Бөгөн – Рәсәй анимацияһы көнө. Ғәҙәттә, ил буйынса был көндә бик күп саралар, фестивалдәр уҙа. Быйыл беҙҙә лә был дата ысын байрам төҫөн алмаҡсы. Ошо хаҡта Башҡортостан Кинематографистар союзы рәйесе Фәрит Фәтих улы ҒӘБИТОВ менән әңгәмәләшәбеҙ.– Быйыл Рәсәй киноһы йылы булғас, анимация көнө лә бик ҡыҙыҡлы булмаҡсы, тип ишеткәйнек...
– Эйе, балалар һәм айырыуса балалар анимация студиялары өсөн бик матур байрам үткәрәбеҙ. Бөгөн “Родина” кинотеатрында “Йәнһүрәт” республика балалар анимацияһы фестивале асыла. Уны “Башҡортостан” киностудияһы менән берлектә үткәрәбеҙ. “Йәнһүрәт” фестивале сиктәрендә байтаҡ саралар – оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар ойошторабыҙ, иң шәп эштәрҙе билдәләп, уларҙы республика буйынса күрһәтмәксебеҙ.
– Был – бик күләмле, яуаплы һәм яңы эш. Һис шикһеҙ, ул балалар анимацияһын яңы кимәлгә күтәрәсәк. Әммә һәр ҙур эшкә финанс йәһәтенән нигеҙ кәрәк. Һеҙҙең ижади союз ҡайҙан ярҙам ала?
– Быйыл Башҡортостан Кинематографистар союзы бик ҙур пландар менән яна. Уларҙы финанслау сығанаҡтары ла төрлөсә. Ә инде был фестивалде уҙғарыр өсөн Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығының субсидияһын алыуға өлгәштек. Хәҙер инде ярҙамсыларым, фестивалдең кураторҙары – кинорежиссер Таңсулпан Бураҡаева, анимация режиссеры Айгөл Байрамғолова, союздың яуаплы секретары Зөһрә Бураҡаева менән ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ.
– Эйе, башҡорт киноһы өлкәһендәге саралар, ысынлап та, бик күңелле һәм йөкмәткеле үтә, гел ниндәйҙер яңылығы менән аптырата. Бөгөн нимәләр менән һөйөндөрмәксеһегеҙ?
– Фойела ҡунаҡтарыбыҙ өсөн бик ҡыҙыҡлы программа әҙерләнек: “Латифа” студияһының йәш рәссамдар күргәҙмәһе, киновикторина, Ғафури районының йәш артистары сығышы. Бөгөн кинотеатрҙың зәңгәр залында Башҡортостандың анимация режиссерҙарының фильмдары күрһәтелә. Сара Өфө ҡыҙы Анна Мальгинованың “Йөрәк. Бубен. Самолет” исемле яңы фильмының исем туйынан башлана. Ә билдәле режиссерҙар Рим Шәрәфетдинов, Айгөл Байрамғолова, Елена Юшкова, Владислав Байрамғолов һәм дә “Ай” балалар анимация студияһы башҡортса йәнһүрәт төшөрҙө.