Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәр ваҡыт алға!
Һәр ваҡыт алға! Уҡытыусыларҙы өйрәтәһе түгел: эшләй ҙә, хеҙмәтен күрһәтә лә, сәмләнеп ярыша ла белә улар. Һәр тантананы ҡабатланмаҫ, сағыу байрамға әйләндерәләр. Был юлы ла шулай булды: республика буйынса 26-сы тапҡыр үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының йомғаҡлау өлөшө еңеү сәме, ҡыуаныс-шатлыҡ, күҙ йәштәре менән бергә ҡушылды.

Мәғлүм булыуынса, бәйгегә 140 педагог сыҡҡайны. Улар Өфө мәктәптәрендә асыҡ дәрес үткәреп, эш тәжрибәһен күрһәтте, мәғариф проектын яҡланы, “оҫталыҡ класы” күрһәтте, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә фекер-тәҡдимдәре менән уртаҡлашты. Ғөмүмән, баш ҡалабыҙ аҙна дауамында ҙур белем майҙаны булып хеҙмәт итте.
Ярышты йомғаҡлау тантанаһында уҡытыусыларҙы тәбрикләргә Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллина, Сәлиә Мырҙабаева, Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, респуб­ликаның педагогик йәмәғәтселек вәкил­дәре килде. Байрамда тәүҙә номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде. “Йөрә­гемде балаларға бирәм”, “Һөнәргә тоғ­ролоҡ”, “Педагогик оҫталыҡ өсөн”, “Мәғариф өмөтө”, “Электрон техноло­гияларҙы һөҙөмтәле файҙаланған өсөн”, “Ватансылыҡ һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау” – уҡытыусыларҙың алдына ҡуйылған барлыҡ бурыстар сағылыш тапҡандай был атамаларҙа.
Артабан сәхнәгә финалға сыҡҡан педагогтар күтәрелде. Улар араһынан еңеүселәр – урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән Марат Ямалетдинов (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты), татар теле һәм әҙәбиәтенән Гөлшат Мансурова (Стәрлетамаҡтың 31-се мәктәбе) – билдәләнде. Конкурстың күркәм яңылығы ла бар: йәш педагогтарҙың иң көслөһө асыҡланды. Ул – Өфөләге 58-се лицейҙың физкультура уҡытыусыһы Сергей Шекунов. Ғөмүмән, быйылғы бәйгелә йәш белгестәргә айырым ҙур иғтибар бүленде. “Был беҙҙең өсөн ифрат мөһим, – тип баһаланы күркәм башланғысты Сергей Шекунов. – Әҙерлегебеҙҙе, бәләкәй генә булһа лә тәжрибәбеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеген алдыҡ. Тимәк, конкурстың даирәһе тағы ла киңәйәсәк”.
Бәйгенең төп бүләгенә лә йәш педагог – баш ҡалалағы 159-сы мәктәптең тарих уҡытыусыһы Сергей Переверзев – лайыҡ булды. Абсолют еңеүсе лә – ул!


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә