Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Хәстәрлекте тойоп үҫтек, һыр бирмәй йәшәнек
Хәстәрлекте тойоп үҫтек,  һыр бирмәй йәшәнек Илебеҙ мәктәптәрендә сығарылыш уҡыусыларының биш йыл һайын осрашыуы матур йолаға әйләнгән. Әбйәлил районында ла был сара даими үткәрелә. Асҡар мәктәбен 1956 йылда тамамлаған уҡыусылар, хәҙер инде сал сәсле ир-уҙамандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар, сығарылыштарының 60 йыллығын билдәләне.


Беренсенән, улар яратҡан мәк­тәбен, класташтарын күреү, бөгөнгө уҡытыусылар һәм уҡыусылар менән күрешеү шатлығын кисерһә, икенсенән, ҡабатланмаҫ йәшлек, яҡын кешеләр менән мәңгелеккә айырылыу һағыш тойғоһон уята. Хәтер минуттарында күҙ алдында ике һәм бер ҡатлы ағас мәктәп биналары, улар эргәһендәге тәпәш кенә дөйөм ятаҡ күренә. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында мәктәп тормошо ауыр булды, һуғыш шаңдауҙары айырыуса һиҙелә ине.
Бер ҡатлы бинала (уның бер мөйөшөндә) аш-һыу бүлмәһе булды. Бында һәр иртә һыу ҡайнатыла ине. Дәрес алдынан “тамаҡ ялғау” бер алюмин көрөшкә ҡайнар һыу (сәй, шәкәр үҙеңдеке – кемдә – бар, кемдә юҡ) һәм бер телем, йыш ҡына бешеп етмәгән арыш икмәгенән хасил була торғайны. Ҡабаланыу сәбәпле ирендәр ҡайнар һыуҙан һәм алюмин көрөшкәнән бешә ине. Асҡар тирәһендәге ҡайһы бер ауылдарҙан килгән уҡыусылар ял көндәрендә атай-әсәйҙәре янына ҡайтып, тоҡсайында көлдә бешерелгән түңәрәк икмәк, картуф, һөт, май алып килеп, бер аҙна рәхәтләнеп йәшәү бәхетенә ирешә торғайны.
Беҙҙең бөйөк уҡытыусыларыбыҙ һәр ваҡыт иҫтә. Бында “бөйөк” һүҙе осраҡлы ғына ҡулланылмай. Ул – бөгөн күп тормош һикәлтәләрен үткән, күпте күргән һәм сағыштырыу һәләтенә эйә булған, 80 йәште ҡыуған (үтеп тә киткән) элекке Асҡар мәктәбе уҡыусыларының фекере.
Математика уҡытыусыһы Әҙип Усман улы Ниязғоловтың ике аяғы ла юҡ ине, ҡасандыр һуғыш йылдарында поезд аҫтына эләккән. Ул ҡулдан идара итә торған ғәриптәр коляскаһында хәрәкәт итте. Класс таҡтаһы алдында бик етеҙ һәм ғәйрәт менән табуретка ярҙамында бер урындан икенсе урынға күсә ине. Материалды үтә лә аңлайышлы итеп уҡыусыларға еткерҙе. Ҡағиҙәнең мөһим урындарын, йомғаҡлау һүҙҙәрен яңғырауыҡлы тауыш менән “точка-а-а” тип тамамлар ине. Материалды үҙләштереү сифатын тикшергәндә лә бик талапсан булды. Үҙенең бөтә белемен уҡыусыларға бирергә тырышты. Шул уҡ ваҡытта ул ҙур ғаилә башлығы ла ине. Был изге эшендә лә үтә яуаплы һәм иғтибарлы булды. Уның өс улының береһе Станис­лав Ниязғолов, физика-математика фәндәре кандидаты, оҙаҡ йылдар БДУ уҡытыусыһы булды.
Рус теле һәм әҙәбиәтен Өфөнән килгән йәш уҡытыусы Зинаида Сергеевна Сикенко уҡытты. Ул – БДУ-ның данлыҡлы профессоры Сикенконың бер туған һеңлеһе. Грамматика буйынса үҙенсәлекле методик алым ҡулланды. Шул арҡала уҡыусыларҙың белеме һиҙелерлек яҡшырҙы. Мәҫәлән, хаталар өҫтөндә бик ныҡышмалы эш алып барылды: һәр береһенең сәбәбен аныҡ грамматика ҡағиҙәһе менән аңлатырға кәрәк. Был инде хаталарҙы төплөрәк аңларға һәм бүтән ҡабатламаҫҡа булышлыҡ итте.
