Ишек алдында – иҡтисади көрсөк, тиһегеҙ инде? Аҡса етмәй, эшһеҙ ҡалыу ҡурҡыныс, ә ҡалыптарҙан ҡотолоп, тормошоғоҙҙо үҙгәртеү йәһәтенән аныҡ аҙымдар яһарға теләк тә, көс тә юҡмы? Тик бөтәһен дә бер епкә теҙмәгеҙ – өлгөр, ҡыйыу милләттәштәребеҙ арабыҙҙа етерлек. Бәлки, улар миҫалында һәүетемсә аҡҡан тормошоғоҙға сағыу үҙгәрештәр индерергә йөрьәт итерһегеҙ?Миңзиә Каспранова (Рәхмәтуллина) студент сағынан уҡ мөләйем, көләкәс ҡыҙ булып иҫтә ҡалған. Күркәм холоҡто йылдар боҙамы һуң – ул әле лә алсаҡ, ихлас, уңғанлығы хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ.
Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, Миңзиә “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе булып эшләгән. Әле тормош иптәше Азат менән Өфө районының Шамонин ауылында йәшәйҙәр, алты, ике йәшлек улдар, ике айлыҡ ҡыҙ тәрбиәләйҙәр.
Ояһында ни күрһә, осҡанында шул була, тип юҡҡа әйтмәйҙәр. Баймаҡ ҡалаһында йәшәгән Рәмзиә менән Сафиулла Рәхмәтуллиндар өс балаһын да үҙ өлгөһөндә уңған, тырыш, эшһөйәр итеп тәрбиәләгән. Миңзиә әйтеүенсә, әсәһе ҡыҙҙарын бала саҡтан уҡ аш-һыу нескәлектәренә төшөндөргән. Бына рецепт, яҙып ал, ҡарап тор, тип түгел, әлбиттә.
– Беҙ һеңлем менән һәр саҡ әсәй янында, аш-һыу бүлмәһендә уралдыҡ. Билмән, бәлештәрҙе бергә яһай инек. Ә әсәйҙең бәлештәре, икмәге телде йоторлоҡ тәмле, һалмаһы нескә, матур була, иҙелмәй. Минең студент йылдарындағы әхирәттәрем әле лә әсәйем бешереп ебәргән ризыҡтарҙың тәмен онотмаған.
Әсәйемдең бер туған һеңлеһе Зөлфирә апайым – профессиональ ашнаҡсы, икмәк бешереү цехында эшләй. Ул Иркутскиҙан ҡунаҡҡа ҡайтҡан һайын яңы аш-һыу нескәлектәрен отоп алырға тырышабыҙ. Фәнилә һәм Айгөл апайҙарым да – уңған хужабикәләр. Сәксәк, ҡош теле кеүек милли ризыҡтарҙы уларҙан өйрәнәм, – ти Миңзиә яҡындары тураһында.
Әлеге ваҡытта Миңзиә күңеленә ятҡан эшкә тотонған: заказдар буйынса татлы тәмлекәстәр әҙерләй. Һалма, туҡмас, сәксәк, бауырһаҡ кеүек милли ризыҡтарыбыҙға өҫтөнлөк бирә. Заказсылар көндән-көн арта, сөнки тәмле, сифатлы ниғмәт күптәрҙең күңеленә хуш килә. Уңған Миңзиә тураһында мәғлүмәт Интернет селтәре аша таралғандан-тарала бара. Хәйер, ошо урында йәнә оҫтаға һүҙ бирәйек. Үҙенең шөғөлө хаҡында ул бына нимә ти:
– Декрет ялында ваҡытыңа үҙең хужаһың: уны теләгәнсә – файҙаға ла, бушҡа ла сарыфларға була. Әлбиттә, сабый бала менән мәшәҡәттәр етерлек. Шулай ҙа яратҡан шөғөлөңә ваҡыт табырға мөмкин. Минең бәлеш, торт һәм башҡа ҡамыр ризыҡтарын ғаиләм өсөн генә түгел, башҡаларға ла бешерә башлауым бер осраҡҡа бәйле. Уртансы улымдың тәүге тыуған көнөн билдәләргә йыйынғанда, ғаиләбеҙ менән яратып ашаған һалма бөткән булып сыҡты. Ҡамыр йәйергә һис кенә лә ваҡыт юҡ: ҡунаҡ алдынан өйҙө лә яҡшылап йыйыштыраһы бар, ризыҡ теүәлләйһең, турамалар әҙерләйһең, торт-бәлештәрен дә бешерәһең. Ул арала ике бәләкәй балаға күҙ-ҡолаҡ булып торорға кәрәк. Кибеттең һалмаһын да алғы килмәй... Шунда Интернетта иғлан бирҙем, әммә беҙҙең Шамонин ауылында берәү ҙә миңә кәрәкле хеҙмәт күрһәтмәй булып сыҡты. Ярай, Миләүшә һеңлем ярҙамға килде. Ҡунаҡтан һуң оҙаҡ уйланып йөрөнөм. Шунан, һалма йәйеп, ауылдаштарға тәҡдим итеп ҡарарға тәүәккәлләнем.
Дөрөҫөн әйткәндә, ниндәйҙер ҙур килем тураһында уйламаным, минең кеүек йәш балалы әсәләргә, эштән арып ҡайтып, ваҡыты ла, көсө лә ҡалмаған хужабикәләргә ярҙам йөҙөнән йәйелдерҙем был эште. Иғланым иғтибарһыҙ ҡалманы: кешеләр мөрәжәғәт итә башланы. Тора-бара байрамға тәм-том кәрәк ине, тигән теләктәрен дә еткерҙеләр. Ә мин ҡамыр менән булышырға бик яратам. Көн дә тиерлек балаларыма бәлеш, сәксәк, торт бешереп торам.
Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй тип тәүәккәлләп, ошо кәсепкә тотондом да киттем. Әлбиттә, яңғыҙыма ҡыйыныраҡ булыр ине. Әммә миңә фекерҙәш һәм ярҙамсы эҙләп торорға тура килмәне – бер туған һеңлем Миләүшә ниәтемде хупланы. Ул Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған, инженер булып эшләй, әлегә декрет ялында. Ҡыҫҡаһы, Миләүшә Өфөлә йәшәй, мин – ауылда. Был клиенттар менән бәйләнеште еңеләйтә. Заказ биреүселәр етерлек, беҙ улар менән йышыраҡ социаль селтәр аша аралашабыҙ. “Бәйләнештә” сайтында төркөм ойоштороп, шунда бешергән ризыҡтарҙың фотоларын ҡуйып барабыҙ.
Заман технологияларына рәхмәт – улар арҡаһында оҫтаның ҡайҙа йәшәүе артыҡ мөһим түгел, бәләкәй генә төпкөл ауылда булып та, донъяның төрлө мөйөшөнән заказсылар табырға мөмкин. Миҫал өсөн, беҙҙең әлегә айырым кибетебеҙ юҡ, шуға беҙгә бөгөн “ҡыҙыл һыҙат”та, йәғни ҙур ҡаланың йәнле урамында, урынлашыу кәрәкмәй. Хәйер, был – юғарыраҡ кимәл, ул икенсе төрлө эш алымдарын, сығымдар талап итә.
Хаҡтарға килгәндә, тауарыбыҙ артыҡ ҡиммәттән түгел. Тәүге сиратта, тәжрибә тупларға, оҫталыҡты арттырырға кәрәк. Үҙебеҙгә был йәһәттән етди талаптар ҡуйғанбыҙ. Бер туҡтауһыҙ яңы рецепт өлгөләре барлайбыҙ, тәжрибәле ашнаҡсыларҙан кәңәш һорарға ла тартынмайбыҙ, камиллыҡҡа ынтылабыҙ. Әлбиттә, сағыштырып ҡараһаң, беҙҙең ризыҡтарҙың хаҡы кибеттә һатылғандан саҡ ҡына юғарыраҡ. Сөнки беҙ сифатлы ризыҡ (он, май) менән эш итәбеҙ, консервант һәм башҡа химик матдәләрҙе бөтөнләй ҡулланмайбыҙ.
Төп талап: беҙ аныҡ кешенең – бер заказсының ғына талаптарына яуап бирергә тырышабыҙ. Миҫал өсөн, яңыраҡ бер әсә ҡыҙына тәмлекәс бешереп биреүебеҙҙе үтенде. Балала шәкәргә аллергия, шуға шәкәрһеҙ ҙә, тәмле лә булһын. Сабыйҙы ҡыуандырыр өсөн әллә нисә төрлө крем эшләп ҡарарға тура килде. Әммә заказдан баш тартманыҡ. Һөҙөмтәлә тәмле лә, файҙалы ла эклерҙар эшләргә өйрәндек.
