Гастролдәрҙә йөрөгәндә урындағы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән йыш аралашырға тура килә. Концерттарҙы ойоштороуҙа уларҙың ярҙамы ҙур. Учалы районының Ҡунаҡбай ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Айһылыу Сәлимйән ҡыҙы Закирова – тап шундай уңған кеше. Был эшкә ике йыл элек кенә килеүенә ҡарамаҫтан, мәҙәниәт усағы гөрләп тора хәҙер.Юлдаш ауылында тыуған ҡыҙ, һигеҙенсе класты тамамлағас, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Унан инде ике тиҫтә йыл самаһы балаларға белем бирә. Айһылыу Закированың ойоштороу һәләтен күреп, ауыл хакимиәте башлығы уны граждандар оборонаһы буйынса белгес итеп эшкә саҡыра. Коллектив һәйбәт булһа ла, урыны бында түгеллеген аңлай Айһылыу...
Бөгөн Ҡунаҡбай мәҙәниәт йортонда берҙәм коллектив тупланған. Художество етәксеһе Самат Ғатауллин Флүзә Әхмәтйәнова менән барлыҡ сараларҙы бергәләп әҙерләйҙәр. Туғыҙ һәүәҫкәр артист драма түңәрәгенә йөрөй. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан ҡуйылған Әнғәм Атнабаевтың “Мөхәббәт тураһында йыр” спектаклен райондың 28 ауылында күрһәткәндәр.
Әле яңы тамаша әҙерләнә. Рәсәй киноһы йылын фәһемле сара менән башлап ебәргәндәр. Башта экрандан төрлө фильмдарҙан өҙөктәр күрһәтелеп, һуңынан үҙешмәкәр артистар сәхнәлә уларҙы үҙҙәре башҡара. Спорт һөйөүселәр өсөн мәҙәниәт йортонда тренажер залы ла булдырылған. Унда йәштәр генә түгел, өлкәндәр ҙә теләп шөғөлләнә.
Йәйге ялды файҙалы итеп үткәреү өсөн ”Йәйғор” балалар майҙансығы эшләй. Бында июнь – июль айҙарында йөҙҙән ашыу бала йөрөй. Китапхана мөдире Зөлфиә Солтанова менән Айһылыу Закирова көн һайын төрлө темаларға арналған мауыҡтырғыс саралар үткәрә: спортсылар, гәзит көнө... “Йәйғор”ҙа үткән һәр көн балалар өсөн ҙур байрамға әйләнә.
Ҡунаҡбай ауыл хакимиәте бинаһының икенсе ҡатында ошонда тыуған Советтар Союзы Геройы Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәновтың музейы эшләй. Айһылыу Закирова музей мөдире лә булараҡ төрлө яҡтарҙан килгән ҡунаҡтарға экскурсиялар үткәрә. Бында шулай уҡ журналист-яҙыусы Рәүеф Насировҡа ла ҙур урын бирелгән, китаптары, шәхси әйберҙәре һаҡлана. “Киләсәктә Рәүеф Хәй улына бағышланған айырым бүлмә асырға уйлайбыҙ” – ти ауыл хакимиәте башлығы Фазила Шәймәрҙәнова.
Төрлө яҡлап өлгөр Айһылыу Сәлимйән ҡыҙы шулай уҡ ауылдың ветерандар һәм ҡатын-ҡыҙҙар советын, ағинәйҙәр ҡорон да етәкләй. Башҡорт халҡының йолаларын тергеҙеү буйынса эш алып бара. Эскелек менән мауыҡҡан ғаиләләрҙә тәрбиә эше үткәрелә. Ауыл янындағы шишмәләрҙе таҙартыуҙа, зыяратты тәртипкә килтереүҙә, ағас ултыртыуҙа һәм башҡа башланғыстарҙа ауыл халҡы әүҙем ҡатнаша.
Уңған ҡатын, бейеме үлгәс, ҡайныһын ун йылдан ашыу үҙе ҡарай. Ике балаға әсәй ул. Улы Рушан Нижневартовск ҡалаһында эшләй, ә Руфина һигеҙенсе класта уҡый, музыка мәктәбенә йөрөргә лә өлгөрә.
...Айһылыу Сәлимйән ҡыҙы йортондағы эштәрен теүәлләне лә йәнә мәҙәниәт йортона ашыҡты. Ғаиләһенән дә, эшенән дә йәм табып йәшәй ул.