Немец теле уҡытыусыһы Абрам Григорьевич Володарский олораҡ йәштә ине, һаулығы ла шәптән булмағандыр, сөнки йәй көндәрендә лә йылы, элек йыш ҡулланылған “прощай, молодость” атамалы аяҡ кейемендә йөрөй торғайны. Ваҡытында ул Мәскәү дәүләт университетының филология һәм математика факультеттарын тамамлаған. Башҡортостанға сәйәси нигеҙҙә һөргөнгә ебәрелгән булған. Йыш ҡына тәнәфестә уҡыусыларҙың таҡта янында математика буйынса мәсьәлә сисеү бәхәстәрен күреп, уларға ярҙам итергә керешә, үҙ дәресен онотоп та китә ине.
Ошо уҡ дәүерҙә Асҡар мәктәбендә Абрам Григорьевичтың тормош иптәше Рәхилә ханым, уларҙың ҡыҙы Светлана Абрамовна немец һәм рус теле уҡытыусылары булды. Химия дәресен мәктәп директоры, коллективта һәм районда бик абруйлы шәхес, һуғыш ветераны Фазыл ағай Кәримов һәм уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире, ваҡытында Темәс педагогия училищеһы уҡытыусыһы булған Гөлшат Муса ҡыҙы Измайлова алып барҙы. Улар үҙҙәренең дәресенә юғары кимәлдә ҡыҙыҡһыныу уята алды.
Тарих дәресен иһә хискә бирелеүсән, шахмат уйыны менән мауыҡҡан, Өфөнән килгән Тамара Семеновна Пупышева алып барҙы. Беҙгә, уҡыусыларға, уның ҡатын-ҡыҙ булараҡ, шахмат уйнауы ғәҙәти түгел кеүек күренә ине.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән Зәйтүнә апай Рыҫҡолова уҡытты. Ул бик баҫалҡы һәм йомшаҡ күңелле булды. Ҡайһы ваҡытта уҡыусылар быны дөрөҫ аңламаны.
Рәүеф Зәлей улы Таһиров шулай уҡ математика уҡытыусыһы булды. Үҙенең физик һәм тышҡы күренеше менән уҡыусыларҙа ҙур тәьҫорат ҡалдырҙы. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, йөҙө яраланғайны. Күп йылдар үткәс, улы Владис­лав Таһиров Асҡар мәктәбе директоры булды, Әбйәлил районы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары булып эшләне.
Уҡыусылар хәтерендә йәш, си­бәр һәм оялсан физика уҡытыу­сыһы Сәүиә апай Фәтҡуллина ла һаҡлана. Ҡайһы бер ҙурыраҡ йәш­тәге уҡыусы малайҙар, уның йәш булыуынан файҙаланып, шаярып та китә ине. Сәүиә апайҙың тормош иптәше тураһында талантлы хирург тигән хәбәр йөрөнө. Үрҙә телгә алынмаған башҡа уҡытыусылар тураһында ла 60 йыл буйы йылы тәьҫораттар һаҡлана, бөгөн иҫән-һау булған, сал сәсле уҡыусылар уларҙың барыһына ла рәхмәтле.
Мәктәптә тәрбиә һәм белем биргәндә уҡыу­сы­ларҙың һәр яҡлап һәләтен үҫтереүҙә күп эш башҡа­рыла ине. Тәмәке тартыуҙың зыянын аңлатыуҙа, уға ҡаршы өгөт-нәсихәт эшенең башында мәктәп директоры үҙе торҙо. Күп түңәрәктәр әүҙем эшләне: спорт (саңғы, еңел атлетика, волейбол), бейеү түңәрәге, үҙешмәкәр сәнғәт буйынса. Уҡыусылар төрлө мәктәп һәм район ярыштарында ҡатнашты.
Директор дөйөм ятаҡҡа ла иғтибарлы булды, уҡыусыларҙың көнкүреш шарттары менән ҡыҙыҡһынды, уларҙың уй-ниәттәрен, хыялдарын асыҡларға тырышты. Ғөмүмән, уҡыусылар һәр ваҡыт үҙҙәре тураһында хәстәрлекте тойоп, матди ауырлыҡтарға һыр бирмәй, дәртләнеп, алдағы тормош хыялдарына солғанып уҡыны һәм йәшәне.
1956 йылғы сығарылыш башҡорт класынан 34 уҡыусының 15-е – юғары белем, 12-һе урта белем алды, ә 7-һе техник училище тамамлап, төрлө һө­нәргә эйә булды. Улар барыһы ла ғүмерҙәрен тыу­ған төйәккә, илгә тоғро хеҙмәт итеүгә арнаны, ту­ған Асҡар мәктәбе исеменә тап төшөрмәне, киреһенсә, тормош миҫалдарында мәктәптең абруйын күтәрҙе.
Ғәлиә Яхина, Зоя Кәримова, Мәҙинә Уйылданова, Марат Шакиров, Ғәлимйән Шәйхин, Луиза Сафиуллина тормоштарын иң изге эш – уҡытыусылыҡҡа бағышланы. Вәкил Тайсин, Арыҫлан Данъяров, Әлифә Боҫҡонбаева, Ғәйфулла Хәйруллин, Рәфҡәт Муллағәлләмов, Батыр Ирғәлин, Фәтих Ғиззәтов, Рәйес Моратшин, Нәҡия Ильясова, Миҙхәт Рыҫйәнов, Зәйнәп Хажина, Зиннур Ғүмәров ауыл хужалығының төрлө тармаҡтарында уңышлы эшләне. Таһир Ғабдуллин – ветеринар-табип, колхоз рәйесе, район Советы рәйесе; Зөлфир Ғаррапов – экскаваторсы, уҡытыусы, ауыл Советы рәйесе, район Советы рәйесе урынбаҫары, Асҡар ауыл Советы хакимиәте башлығы; Байрам Лотфуллин (билдәле рәссамдың яҡын туғаны) – электрик, район электр селтәре баш инженеры; Нияз Фәсхетдинов – экскаваторсы; Фирғәт Зәйнуллин – район гәзите хәбәрсеһе, мөхәррире; Мәғрүп Бәҙретдинов (Салауат районынан) – район гәзите хеҙмәткәре; Асфан Сәфәрғәлин – партия һәм профсоюз эшмәкәре. Хөрбәк һәм Рафиҡ Ғибәҙәтовтар үҙ ғүмерҙәрен юриспруденцияға бағышланы. Беренсеһе Баймаҡ районы халыҡ судында судья, ауыл хужалығы тармағында юрист булып эшләне. Икенсеһе тотош республикала һәм Рәсәйҙә билдәле. Ул тиҫтә йыл дауамында республикабыҙҙың юстиция министры булды, өсөнсө класс юстиция советнигы (генерал-майор), Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.
Үҙем иһә 1951 йылдан алып нефть фәне өлкәһендә эшләйем. Беҙҙең уҡыусыларҙан кемдер төньяҡта шахтала эшләп, Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған тигән хәбәрҙе генә бөгөнгә тиклем документ нигеҙендә раҫлай алмайбыҙ, үкенескә ҡаршы.
Үрҙә исемләнгәндәрҙең һәр береһе матур ғаилә ҡорҙо, инсафлы балалар үҫтерҙе, уларға белем биреп, оло юлға сығарҙы. Бөгөн күбеһе беҙҙең арала юҡ инде, ҡалғандары бүлә-бүләсәрҙәрен тәрбиәләүҙә ҡатнаша, тормошҡа битараф түгел. Уларҙың күбеһе эшләгән тармағында хөрмәтле исемдәргә, хөкүмәт наградаларына лайыҡ булды. Иң мөһиме – беҙҙең класташтар выжданына хыянат итмәй, үҙ еренә, иленә тоғро хеҙмәт итте, үҙҙәренән һуң яҡты эҙ ҡалдырҙы. Шуны ла билдәләгем килә: мәктәп етәкселәре, район хакимиәте үҙҙәренең ҡырҙа йәшәгән элекке уҡыусыларына, яҡташтарына иғтибарлы, уларҙы төрлө сараларға саҡырып тора, Өфөләге яҡташтар берекмәһе эшенә лә ярҙам итергә тырыша.
Бөгөнгө Асҡар мәктәбе уҡыусыларының ғына түгел, ә, ғөмүмән, уҡыусыларҙың мөмкинлеге 60 йыл элекке менән сағыштырғанда байтаҡҡа күберәк. Быларҙан аҡыллы файҙаланырға ғына кәрәк.

Вил ӨМӨТБАЕВ,
техник фәндәр докторы, профессор.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 105

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 460

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 3 995

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 3 904

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 2 663

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 250

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 3 571

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 2 968

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 438

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 518

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 341

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 527