Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Уңған ҡатын-ҡыҙ булғанда, ауыл усағы һүнмәҫ
Уңған ҡатын-ҡыҙ булғанда,  ауыл усағы һүнмәҫ Гастролдәрҙә йөрөгәндә урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән йыш аралашырға тура килә. Концерттарҙы ойоштороуҙа уларҙың ярҙамы ҙур. Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Айһылыу Сәлимйән ҡыҙы Закирова – тап шундай уңған кеше. Был эшкә ике йыл элек кенә килеүенә ҡарамаҫтан, мәҙәниәт усағы гөрләп тора хәҙер.

Юлдаш ауылында тыуған ҡыҙ, һигеҙенсе класты тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Унан инде ике тиҫтә йыл самаһы балаларға белем бирә. Айһылыу Закированың ойоштороу һәләтен күреп, ауыл хакимиәте башлығы уны граждандар оборонаһы буйынса белгес итеп эшкә саҡыра. Коллектив һәйбәт булһа ла, урыны бында түгеллеген аңлай Айһылыу...
Бөгөн Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда берҙәм коллектив тупланған. Художество етәксеһе Самат Ғатауллин Флүзә Әхмәтйәнова менән барлыҡ сараларҙы бергәләп әҙерләйҙәр. Туғыҙ һәүәҫкәр артист драма түңәрәгенә йөрөй. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ҡуйылған Әнғәм Атнабаевтың “Мөхәббәт тураһында йыр” спектаклен райондың 28 ауылында күрһәткәндәр.
Әле яңы тамаша әҙерләнә. Рәсәй киноһы йылын фәһемле сара менән башлап ебәргәндәр. Башта экрандан төрлө фильмдарҙан өҙөктәр күрһә­телеп, һуңынан үҙешмәкәр артистар сәхнәлә уларҙы үҙҙәре башҡара. Спорт һөйөүселәр өсөн мәҙәниәт йортонда тренажер залы ла булдырылған. Унда йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә теләп шөғөлләнә.
Йәйге ялды файҙалы итеп үткәреү өсөн ”Йәйғор” балалар майҙансығы эшләй. Бында июнь – июль айҙа­рында йөҙҙән ашыу бала йөрөй. Китапхана мөдире Зөлфиә Солтанова менән Айһылыу Закирова көн һайын төрлө темаларға арналған мауыҡ­тырғыс саралар үткәрә: спортсылар, гәзит көнө... “Йәйғор”ҙа үткән һәр көн балалар өсөн ҙур байрамға әйләнә.
Ҡунаҡбай ауыл хакимиәте бина­һының икенсе ҡатында ошонда тыуған Советтар Союзы Геройы Александр Матросов – Шакирйән Мөхә­мәтйәновтың музейы эшләй. Айһылыу Закирова музей мөдире лә булараҡ төрлө яҡтарҙан килгән ҡунаҡтарға экскурсиялар үткәрә. Бында шулай уҡ журналист-яҙыусы Рәүеф Наси­ровҡа ла ҙур урын бирелгән, китаптары, шәхси әйберҙәре һаҡлана. “Киләсәктә Рәүеф Хәй улына бағышланған айырым бүлмә асырға уйлайбыҙ” – ти ауыл хакимиәте башлығы Фазила Шәймәрҙәнова.
Төрлө яҡлап өлгөр Айһылыу Сәлимйән ҡыҙы шулай уҡ ауылдың ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советын, ағинәйҙәр ҡорон да етәкләй. Башҡорт халҡының йолаларын тергеҙеү буйынса эш алып бара. Эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләрҙә тәрбиә эше үткәрелә. Ауыл янындағы шишмәләрҙе таҙартыуҙа, зыяратты тәртипкә килтереүҙә, ағас ултыртыуҙа һәм башҡа башланғыстарҙа ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша.
Уңған ҡатын, бейеме үлгәс, ҡайныһын ун йылдан ашыу үҙе ҡарай. Ике балаға әсәй ул. Улы Рушан Нижневартовск ҡалаһында эшләй, ә Руфина һигеҙенсе класта уҡый, музыка мәктәбенә йөрөргә лә өлгөрә.
...Айһылыу Сәлимйән ҡыҙы йортондағы эштәрен теүәлләне лә йәнә мәҙәниәт йортона ашыҡты. Ғаиләһенән дә, эшенән дә йәм табып йәшәй ул.




Автор: Харис ШӘРИПОВ. Район: Учалы районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә