Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ташҡынға әҙерҙәр
Ташҡынға ҡаршы республика комиссияһының сираттағы ултырышында ведомство һәм министрлыҡтар етәкселәре, район хакимиәте башлыҡтары ҡатнашты. Кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Марат Мәһәҙиев алып барҙы. Сарала көнүҙәк мәсьәлә – һыу кимәленең күтәрелеүе
тикшерелде.


Тәүҙә Башгидрометүҙәк яҡын көндәргә төбәктәге һауа торошона фараз бирҙе. Ведомство начальнигы Вилора Горохольская хәбәр ите­үенсә, ял көндәренән башлап һауа темпера­тураһы 10 – 15 гра­дус­ҡаса йылы­насаҡ, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал.
– Ҡарҙың йылдам иреүе көтөлә, был һыуҙың кимәлендә сағылыш табасаҡ. Киләһе аҙнала тау йылға­лары, Ҡариҙел, Ағиҙелдең түбәнге ағымы боҙҙан әрселәсәк. Бәләкәй йылғаларҙа һыуҙың ныҡ артыуы күҙәтеләсәк. Ағиҙел бассейнындағы башҡа күпселек йылғаларҙа һыу кимәле нормаға ярашлы һәм унан 20 – 50 сантиметрға юғарыраҡ булыуы көтөлә. Шулай итеп, ташҡын һыуҙарының максималь кимәле уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән 6 – 11 көнгә иртәрәк, Өфөлә 17 ап­релдән 23-өнә тиклем күҙәтеләсәк, — тине Вилора Горохольская.
Волга буйы гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы биргән күҙаллауға ярашлы, Урал йылғаһы бассейнындағы күпселек йылғаларҙа һыуҙың максималь кимәле – норма сиктәрендә. Оло Ыҡ, Һаҡмар һәм Ҡарғалы йылғаларында — норманан 60 сантиметрға түбәнерәк. Әммә һауа шарттарының үҙгәререн иҫәпкә алғанда, уртаса күрһәткестәрҙең артып китеүе ихтимал.
Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Марат Латипов билдәләүенсә, бөтөн райондар ҙа ташҡынды ҡаршылауға әҙер. Быға тиклем боҙ тығылған һигеҙ урын айырыуса иғтибар үҙәгендә. Дүрт ойошма кәрәк булған осраҡта шартлатыу эштәренә әҙер. Бының өсөн Алкиндағы хәрби частан белгестәр ҙә йәлеп ителәсәк. Боҙ тығындарын юҡ итеүгә 12 тонна шартлатҡыс әҙерләнгән. Йылғалар ярҙарынан сыҡҡан осраҡта халыҡ­ты эвакуацияларға, ваҡытлыса торлаҡҡа урынлаштырырға әҙерҙәр.
Ултырышта ҡатнашыусылар таш­ҡын хәүефе янаған райондарҙың хакимиәт­ башлыҡтары менән онлайн режимда аралашты. Мәҫәлән, Марат Шәрип улы Интернет сел­тә­рен­дә Шүлгәнташ мәмерйәһен һыу баҫыуы тура­һын­да­ғы мәғлүмәтте күреп, Бөрйән районы хаки­миәте башлы­ғынан хәлгә аныҡлыҡ индереүен һораны.
– Ысынлап та, ҡайһы бер мәғлү­мәт саралары был хаҡта яҙып сыҡты. Әммә Йылҡысыҡҡан күле йыл һайын яҙғыһын мәмерйә алдына йәйелә. Был – тәбиғи күренеш һәм мәмерйәгә бер ниндәй ҙә зыян килтермәй, уға хәүеф янамай, – тине Рөстәм Шәрипов.



Автор: Лилиә НУРЕТДИНОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә