Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Эште мәктәптән башлаһаҡ...
Эште мәктәптән башлаһаҡ... “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – комплекслы мәсьәлә. Уны яйға һалыуҙа власть органдарының, ошо йүнәлештәге ведомстволарҙың ҡатнашыуы мөһим”, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт советы президиумының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса күптән түгел үткән ултырышында.

Был темаға ошондай юғары кимәлдә һөйләшеү бер нисә йыл элек тә уҙғарылғайны. Уға ярашлы юл хәрәкәте ҡағиҙә­ләренә үҙгәрештәр, ҡануниәткә төҙәтмәләр индерелде, федераль маҡсатлы программа төҙөлөп, тормошҡа ашырылды. Юл инфраструктураһын камил­лаштырыуға айырым иғтибар бүленде. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә һуңғы тиҫтә йылда өс миллиондан ашыу кешенең аварияла йәрәхәтләнеүе, 350 мең самаһының һәләк булыуы уйға һала.
“Бындай ҡурҡыныс бәлә­ләрҙең күбеһенең нигеҙендә водителдәрҙең ғәйебе ята, – тине ултырышта Владимир Путин. – Ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмау, агрессия, башҡаларҙы ихтирам итмәү... Шуларҙы иҫәпкә алып, машина йөрөтөү мәҙәниәтен тәрбиәләүҙе төп бурыс тип иҫәпләйем. Был мәсьәлә юл хәрәкәте ҡағиҙә­ләрен теүәл үтәүҙе, бер-береңә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙы, үҙеңдең, яҡында­рыңдың, бүтән автомобил­дәгеләрҙең ғүмере өсөн яуаплылыҡты аңлауҙы үҙ эсенә ала. Әлбиттә, ундай мәҙәниәтте тәрбиәләү – оҙайлы процесс, шуға ла тәртип боҙоу өсөн язаны көсәйтеү менән бергә алып барылырға тейеш.
Сара тәү сиратта илебеҙ граждандарының ғүмерен, һаулығын һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Ә был, белеүебеҙсә, дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше. Юл хәрәкәте хәүеф­һеҙлегенең кимәле социаль-иҡтисади үҫештең тотороҡ­лолоғона, транспорт инфра­структураһының һөҙөмтәле эшенә туранан-тура бәйле”.
Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә юлда ҡағиҙә боҙоуға ҡаршы, киң мәғлүмәт саралары аша иҫкәртеү алымдарын да өҫтәп, комплекслы план төҙөргә ҡушты.
Ултырыштың ҡарарҙары Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән кәңәшмәлә сағылыш тапты. Республикалағы белем ойош­маларының эшен юл-транспорт ваҡиғалары йәһәтенән камиллаштырыу мәсьәләһенә арнал­ған ултырышта ҡатнаш­ҡан­дарҙың иғтибарына яңы концепция тәҡдим ителде. Авторы – депутат Артем Волков. Проектта урта мәктәптәрҙең уҡыу программаһына юл хәрә­кәте ҡағиҙәләре буйынса дәрес индереү ҡарала. Депутат­тарҙың фекеренсә, был курста уҡыусылар тәртип нормаларына ҡағылышлы төп нигеҙҙе аласаҡ. Ә автомәктәптәрҙә ҡайһы берәүҙәрҙең уҡыуға йөрөмәйенсә лә документлы булыуы мәғлүм.
Концепцияла күҙал­ланы­уынса, дәрес X класта үткә­релергә тейеш. Курс тамам­ланғас, зачет алынып, уҡыу­сыға программаны үҙләштер­гәне хаҡында белешмә бирелә. Ә автомәктәп ошо документ нигеҙендә ғәмәли күнекмәләргә ныҡлы иғтибар бүләсәк.
Әлегә курсты үткәреүҙең төрлө варианттары өйрәнелә. Башланғысты пилот проекты рәүешендә Өфөнөң ҡайһы бер мәктәптәрендә тормошҡа ашырып ҡарау күҙаллана. Мәғариф учреждениелары иһә тәҡдимде ҡабул итергә әҙер.



Автор: Д. ТӘЛҒӘТОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә