“Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү – комплекслы мәсьәлә. Уны яйға һалыуҙа власть органдарының, ошо йүнәлештәге ведомстволарҙың ҡатнашыуы мөһим”, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт советы президиумының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса күптән түгел үткән ултырышында.
Был темаға ошондай юғары кимәлдә һөйләшеү бер нисә йыл элек тә уҙғарылғайны. Уға ярашлы юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә үҙгәрештәр, ҡануниәткә төҙәтмәләр индерелде, федераль маҡсатлы программа төҙөлөп, тормошҡа ашырылды. Юл инфраструктураһын камиллаштырыуға айырым иғтибар бүленде. Шуға ҡарамаҫтан, Рәсәйҙә һуңғы тиҫтә йылда өс миллиондан ашыу кешенең аварияла йәрәхәтләнеүе, 350 мең самаһының һәләк булыуы уйға һала.
“Бындай ҡурҡыныс бәләләрҙең күбеһенең нигеҙендә водителдәрҙең ғәйебе ята, – тине ултырышта Владимир Путин. – Ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмау, агрессия, башҡаларҙы ихтирам итмәү... Шуларҙы иҫәпкә алып, машина йөрөтөү мәҙәниәтен тәрбиәләүҙе төп бурыс тип иҫәпләйем. Был мәсьәлә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүҙе, бер-береңә ҡарата иғтибарлы, ихтирамлы булыуҙы, үҙеңдең, яҡындарыңдың, бүтән автомобилдәгеләрҙең ғүмере өсөн яуаплылыҡты аңлауҙы үҙ эсенә ала. Әлбиттә, ундай мәҙәниәтте тәрбиәләү – оҙайлы процесс, шуға ла тәртип боҙоу өсөн язаны көсәйтеү менән бергә алып барылырға тейеш.
Сара тәү сиратта илебеҙ граждандарының ғүмерен, һаулығын һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Ә был, белеүебеҙсә, дәүләт сәйәсәтенең мөһим йүнәлеше. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлегенең кимәле социаль-иҡтисади үҫештең тотороҡлолоғона, транспорт инфраструктураһының һөҙөмтәле эшенә туранан-тура бәйле”.
Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә юлда ҡағиҙә боҙоуға ҡаршы, киң мәғлүмәт саралары аша иҫкәртеү алымдарын да өҫтәп, комплекслы план төҙөргә ҡушты.
Ултырыштың ҡарарҙары Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа үткән кәңәшмәлә сағылыш тапты. Республикалағы белем ойошмаларының эшен юл-транспорт ваҡиғалары йәһәтенән камиллаштырыу мәсьәләһенә арналған ултырышта ҡатнашҡандарҙың иғтибарына яңы концепция тәҡдим ителде. Авторы – депутат Артем Волков. Проектта урта мәктәптәрҙең уҡыу программаһына юл хәрәкәте ҡағиҙәләре буйынса дәрес индереү ҡарала. Депутаттарҙың фекеренсә, был курста уҡыусылар тәртип нормаларына ҡағылышлы төп нигеҙҙе аласаҡ. Ә автомәктәптәрҙә ҡайһы берәүҙәрҙең уҡыуға йөрөмәйенсә лә документлы булыуы мәғлүм.
Концепцияла күҙалланыуынса, дәрес X класта үткәрелергә тейеш. Курс тамамланғас, зачет алынып, уҡыусыға программаны үҙләштергәне хаҡында белешмә бирелә. Ә автомәктәп ошо документ нигеҙендә ғәмәли күнекмәләргә ныҡлы иғтибар бүләсәк.
Әлегә курсты үткәреүҙең төрлө варианттары өйрәнелә. Башланғысты пилот проекты рәүешендә Өфөнөң ҡайһы бер мәктәптәрендә тормошҡа ашырып ҡарау күҙаллана. Мәғариф учреждениелары иһә тәҡдимде ҡабул итергә әҙер.