Бына ошо миҫал менән тағы бер һорауығыҙға ла яуап бирҙем шикелле. Кешеләр ни өсөн өй аш-һыуын үҙ итә? Төп сере – өйҙә бешерелгән ризыҡҡа оҫта күңелен һала. Һеҙ сифатлы ризыҡ менән һыйланаһығыҙ, ул аҙналап кибет кәштәһендә ҡатып ятмаған. Күҙ алдығыҙҙа тиерлек мейестән сыҡҡан, эҫе, хуш еҫле бәлеште магазиндан һатып алынған, иҫкермәһен өсөн Менделеев таблицаһындағы матдәләрҙең яртыһы ҡушылған ризыҡ менән сағыштырып буламы һуң?!
Көнәркәшлек тигәндән. Эйе, күптәр бешерә, үҙ тауарын, хеҙмәтен тәҡдим итә. Беҙҙең Шамонин ауылында, мәҫәлән, ошондай уҡ эшкә тотонған ҡатын-ҡыҙҙар бар. Һәр береһенең үҙ клиенты, тигәндәй, бер-беребеҙҙе ҡабатламайбыҙ. Кемдер тик торттар бешерә, бәғзеләр билмән йә манты яһай, башҡаһы пицца менән булыша.
Ҡайһы саҡта “Өс бала әсәһе бит һин, нисек өлгөрәһең?” тигәнде ишетергә тура килә. Яуап ябай – балалар йоҡлаған саҡта бешеренәм. Унан һуң етеҙ эшләргә өйрәндем. Ғөмүмән, тормош күп һабаҡ бирә икән ул. Мәҫәлән, бауырһаҡ һораһалар, бөтөнләй йоҡоно оноторға тура килә, төн буйы плитә янында торам.
Күҙ нурыма – ҡыҙыма ошо көндәрҙә ике ай тулды. Телевидениеға эшкә сығыу тураһында әле уйлау урынһыҙ, балалар тәрбиәләйем, оҙайлы декрет ялын дауам итәм. Тормошомдағы бындай үҙгәрештәр бер ҙә ялҡытманы әле. Шулай ҙа төп эшемдән, журналист һөнәренән, баш тартырға уйламайым, сөнки телевидениены яратам. Унһыҙ йәшәй алмаҫмын да һымаҡ... Хәйер, был әлеге уй-кисерештәр, иртәгәһе көндә нимә булырын күҙаллау ҡыйын, иң мөһиме, һаулыҡ-иҫәнлек кәрәк. Әгәр ҙә бөгөнгө шөғөлөм нығынып, киңәйеп китмәһә, яңы офоҡтарға юл асмаһа, мотлаҡ телевидение эшенә әйләнеп ҡайтасаҡмын, тип ниәтләйем.
Әлегә ижадҡа булған һыуһынымды башҡа юҫыҡта ҡандырырға, ҡомарымды икенсе төрлө ҡулланырға тура килә. Минең өсөн тәмле, күркәм шөғөлөм – үҙенә күрә ижад. Бәлештәрҙе биҙәү, бешеренеүҙә яңы алымдар эҙләп табыу, өр-яңы үҙенсәлекле рецепт өйрәнеү ҡыҙыҡ та, ымһындырғыс та. Әлегә алдыма артыҡ ҙур маҡсаттар ҡуймайым, бәләкәй аҙымдар менән генә алға атлайым. Мин бит тәү сиратта өс бала әсәһе. Һеңлемә һәм тормош иптәшем Азатҡа ҙур рәхмәт – улар төп ярҙамсыларым һәм дәртләндереүселәрем. Әйткәндәй, Азат та – телевидение хеҙмәткәре, шуға күрә элек-электән бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлап, эшебеҙгә хөрмәт менән ҡарарға күнеккәнбеҙ. Ҡайһы саҡта бешеренеү цехы йә булмаһа ғаилә кафеһы тураһында хыялланып алабыҙ. Кем белә, бәлки, тормошҡа ашыр? Үҙеңә сикләүҙәр ҡуйырға ярамай. Балалар бер аҙ ҙурайһа, моғайын, был уйҙарға мин етдиерәк ҡарай башлармын, ҙурыраҡ еңеүҙәргә ынтылырмын, әлегә “онлайн-кибет” менән генә хушһынам.