таныштырҙы. Баҡтиһәң, ул – Башҡортостан юлдаш телевидениеһында барған “Башҡорт телен өйрәнәм”, “Ағинәйҙәр ҡоро”, “Йәштәргә һаулыҡ”, “Урал аръяғында шашка спорты” һ.б. бик күп проекттар авторы. Шулай уҡ Мәскәүҙәге “Башҡортостан студенттары ассоциацияһы”на, Өфөләге балалар йорттарына, матбуғат баҫмаларына ярҙам күрһәтә.
Тамара Танһыҡҡужина менән дә студенттар күптән осрашырға теләй ине. Улар донъя чемпионының сығышын йотлоғоп тыңланы, сөнки уның тормош юлы, спортта юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеүе йәш быуынға бик ҡыҙыҡлы. Студенттар был мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырманы, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды.
Айнур Шәйбәковтың проекттары ла бик ҡыҙыҡлы һәм фәһемле булып сыҡты. Ул, Дәүләт Думаһында Йәштәр советы ағзаһы булараҡ, киләсәк быуын мәнфәғәтендә ҡаралыусы закон башланғыстары тураһында файҙалы мәғлүмәт бирҙе, шашка, шахмат уйындарының сәләмәтлеккә ыңғай йоғонто яһауы, үҙ йүнеңде күреү, әмәлен табыу юлдары хаҡында һөйләне.
Артабан Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы студенттар менән әңгәмә ҡорҙо, уларҙың бик ҡыҙыҡлы, үҙенсәлекле һорауҙарына яуап бирҙе.
Киләсәктә лә ошолай абруйлы шәхестәр тәжрибәләре һәм кәңәштәре менән уртаҡлашып торһа, йәш быуын тура юлдан, дөрөҫ йүнәлештән тайпылмай алға барыр.