Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йәнһүрәт байрамы
Йәнһүрәт байрамы Бөгөн – Рәсәй анимацияһы көнө. Ғәҙәттә, ил буйынса был көндә бик күп саралар, фести­валдәр уҙа. Быйыл беҙҙә лә был дата ысын байрам төҫөн алмаҡсы. Ошо хаҡта Башҡорт­остан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Фәтих улы ҒӘБИТОВ менән әңгәмә­ләшәбеҙ.

– Быйыл Рәсәй киноһы йылы булғас, анимация көнө лә бик ҡы­ҙыҡлы булмаҡсы, тип ишет­кәйнек...
– Эйе, балалар һәм айырыуса балалар анимация студиялары өсөн бик матур байрам үткәрәбеҙ. Бөгөн “Родина” кинотеатрында “Йәнһүрәт” республика балалар анимацияһы фестивале асыла. Уны “Башҡортостан” киносту­дияһы менән берлектә үткәрәбеҙ. “Йәнһүрәт” фестивале сиктәрендә байтаҡ саралар – оҫталыҡ дәрес­тәре, конкурстар ойошторабыҙ, иң шәп эштәрҙе билдәләп, уларҙы республика буйынса күрһәтмәксебеҙ.
– Был – бик күләмле, яуаплы һәм яңы эш. Һис шикһеҙ, ул балалар анимацияһын яңы кимәлгә күтәрәсәк. Әммә һәр ҙур эшкә финанс йәһәтенән нигеҙ кәрәк. Һеҙҙең ижади союз ҡайҙан ярҙам ала?
– Быйыл Башҡортостан Кинематографистар союзы бик ҙур пландар менән яна. Уларҙы финанслау сығанаҡтары ла төрлөсә. Ә инде был фестивалде уҙғарыр өсөн Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының субсидияһын алыуға өлгәштек. Хәҙер инде ярҙамсыларым, фестивалдең кураторҙары – кинорежиссер Таңсулпан Бураҡаева, анимация режиссеры Айгөл Байрамғолова, союздың яуаплы секретары Зөһрә Бураҡаева менән ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ.
– Эйе, башҡорт киноһы өлкәһендәге саралар, ысынлап та, бик күңелле һәм йөкмәткеле үтә, гел ниндәйҙер яңылығы менән аптырата. Бөгөн нимә­ләр менән һөйөндөрмәк­сеһегеҙ?
– Фойела ҡунаҡтарыбыҙ өсөн бик ҡыҙыҡлы программа әҙер­ләнек: “Латифа” студияһының йәш рәссамдар күргәҙмәһе, киновикторина, Ғафури районының йәш артистары сығышы. Бөгөн кинотеатрҙың зәңгәр залында Башҡортостандың анимация режиссерҙарының фильмдары күрһәтелә. Сара Өфө ҡыҙы Анна Мальгинованың “Йөрәк. Бубен. Самолет” исемле яңы филь­мының исем туйынан башлана. Ә билдәле режиссерҙар Рим Шәрәфетдинов, Айгөл Байрам­ғолова, Елена Юшкова, Владислав Байрамғолов һәм дә “Ай” балалар анимация студияһы башҡортса йәнһүрәт төшөрҙө.



Автор: Л. СИТДИҠОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә