Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Миңә юлды завод күрһәтте
Дәүләттең тотороҡло үҫеше тәү сиратта тауар етештереүгә, ауыр һәм еңел сәнәғәт ҡеүәтенә, улар өсөн сеймал әҙерләүгә, эшкәртеү кимәленең сифатына бәйле. Ошонан сығып, илебеҙҙә йәш һөнәрмәндәр әҙерләү заман талабына әүерелде.


Һөҙөмтәлә Рәсәй WorldSkills халыҡ-ара ойошмаһына инеп, уҡыусыларыбыҙ донъяның йәш һөнәрмәндәре араһында үткә­релгән ярыштарҙа ҡатнаша башланы. Был ижтимағи хәрәкәткә 75 дәүләт ҡушылған. Маҡсат – эшсе һөнәренең абруйын күтәреү, белем биреү тармағын иң яҡшы ғәмәли һөҙөмтәләр нигеҙендә үҫтереү. Ниәткә ярашлы, ил төбәк­тәрендә ярыштар, чемпионаттар үткәрелә. Улар юғары оҫталыҡҡа эйә белгестәр әҙерләү менән бер рәттән шәхси уңышҡа өлгәшеүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Эйе, заман һөнәрмәне өсөн был үтә мөһим.
Башҡортостандың Мәғариф министрлығы, юғары һәм урта һөнәри белем биреү ойошмалары был хәрәкәткә әүҙем ҡушылды. Ҡайһы бер учреждениелар шунда уҡ халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу хоҡуғын алды. Мәҫәлән, Сибай күп йүнәлешле һөнәри колледжы студенттары һуңғы йылдарҙа Германияның Лейпциг, Бразилияның Сан-Паулу ҡалаларында уҙған ярыштарҙа призлы урындар яуланы. Бындай алдынғы уҡыу йорттары араһында шулай уҡ Өфө статистика, мәғлүмәт һәм иҫәп-хисап техникаһы колледжы, Өфө технология һәм дизайн колледжы, Стәрлетамаҡ күп профилле һөнәрселек колледжы, Нефтекама машиналар эшләү колледжы, Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы һәм башҡалар бар.
Күптән түгел баш ҡалабыҙҙа ошо йүнәлештең “Йәш һөнәрмәндәр” чемпионаты үтте. Унда республикабыҙҙың барлыҡ урта һөнәри белем биреү учреждениеларынан 90 үҫмер ҡатнашты. Йәштәрҙең теоретик һәм ғәмәли белем сифатын Рәсәйҙең төрлө өлкәләре һәм ҡалаларынан килгән эксперттар баһаланы. Һәр һөнәр буйынса еңеүселәр дипломға, ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды. Алдынғылар тиҙҙән республикабыҙҙың данын Саранск ҡалаһында яҡлаясаҡ. Был ярышта еңгәндәр Рәсәй командаһы составында донъя кимәленә сыға. Һис шикһеҙ, майҙан киләсәктә тағы ла киңәйәсәк, ҡатнашыусылар ҙа, һөнәри йүнәлештәр ҙә артасаҡ. Ошоно күҙ уңында тотоп, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институты Координация советы үҙәге тип билдәләнде.
“Йәш һөнәрмәндәр” чемпионатында көс һынашҡан уҡыу­сылар “Киләсәк мәғарифы” форумында ла ҡатнашты. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов уларға уҡыуында, һөнәр үҙләштереүҙә уңыштар теләне. Еңеүселәргә дипломдар тапшырылды.
...Ҡыуанысы йөҙөнә сыҡҡан йәштәрҙе күргәс, йәшлек йылдарым, Стәрлетамаҡтағы данлыҡлы “Синтетик каучук” заводы иҫкә төштө. Унда уҙған быуаттың 70-се йылдарында 5-се разрядлы аппаратсы хеҙмәтен атҡарғайным. Йәш булһам да, мине заводтың “И-5 в” цехы эшсәндәре ҡолас йәйеп ҡаршы алды, һөнәр серҙәрен асты. Заманы өсөн юғары хеҙмәт хаҡы алғанмын икән: Өфөгә таксиҙа ғына елдереп барып ҡайта торғайным.
Коллективты ныҡ яраттым, спортта, йәмәғәт эштәрендә ихлас ҡатнаштым. Буш ваҡытта, рәссам-биҙәүсе булараҡ, цехтың гәзитен сығарҙым, транспаранттар яҙҙым. Шулай “эшсе-хәбәрсе” исемен алып, “Совет Башҡортостаны”нда, “Йәшлек”тә мәҡәләләр баҫтыра башланым. Алдынғы аппаратсы Александр Пустыльниковҡа арналған очеркымды әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым. Заводтың партком секретары, “Совет Башҡортостаны”ның үҙ хәбәрсеһе Мөхтәр ағай Тимербулатов менән яҡындан аралашып, дуҫлашып китеү күңелемдә онотолмаҫ хәтирәләр ҡалдырҙы.
Яратҡан заводымда ҡалһам, насар эшсе булмаҫ инем, тип уйлап алам хәҙер. БДУ-ла профессор Тимерғәле Килмөхәмәтов етәкселегендә “Башҡорт әҙәбиәтендә эшсе образы” тигән темаға диплом яҡлауым да бушҡа булмағандыр. Илебеҙҙә һөнәр белеүгә иғтибар артыуына ихлас ҡыуанам.



Автор: Фәнзил САНЪЯРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә