Уҡытыусыларҙы өйрәтәһе түгел: эшләй ҙә, хеҙмәтен күрһәтә лә, сәмләнеп ярыша ла белә улар. Һәр тантананы ҡабатланмаҫ, сағыу байрамға әйләндерәләр. Был юлы ла шулай булды: республика буйынса 26-сы тапҡыр үткәрелгән “Йыл уҡытыусыһы” конкурсының йомғаҡлау өлөшө еңеү сәме, ҡыуаныс-шатлыҡ, күҙ йәштәре менән бергә ҡушылды.Мәғлүм булыуынса, бәйгегә 140 педагог сыҡҡайны. Улар Өфө мәктәптәрендә асыҡ дәрес үткәреп, эш тәжрибәһен күрһәтте, мәғариф проектын яҡланы, “оҫталыҡ класы” күрһәтте, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә фекер-тәҡдимдәре менән уртаҡлашты. Ғөмүмән, баш ҡалабыҙ аҙна дауамында ҙур белем майҙаны булып хеҙмәт итте.
Ярышты йомғаҡлау тантанаһында уҡытыусыларҙы тәбрикләргә Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллина, Сәлиә Мырҙабаева, Рөстәм Ишмөхәмәтов, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова, мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, республиканың педагогик йәмәғәтселек вәкилдәре килде. Байрамда тәүҙә номинациялар буйынса еңеүселәр билдәләнде. “Йөрәгемде балаларға бирәм”, “Һөнәргә тоғролоҡ”, “Педагогик оҫталыҡ өсөн”, “Мәғариф өмөтө”, “Электрон технологияларҙы һөҙөмтәле файҙаланған өсөн”, “Ватансылыҡ һәм мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлау” – уҡытыусыларҙың алдына ҡуйылған барлыҡ бурыстар сағылыш тапҡандай был атамаларҙа.
Артабан сәхнәгә финалға сыҡҡан педагогтар күтәрелде. Улар араһынан еңеүселәр – урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән Марат Ямалетдинов (Стәрлетамаҡ ҡалаһының 3-сө башҡорт лицей-интернаты), татар теле һәм әҙәбиәтенән Гөлшат Мансурова (Стәрлетамаҡтың 31-се мәктәбе) – билдәләнде. Конкурстың күркәм яңылығы ла бар: йәш педагогтарҙың иң көслөһө асыҡланды. Ул – Өфөләге 58-се лицейҙың физкультура уҡытыусыһы Сергей Шекунов. Ғөмүмән, быйылғы бәйгелә йәш белгестәргә айырым ҙур иғтибар бүленде. “Был беҙҙең өсөн ифрат мөһим, – тип баһаланы күркәм башланғысты Сергей Шекунов. – Әҙерлегебеҙҙе, бәләкәй генә булһа лә тәжрибәбеҙҙе күрһәтеү мөмкинлеген алдыҡ. Тимәк, конкурстың даирәһе тағы ла киңәйәсәк”.
Бәйгенең төп бүләгенә лә йәш педагог – баш ҡалалағы 159-сы мәктәптең тарих уҡытыусыһы Сергей Переверзев – лайыҡ булды. Абсолют еңеүсе лә – ул!